“Ағас ташыу» операцияһы дауам итә

Башҡортостанда 29 июлдән «Ағас ташыу» операцияһы башланды.

Белорет, Бѳрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ райондарында хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусылар был эшкә ныҡлап тотондо. Операция ваҡытында урман юлынан, трассаларҙан кѳн әйләнәһенә патруль һағы ѳҙѳлмәй. Ошо арала ғына бер нисә йѳҙ автомобиль тикшерелгән. Республиканың Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл һуңғы 7 ай эсендә законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙар 1,5 тапҡырға кәмегән.

“Йыш ҡына туҡтатып, тикшереп торалар, әммә бындай рейдтар ҡурҡытмай, сѳнки беҙҙең документтар тәртиптә”, - ти урман ташыусы водитель Иван Ёлкин.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яҙғыһын «Ағас ташыу» операцияһы бер тапҡыр үткәрелде. Унда 23 законһыҙ ағас ҡырҡыусы асыҡланды. Материалдар енәйәт эше асыу ѳсѳн Республиканың Эске эштәр министрлығына йүнәлтелде.

«Кѳн һайын ағас ташыусы 20-30 машинаны туҡтатабыҙ. Тайпылыуҙар бар, әммә тупаҫ закон боҙоусыларҙы осратманыҡ», - тип белдерҙе Белорет урман хужалығы буйынса урман һаҡлау бүлеге башлығы Наил Әхмәтшин.

Нурия Шәрипова
әҙерләне.
Оставить комментарий