Ғүмерен сауҙа эшенә бағышлаған

Тормошта үҙ урыныңды табып, башҡарған эшеңдән кинәнес алып, уңышлы йәшәү ѳсѳн иң элек, күңелеңә ятҡан, йәнең тартҡан һѳнәрҙе табыу зарурҙыр, сѳнки һѳнәр һәм эш - кешенең ғүмерлек үҙен асыу сығанағы. Әгәр ҙә һинең тормошта яратҡан һѳнәрең, эшең бар икән, тимәк, һин бәхетле кешеләр иҫәбендә. Бѳгѳнгѳ геройыбыҙ - Йәнибаева Миңнифа Суфыян ҡыҙы ла үҙ эшен яратып башҡарған, бѳтә ғүмерен сауҙа ѳлкәһенә бағышлаған һѳнәр эйәһе.
Ул Егәҙе ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡа-лаһының һѳнәрселек учи-лищеһында сым һуҙыусы һѳ-нәрен үҙләштерә. Комбинаттың 6-сы цехында сым һуҙыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡламай кейәүгә сығып, әсә бу-лыу бәхетенә ирешә. Декрет отпускыһынан һуң, белемен ка-миллаштырып, Райпотребсоюзға һатыусы булып эшкә күсә. Күп тә үтмәй, ҡыҙына иш булып, улы донъяға килә. Балалары бер аҙ үҫеүгә Миңнифа Суфыян ҡыҙы ҡаланың үҙәк универмагына эшкә тѳшә.
- Бала саҡтан һатыусы булырға хыяллана торғайным. Ошо һѳнәр күңелемә ятҡанғалыр инде, хеҙмәт юлымды комбинатта башлауыма ҡарамаҫтан, күңел тартыуы, йѳрәк ҡушыуы буйынса тормошомдо сауҙа эше менән бәйләнем. Универмагта эшләгән йылдарҙа, һатыусы булараҡ, ҙур тәжрибә тупланым, эшкә ныҡлап ѳйрәндем. Илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, магазиндар ябылды, ҡыҫҡартыуҙар китте. Мин дә ҡыҫҡартыуға эләктем. Ѳйѳмә ҡайтып, илап ултыра инем, апайым килеп инде. Уға эшһеҙ ҡалыуымды һѳйләгәс, бушҡа илайһың, хәҙер заманалар үҙгәрҙе, яңыса йәшәй башларға кәрәк, тип үҙ эшемде асырға ѳгѳтләне. Бер аҙ уйлағас, баҙарға сығып киттем, ундағы кешеләр менән танышып, һѳйләшеп йѳрѳй торғас, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Беларусиянан тауар ташыусылар әйберҙәрен һатып бирергә тәҡдим итте. Шулай итеп, баҙарҙа эшләй башланым, - тип һѳйләп китте үҙе хаҡында Миңнифа апай.
Илдә баҙар иҡтисады башланып ҡына торған осорҙа, 90-сы йылдар башында уҡ районда тәүгеләрҙән булып Миңнифа Суфыян ҡыҙы үҙ эшен асып, шәхси эшҡыуар булып китә. Бер йыл эшләгәндән һуң ғаиләһенә оло ҡайғы килә: кѳтмәгәндә тормош иптәше йѳрәк сиренән ваҡытһыҙ вафат була. Был ҡайғыны бик ауыр кисерһә лә, бѳгѳлѳп тѳшмәй, ике балаһын уҡытып, аяҡҡа баҫтырыу ѳсѳн тырышып, сәмләнеп эшләүен дауам итә. Бѳгѳнгѳ кѳндә ҡыҙы Дилә юғары белем алып, ревизор булып эшләй. Ә улы Фәнис әсәһе юлынан киткән.
40 йыллыҡ эш стажы менән хеҙмәт ветераны булыуына ҡарамаҫтан, Йәнибаева Миңнифа Суфыян ҡыҙы һаман да эшләүен дауам итә.
- Һәр ваҡыт һѳнәремде, эшемде яратып, күңел һалып башҡарҙым. Ҡуйған маҡсаттарыма ирештем. Туғандарыма ҙур рәхмәтлемен. Улар менән татыу, бергә эшләгәнгә эшем һәр саҡ уң һәм алға баралыр, тип уйлайым. Үҙемдең эшемдән, тормошомдан ҡәнәғәтмен. Миңә эш йәшәүгә кѳс, дәрт бирә. Шуға күрә, һаман да эшләргә лә эшләргә, тигән девиз менән йәшәүемде дауам итәм, - ти 36 йыл сауҙа ѳлкәһендә хеҙмәт итеүсе Миңнифа Суфыян ҡыҙы.
Әйткәндәй, Миңнифа апай күптән түгел 60 йәшен тултырған. Киң күңелле, оло йѳрәкле, тырыш Миңнифа Суфыян ҡыҙына артабанғы тормошонда ла тик уңыштар ғына юлдаш булһын.
Нурия
Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий