Лайыҡлыларҙы бүләкләнеләр

Төп байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында үтте. Белорет металлургия комбинаты, ҡала һәм район етәкселәре байрамға йыйылыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Белорет муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡалала барған төҙөлөш объекттары, һалынған юлдар һәм йыл башынан башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар хаҡында һөйләне һәм район-ҡала халҡы мәнфәғәте, лайыҡлы тормош өсөн бик күп эш башҡарылыуын билдәләне.
Тантаналы сара барышында билдәле металлургтар Влади-мир Емченко һәм Владимир Ржевский күкрәк знагы менән наградланды. Влади-мир Емченко 12 йыл Белорет металлургия комбинатында баш инженер булып эшләгән. Ул «150» прокат станының төҙөлөшөнә күп көс һала. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты. 1995-1999 йылдарҙа Башҡортостан Рес-публикаһы Дәүләт Йыйылышы Палатаһы депутаты. Владимир Ржевский 12 йыл «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғи-әтендә капиталь төҙөлөш һәм инвестициялар бу-йынса генераль директор урынбаҫары булып эшләй.
Уның ҡатнаш-лығында ҡала микрорайондарының комплекслы торлаҡ төҙөлөшө проект-тары тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта Владимир Емченко менән Владимир Ржевский Магнитогорск техник университетының фи-лиалында уҡыта.
Был көндө оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙар ҙа бүләкләнде. Етәкселәр ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙы. Рәсми сығыштарҙан, тәбрикләүҙәрҙән һуң ҡала Мәҙәниәт һарайының иң яҡшы ижади коллективтары әҙерләгән концерт башланды.
Байрам, кискеһен «Металлургтар» ста-дионында дауам итте. Белорет металлургия комбинатының идара итеүсе директоры Виктор Камелин металлургтарҙы бай-рам менән ҡотлап, предприятиеның метиз баҙарында тотҡан урынын билдәләне, компанияның ҡа-ҙаныштары һәм уңыштары хаҡында һөйләне.
Байрамдың иң көтөп алған өлөшө, моғайын да, билдәле «Мираж» төркөмө йырсыһы Маргарита Суханкинаның кон-церт программаһы булғандыр. Жур-налистарға йырсы менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге сыҡты. Йырсы Белорет тәбиғәтенә сикһеҙ һоҡланыуын, ә инде юлдарҙың насарлығына ғәжәпләнеүен бел-дерҙе.
- Минең өсөн бәләкәй ҡалаларҙағы тамашасы һәр саҡта ла яҡыныраҡ, сөнки улар эскерһеҙ һәм ябай. Сығыш яһағанда быны бик яҡшы тояһың һәм шундай сығыштарҙан күберәк илһам, дәрт алаһың. Үҙеңде көтөп алған, яратып тыңлаған тамашасың булыуы артабан эшләргә көс бирә,- тине популяр йырсы.
Эльза Мѳхәмәҙиева.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий