Ярыш ҡыҙыу барҙы

20 июлдә ҡалаға нигеҙ һалыныуға 251 йыл тулыуға һәм Металлургтар кѳнѳнә ҡарата мотокросс буйынса Башҡортостан Республикаһының кубогы һәм шәхси-команда чемпионатының IV этабы уҙҙы.
Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы тѳбәк бүлексәһе рәйесе, генерал-мойор И.Г. Таңғатаров шартына килтереп эшләнгән трассаны һәм спорт ярышына әҙерлекте юғары баһалап, Башҡортостанда мотоспорттың яҡшы үҫешен билдәләне.
Кѳндѳң эҫе булыуына ҡа-рамаҫтан, мото-спортты яра-тыусы халыҡ бик күп йыйылғайны, сѳнки бындай спорт тѳрѳн кѳн дә күреп булмай. Башҡортостандың 9 ҡалаһынан (Бело-рет, Учалы, Ѳфѳ, Октябрьский, Бѳрѳ, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Мәләүез) һәм күрше ѳлкәләрҙән (Ырымбур, Силәбе) йѳҙләп мотоспортсы ярышта ҡатнашты. Унда иң бәләкәй мотокроссыға ни бары 5 йәш булһа, иң оло ҡатнашыусыға 45 йәш ине. Уларҙың бѳтәһен дә мотоспортҡа һѳйѳү берләштерҙе. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Белореттар һынатманы, мо-тоспортсылар клубы етәксеһе А.А.Каретников ололар араһында беренселекте яуланы. Әйткәндәй, уның ике улы - 25 йәшлек Алексей менән 18 йәшлек Семен да мотокросста ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булды.
Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы тѳ-бәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың ат-ҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре М.М. Әхмәтйәнов: “Рәсәй ДОСААФ-ының Баш-ҡортостан тѳбәк бүлексәләренең һәм Рәсәй мото-федерацияһының тығыҙ бәйләнеше, бер-береһе менән яҡшы мѳнәсәбәттә булыуы арҡаһында республикабыҙҙа мо-тоспорт күндәм үҫешә. Сараға Башҡортостан Республикаһы ДОСААФ-ы финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәтте. Быйыл ярышҡа етди әҙерлек күҙгә ташлана. Шулай уҡ бѳгѳнгѳ ярыштың юғары кимәлдә үтеүендә урындағы, йәғни Белорет район-ҡала хакимиәтенең тырышлығы һәм ярҙамы ҙур”,- тине.
Нурия
Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий