Универсал хеҙмәткәр

Быйылғы һабантуйҙа «Ағас әҙерләү комплексының иң яҡшы эшсеһе» тигән маҡтаулы исем алған Ирина Әбүбәкер ҡыҙы Ишдәүләтова 36 йыл «Башлеспром» йәмғиәтенә ҡараған «БашХольц» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мастер булып эшләй. Хәйер, уның тураһында, универсал хеҙмәткәр, тиҙәр коллективта.
Тѳмән урман техникумын тамамлап, бер урында оҙаҡ йылдар эшләп, ағас әҙерләп оҙатыу эшенең бѳтә нескәлектәренә тѳшѳнгән Ирина Әбүбәкер ҡыҙы һәр эшсене алыштыра ала. Дәрт-дарманы ташып торған алсаҡ, йор һүҙле, уңған ҡатын тураһында бары маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килде. Һәр сараның уртаһында ҡайнаған ханым йыр-бейеүгә лә әүәҫ икән. Тормош иптәше Александр Васильевич менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр, хәҙер инде ѳс ейәнсәргә олатай-ѳләсәй улар. Үҙ ҡулдары менән һалған йорттоң балҡып ултырыуы ла бында уңған, матур күңелле кешеләр йәшәүе тураһында һѳйләй.
- Мин шул тиклем бәхетле кеше,- ти Ирина Әбүбәкер ҡыҙы. - Тормош иптәшемдән, эшемдән уңдым. Ғаиләмде, йортомдо, баҡсамды, эшемде, коллективымды яратам. Ҡатын-ҡыҙ ѳсѳн ошонан да ҙур бәхет бармы ни…

З. Сѳләймәнова.
Э. Мѳхәмәҙиева
фотоһы.
Оставить комментарий