Ҡалабыҙҙа - яңы фонтан

Металлургтар һәм ҡала кѳнѳ байрамы сәғәт 10-да «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идаралығы алдында фонтан асыу тантанаһынан башланып китте.
Иртәнге йәнлелек. Тантанаға килгән етәкселәр, почетлы металлургтар, ҡу-наҡтар күңелле әңгәмәләшә, бер-береһен байрам менән ҡотлай. Металлургтарға арналған йырҙар яңғырай.
Алып барыусы иҫтәлекте сараны асыҡ тип иғлан иткәс, тәүге һүҙҙе «Белорет металлургия ком-бинаты» акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелинға бирҙе.
- Комбинат ал-дында майҙансыҡ булдырыуҙы былтыр башлап ебәрҙек. Заводҡа, шулай уҡ ҡалабыҙға нигеҙ һалдырыусы Иван Твердышевҡа һәйкәл асҡайныҡ. Бѳгѳн шул ниәтебеҙҙең дауамы - фонтан асабыҙ. Был фонтан комбинат эшселәре инициативаһы, улар ярҙамы менән булдырылды. Ком-бинат етәкселеге исеменән уларға фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн рәхмәт белдерәм, - тине Виктор Геннадьевич.
Шулай уҡ Бело-рет районы муни-ципаль район ха-кимиәте башлығы Владислав Миронов металлургтарҙы һѳ-нәри байрамдары, ҡала кѳнѳ менән ҡотлап:
- Ҡалабыҙҙа ком-бинатта эшләмәгән ғаиләләр бик һирәктер. Беҙ - бер бѳтѳн команда. Һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр күп булды. Артабан да шулай буласаҡ. Һеҙгә шатлыҡтар, байрам кәйефе, ғаилә бәхете теләйем, - тине ул.
Элек-электән яңы объекттарҙы шампан шарабы тамсылары менән сафҡа индереү традицияһы йәшәп килә. Һәм фонтан шул эсемлек күперектәрен сағылдыра. Был тантаналы йоланы атҡарыу тѳҙѳлѳштѳң баш кураторы, проект-конструкторлыҡ бүлеге начальнигы А.Н.Чирковҡа йѳк-мәтелде. Ул шампан ме-нән фонтанды уратып һиптереп сыҡты.
Шул арала күңелле минуттар - һыу тамсылары ла урғыла башланы.
Ҡалабыҙҙы биҙәп, тағы ла бер фонтан асылды. Ошо май-ҙансыҡ артабан ҡу-наҡтар, балалар ѳсѳн күңелле ял итеү, ғашиҡтарға осрашыу урынына әүереләсәк.
Нәркәс Вәлиуллина.
Автор фотоһы.
Ҡалабыҙҙа - яңы фонтан
Оставить комментарий