Урман рыцары

Йомарт тәбиғәтебеҙҙең иң ҙур бүләге булған урман - Башҡортостаныбыҙҙың тѳп байлығы. Республикабыҙ бѳтә ғүмерен урманды һаҡлау һәм яҡлау эшенә биргән һоҡланғыс кешеләре менән дан тота. Ана шундайҙарҙың береһе – «Урман рыцары» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Мансур Ғәләүетдин улы Фазылов. Урман хужалығында 32 йыл эшләгән ир уҙаманы 16 йыл Абҙаҡ урмансылығын етәкләй. Тап ошо йылдарҙа был урман хужалығы районда алдынғылар рәтендә була. Урмансылыҡ территорияһы тѳҙѳкләндерелә һәм парк булдырыла. Бѳгѳнгѳ кѳндә күп кенә мәғариф һәм башҡа учреждениелар етәкселәре ул йәшелләндергән территориялар ѳсѳн рәхмәтле.
Үҙ биләмәһендәге урманды тейешле кимәлдә тоторға кѳсѳн дә, ваҡытын да йәлләмәй Мансур Ғәләүетдин улы. Үҙен һәр саҡ тырыш, ныҡышмал, намыҫлы, эш һѳйѳүсән хеҙмәткәр, хәстәрлекле, яуаплы, абруйлы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә. Яҡындары, туғандары, ауылдаштары һәм дуҫтары уны тәрән аҡыллы, изге йѳрәкле, киң күңелле, хәстәрлекле һәм ярҙамсыл булғаны ѳсѳн хѳрмәт итә. Әйткәндәй, Мансур Ғәләүетдин улының атаһы ла, олатаһы ла урман хужалығында эшләгән кешеләр. Улар сәскән ағастар һаман да тере һәйкәл булып шаулап ултыра. Бѳгѳн үҙенең 65 йәшлек матур юбилейын билдәләгән Мансур Ғәләүетдин улы ла үҙ хеҙмәт емештәре менән ғорурлана һәм һоҡлана ала. Фазыловтарҙың урмансылар династияһы әле лә дауам итә. Ул шулай уҡ урман хужалығында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тормош иптәше Рәйсә Бәҙретдин ҡыҙы менән бына тигән 4 бала тәрбиәләп үҫтерә. Бѳгѳнгѳ кѳндә уларҙың улдары Марсель Фазылов Абҙаҡ урмансылығын етәкләй. Һаман да урмандарыбыҙ ѳсѳн янып-кѳйѳп ултырған Мансур Ғәләүетдин улы тѳплѳ кәңәштәре менән ярҙам итеп тора улына. Ә атай кеше ѳсѳн иң ҙур бәхет - балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең «атай», «олатай» тип ѳҙѳлѳп тороуы.
Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн Мансур Ғәләүетдин улы Башҡортостан һәм Рәсәй Урман хужалығы министрлыҡтарының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Уның «Урман рыцары» булып танылыуы, Мәскәүҙә Бѳтә Рәсәй лесничийҙар съезында, II Бѳтә донъя башҡорттар ҡоролтайында ҡатнашыуы, һәр саҡ ауыл Советы депутаты булып һайланыуы ла күп нәмә тураһында һѳйләй.
Кешелек һәм урман киләсәген ҡайғыртып йәшәгән һәм эшләгән абруйлы ир уҙаманын 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай кѳслѳ рухлы, бай, изге, йомарт күңелле, асыҡ йѳҙлѳ, йәш йѳрәкле булып ҡалығыҙ.
Байрас Фазылов,
Абҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы.
Оставить комментарий