Ырыу көсө, тамыр көсө - шәжәрә

Июлдә Асы ауылында беренсе тапҡыр Сысҡан араһының шәжәрә байрамы үтте. Байрамды Ғилмановтар, Ғәббәсовтар, Шәһә-үәлиевтар мәсеттә ойошторҙо. Бөтә туғандар мәсет эсенә йыйылғас, Салауат хәҙрәт доға уҡып, байрамды башлап ебәрҙе. Байрамға фатиха биргәс, Сабир Хәбибулла улы Ғилманов Сысҡан араһының шәжәрәһе менән таныштырҙы, һуңынан мәсет төҙөүҙә күп көс һалған Хәким Мостафа улы Ғәббәсов сығыш яһаны. Шәжәрә буйынса тәнҡит һүҙҙәре лә булды: Ғарипова Сания еңгә Ғариповтарҙың шәжәрәһендә юҡлы-ғын әйтте. Ошо етеш-һеҙлектәр, өҫтәмәләр өҫтөндә эштәр әле дауам итә, сөнки был әлегә яңы башланғыс ҡына.
Байрамға туғандарын, тыуған яҡтарын һағынып төрлө тарафтарҙан: Силәбе өлкәһенән, Сибайҙан, Белореттан, Мәләүездән, Өфөнән, Инйәрҙән, Сермәндән, Абҙаҡтан, Исҡуштынан, Рәүәттән, Маныштынан, Ғәбдөктән, Асынан йыйылды. Туғандарҙың ҡайһы берҙәре тиҫтә йылдан ашыу күрешмәгән, улар балаларына туғанлыҡ ептәрен аңлатты. Һағынышып, аралашыуға һыуһап ҡайтҡан бер ара кешеләренең һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәне.
Шәжәрә ағасын төҙөү - элек-электән килгән изге йола. Үҙен башҡортмон тип һанаған һәр ғаилә тамырҙарын белергә бурыслы. Ниндәй байрам һый-хөрмәтһеҙ үтһен! Мәсет урамындағы өҫтәл тѳрлѳ аш-һыуҙан һығылып торҙо. Хәбир Хәбибулла улы килтергән һарыҡ итенән аш, былау бешерҙеләр, самауыр ҡайнаттылар. Байрам күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәни сараны Асы ауылы клубының художество етәксеһе, “Еңгәләр” ансамбле солисы Сәлимйәнова Йәмилә оҫта, үҙенсәлекле итеп алып барҙы, ә Ғәмир Хәбибулла улының улы Йәмил уны музыкаль яҡтан биҙәне, матур йырҙар бүләк итте. Силәбенән килгән Шәйхетдинов Сынтимер башҡарыуындағы халыҡ йырҙары йөрәккә үтеп инде, Асы ауылында йәшәүсе Гөлгөнә Харрасова моңло тауышы менән туғандарын хайран ҡалдырҙы, Сермәндән Лиана Ғарипованың, Исҡуштынан Флүзә Кәбир ҡыҙының бейеүҙәре күңелдәрҙе дәртләндерҙе.
Ғилманов Закирҙың Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Гөлиә һәм уның тормош иптәше Фәнил Әминевтар конкурстар, уйындар ойошторҙо. Бейеү конкурсында Сәлимйәнова Лира Кашап ҡыҙына етеүсе булманы. Арҡан тартышыу, йомортҡа менән йүгереү, мәргәнлек, күҙ бәйләп бүләк ҡырҡыу һәм башҡа мауыҡтырғыс уйындар ҙа үткәрҙеләр. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, Сибай спортсылары еңеүселәргә миҙалдар ҙа тапшырҙы.
Өфөнән килгән Хәбир һәм Сафия Ғилмановтар иң оло олатай-инәйҙәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Шәжәрә байрамы аҙағында алып барыусы Сәлимйәнова Йәмилә: “Һәр ара үҙ шәжәрәһен төҙөп, ошондай байрамдар үткәрһә, киләсәктә Асы ауылында дөйөм Шәжәрә байрамы үткәрер инек”, - тигән тәҡдим яһаны.
Был ҙур сараны үткәреүгә бер туған Сабир, Хәбир, Ғәмир Ғилмановтар, Инйәрҙә йәшәүсе Зифа Хәлиулла ҡыҙы, Хәким Мостафа улы ҙур өлөш индерҙе, туғандарын берләштерҙе. Шундай матур, иҫтәлекле байрамды ойоштороусыларға һәм мәсет төҙөүсе Зифа Хәлиулла ҡыҙы Билаловаға, Мостафа улы Хәким Ғәббәсовҡа туғандары ҙур рәхмәт белдерҙе.
Гөлнур
Мырҙагилдина,
БДУ студенты.
Оставить комментарий