Мал ҡарауһыҙ ҡалдырылырға тейеш түгел

- Бәлки, берәйһен үпкәләткәнмендер ҙә, ул атымды урлап, минән үс алырға булғандыр, - тигән уй килә Ҡаһарман ауылы кешеһенә. Ул әллә нисә көн юғалған малын эҙләй. Хужалығындағы өс аттың икеһе генә әйләнеп ҡайтҡан. Тирә-яҡты ентекләп байҡап сығыуы ла бушҡа ғына - ат һыуға төшкәндәй юҡ була. Үҙе ҡайтырына ла өмөт юҡ. Шул ваҡытта хужаға ярҙамға полицияның участка уполномоченныйы Сергей Уральский ҙа ҡушыла. Бергәләп мал йөрөгән урындарҙы тағы ла бер ҡабат тикшереп сығалар. Ауыл кешеләренән һораша башлағас, былар юғалған малдың эҙенә төшә. Ауылдан алыҫ түгел урында ҡарғалар өймәкләшеп йөрөүен күрәләр.
Шул урында аттың айыу тарафынан йыртҡысланған кәүҙәһе генә ятып ҡалған була.
- Тирә-яҡта тайыш табандың эҙҙәре бик күп ине. Күрәһең, урманда туҡланырға бер ни юҡ. Шуға ла ауылға яҡын килеп, атты йыҡҡандыр, - тип белдерҙе Сергей Уральский.

***
Полиция хеҙмәткәрҙәре Түбәнге Әүжән ауылында юғалған атты табырға ярҙам итте.
Хужаһының бәхетенә күрә, мал әллә ни алыҫ китмәгән. Урындағы көтөүселәр менән әңгәмәләшкәндә аттың Сухов Ключ тигән урындағы көтөүгә ҡушылған булыуын асыҡлай хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре.
Хәҙер хужа малдарынан күҙ уңынан ебәрмәй.

***
Азапкино яланынан 16 баш быҙауҙың юғалыуы хаҡында Боғанаҡ ауылынан хәбәр иттеләр.
Биш айҙан алып йәш ярымға тиклемге быҙауҙар төнгөгә ялан кәртәгә ябылған һәм ялланған кѳтѳүсе ҡарамағына ҡалдырылған. Иртәнсәк быҙауҙарын тикшерергә килгән ирҙе буш кәртә ҡаршы ала. Спиртлы эсемлек менән мауығыусы малсынан да елдәр иҫкән. Был факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә эҙләү төркөмѳ ойоштора. Уларға Боғанаҡ ауылы кешеләре лә ҡушыла. Ниһайәт, быҙауҙар Сосновка ауылы янында теүәл килеш табыла һәм хужаларына ҡайтарыла.
Ҡала һәм район территорияһында 3 июлдән “Мал-тыуар” операцияһының икенсе этабы старт алды. Сараға ярашлы, полиция хеҙмәткәрҙәре мал менән бәйле хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү, енәйәтселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса эш алып барасаҡ.
Гүзәл
Байбулатова.Мал ҡарауһыҙ ҡалдырылырға тейеш түгел
Оставить комментарий