Балалар хәүефһеҙлеге айлығы

Йәйге каникул ваҡытында балалар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен онота. Шуға ла йыл һайын 20 августан 20 сентябргә тиклем «Балалар хәүефһеҙлеге айлығы» башлана.
Айлыҡ балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе арттырыу, юл ҡағиҙәләрен уҡыусыларҙың хәтеренә тѳшѳрѳү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә дѳрѳҫ ҡарар ҡабул итһендәр ѳсѳн үткәрелә. Был кѳндәрҙә ЮХХДИ, ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын һәм башҡа хеҙмәттәр ҡатнашлығында белем биреү учреждениеларында конкурстар, викториналар һәм юл ҡағиҙәләрен күрһәтеү күнекмәләре ойошторола.
А. Трифонов,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек секторы мѳдире.
Оставить комментарий