Бурлыҡтың һуңы - хурлыҡ

“Еңел аҡса” эшләгән
Йәй етеү менән үҫмерҙәр, студенттар аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Кемдер лагерға тәрбиәсе йәки вожатый булып ваҡытлыса урынлаша, кемдер төҙөлөш объекттарында ярҙамсы булып тир түгә. 17 йәшлек Белорет ҡыҙы ла йәйҙе файҙалы үткәрергә хәл итә һәм билдәле бер хаҡҡа оло кешене тәрбиәләргә ризалаша. Барыһы тураһында килешкәс, балалары атайҙы “тәрбиәсе” ҡарамағына ҡалдыра. Әммә ҡыҙ икенсе көнөнә үк юҡҡа сыға. Ул ғына ла түгел, өйҙән тағы 100 мең һум аҡсанан елдәр иҫеүе асыҡлана. Хәлдең былай боролош алыуынан 89 йәшлек ирҙең балаларына полицияға хәбәр итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Оперативниктар тиҙ арала бурҙың эҙенә төшә. Ҡыҙ аҡсаның яртыһынан күбеһен кейемдәр, алтын биҙәүестәр алыуға тотоноп өлгөргән була.

Мебель уғрылары
Хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан складтан мебель урлаған ике ир яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ике-өс ай эсендә йөк машинаһын яллап былар складтан мебель сығарған. Урланған әйберҙәрҙе арзан хаҡҡа таныш-белештәренә һаталар. Үҙҙәренең фатирҙарындағы мебелде яңыртырға ла онотмайҙар. Йөк тейәүсе булып эшләгән ирҙәрҙең “эшҡыуарлығы” оҙаҡҡа бармай. Сираттағы ревизия мәлендә склад хужаһы әйберҙәренең юғалыуын асыҡлай һәм полицияға хәбәр итә.

Асыҡ тәҙрә бәләһе...
29 йәшлек Белорет кешеһе һөйгән ҡыҙы менән осрашыуға килә. Егеттең айныҡ булмауын күреп, ҡыҙ өйөнән сығыу ғына түгел, подъездың ишеген дә асмай. Егет һөйгәнен саҡырып, күп ҡатлы йорт алдында һыҙғырып торғанда, беренсе ҡатта асыҡ тәҙрәне күреп ҡала һәм күп тә уйлап тормай, тәҙрә аша эскә үтеп инә. Фатирҙа береһе лә булмай сыға. Егет ноутбукты тотоп ҡайтып та китә. Был хәл тураһында шул уҡ көндө дежур часҡа хәбәр ителә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы оператив рәүештә ҡулға ала.

Велосипедҡа “айыу майы һѳрткән”
34 йәшлек Белорет кешеһе һөйгәненең велосипедына “айыу майы һөртә”. Эсеп алған ир ҡатындың йортона килә. Хужабикә иҫерек ирҙе ял итергә фатирында ҡалдыра ла, үҙенең эштәре менән сығып китә. Бер нисә сәғәттән айнығып уянған ҡунаҡ һѳйгәненең велосипедына ултырып ҡайтырға сыға. Ҡатын ике тәгәрмәсле транспортының юҡҡа сығыуын күреп, полицияға мѳрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡсылары уғрыны тиҙ арала ҡулға ала. Шул арала ул велосипедты осраҡлы кешегә һатып та ѳлгѳргән.

Үткәлдә магазинға тѳшкәндәр
Белорет полицияһы хеҙмәткәрҙәре Үткәл ауылының ике кешеһен ҡулға алды. Эсеп алған ауылдаштар, төн ҡараңғылығынан файҙаланып, магазиндан әйбер урларға була. 37 йәшлек ҡатын тәҙрә өлгөһөн алып эскә инә һәм 27 йәшлек иргә спиртлы эсемлектәр, аҙыҡ-түлек алып бирә. Иртәнсәк тәҙрә быялаһының алыныуын, ҡайһы бер әйберҙәрҙең юғалыуын күргән магазин хужаһына полицияға хәбәр итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Оператив-эҙләү саралары һѳҙѳмтәһендә бурҙар ҡулға алына һәм бүлеккә килтерелә.

Алтын бурҙары
63 йәшлек ҡатын ѳйөнән алтын балдаҡтары юғалыуы тураһындағы хәбәр менән дежур часҡа мөрәжәғәт итте. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡиммәтле биҙәүестәрҙең юғалыу сәбәптәрен асыҡлай алды. Бер нисә көн элек зыян күреүсегә туғаны ҡунаҡҡа килеп киткән була. Ҡайтыр алдынан “ҡунаҡ” хужабикәнең балдаҡтарына “айыу майы” һөртә һәм ломбардҡа алып барып тапшыра. 5 мең һум тирәһе килемде ҡатын үҙенә кәрәк-яраҡтар һатып алыуға тотона. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.

Кейәүе балдағын урлаған
27 йәшлек ҡатынға ял кѳнѳ ҡунаҡҡа кейәүе менән һеңлеһе килеп төшә. Мәжлес ҡыҙған мәлдә генә быларҙың спиртлы эсемлектәре бөтә. Апай кеше һеңлеһе менән яҡындағы магазинға йүнәлә. Ҡайтыуҙарына кейәүе фатирҙа булмай. Һеңлеһе лә оҙаҡламай ҡайтырға сыға. Ҡунаҡтарҙы оҙатҡандан һуң хужабикә алтын балдағының юғалыуын белеп ҡала һәм полиция бүлегенә шылтырата.
Хоҡуҡ һаҡсылары бурҙың эҙенә шунда уҡ төшә. Форсаттан файҙаланып, кейәү кеше урлаған балдаҡты ломбардҡа тапшырып та өлгөргән була. Был ҡылығы өсөн ул “Урлау” статьяһы буйынса енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Гүзәл Байбулатова.
Оставить комментарий