Балалар күңеленә асҡыс таба

Йәйге каникул тамамланыуға бара, оҙайлы ялдарынан һуң уҡытыусылар ҙа эшкә сыға башланы, ә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе мәғариф учреждениеһы етәкселәре, уҡытыусылар ѳсѳн яңы уҡыу алды старты булып тора.
Сираттағы уҡыу йылын Ҡаһарман мәктәбенең физика, математика, информатика уҡытыусыһы Вадим Ғәффәр улы Моратшин да ҙур түҙемһеҙлек менән кѳтә. Үҙ эшен яратҡан педагог тормошон мәктәптән, яратҡан уҡыусыларынан тыш күҙ алдына килтерә лә алмай.
Вадим Ғәффәр улы 1963 йылда Ҡаһарман ауылында тыуа. Һигеҙ йыллыҡ ауыл мәктәбен тамамлағас, Таштимер урта һѳнәрселек техник училищеһына уҡырға китә, сѳнки ул заманда механизатор һѳнәре абруйлы иҫәпләнә. Училищены тик “5” билдәләренә генә тамамлай. Ике йыл Венгрияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ул күңел ҡушыуы буйынса Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. Вузды уңышлы тамамлаған белгес тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хәҙер инде 22 йыл физика, математика, информатика фәндәре серҙәрен балаларға тѳшѳндѳрә.
- Үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Балаларға тѳплѳ белем бирә. Уның ҡулы аҫтында уҡыған уҡыусылар, артабан ниндәй генә уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа, һынатмайҙар. Ҡаһарман мәктәбенән сыҡҡан уҡыусыларҙың күптәре һуңғы йылдарҙа техник вуздарҙа белем алыуы ла ошо турала һѳйләй. Коллективта абруйлы, хәҙер үҙе лә йәштәргә кәңәшсе, - ти мәктәп директоры Сәғәҙәт Ғабдулла улы Хәйруллин.
Тормош иптәше Рәсимә Хәмзә ҡыҙы менән 20 йыл тормош кѳтәләр. Ҡыҙҙары Йәмилә - Ѳфѳ дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, Рәзилә Белорет педагогия колледжы студенты.
- Уҡытыусы һѳнәре ауыр, яуаплы. Йылдан-йыл мәктәптә эшләүе ауырлаша. Уҡыусылар һаны кәмеүе күңелде ҡырһа ла, балалар менән эшләүҙән йәм табам. Шуны әйтер инем: уҡырға теләге булғандар ауыл мәктәбен тамамлаһа ла, үҙ маҡсатына ирешә. Мин уҡыусыла-рымдың уңыш-тары менән ҡыуанам, - ти Вадим Ғәффәр улы.
Тыйнаҡ, итәғәтле Вадим Ғәффәр улын уҡыусылары ла ярата. Тимәк, ул балалар күңеленә асҡыс таба белә.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий