Инвалид балаларға ял ойошторолдо

Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән “Газпром трансгазУфа” йәмғиәтенең берлектәге саралар программаһы буйынса, мѳмкинлектәре сикләнгән балалар ѳсѳн Ағиҙелдән кәмәләрҙә ағыу ойошторолдо. Походта Бѳрѳ, Белорет, Бәләбәй райондарынан инвалид балалар ҡатнашты.
Ойоштороусылар ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ программа тѳҙѳгән - Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм Ҡорттар музейына эскурсия, туристар мунсаһында йыуыныу һәм усаҡ эргәһендә ултырыу. Һыуҙан ағыу балаларҙа ауырлыҡтарҙы еңеүҙә кѳс-дәрт ѳҫтәй, үҙҙәрендә ышаныс тыуҙыра һәм яңы дуҫтар табыуға ла булышлыҡ итә. Балаларҙы оҙатып йѳрѳгән ата-әсәләр ойоштороусыларға рәхмәтле.
Р. Мусина.
Оставить комментарий