Ҡаһарманда - боҙло ямғыр

11 июлдә республикала дауыл буласағы тураһында алдан иҫкәртеү булды. Әммә уның тос ѳлѳшѳ Белорет районының Ҡаһарман ауылына тейер тип кем уйлаған. Киске сәғәт етеләрҙә ҡап-ҡара булып килгән болот ямғыр менән борсаҡ та алып килә. Ҡайһы бер боҙҙарҙың ҙурлығы грек сәтләүегендәй була.
Боҙло ямғыр 40 минуттан ашыу яуа. Ауыл урамдарынан, картуф баҡсаларынан шаулап һыу аға, шунда уҡ йылғалар хасил була. Ағиҙел урамында Арслан Баййегетовтарҙың эргәһендәге юл аҫтынан үткән торбаға һыу һыймай юл аша сығып аға башлай. Ет-мәһә, картуф кәртәһен дә ағыҙып алып китә. Тышҡа сығырлыҡ та булмай. Ғәрәсәттән һуң 10 сантиметрҙай боҙ оҙаҡ ҡына иремәй ята. Икенсе кѳндѳ лә киске сәғәт алтыларҙа ауылда тағы ла боҙло ямғыр яуа. Ул 15 минутан ашыу дауам итә.
Ғәрәсәттән һуң ѳйҙәренән сыҡҡан кешеләрҙе тағы ла ҡурҡыныс күренеш ҡаршы ала: ыҙалап үҫтергән йәшелсә баҡсаларында бер нәмә ҡалмаған, гүйә, ит турағыстан үткәргәндәрме ни. Картуф та ҙур зыян күргән - һабаҡтары һынып, япраҡтары ҡойолоп бѳткән, урыны менән бѳтѳнләй һыу йыуып алып киткән. Шулай итеп, быйыл ҡаһармандар йәшелсәһеҙ тороп ҡалды...
Р. Мусина.
Оставить комментарий