Ѳләсәйем - күҙ нурым

«Урал» гәзите аша яратҡан ѳләсәйем Вәсимә Хәйбулла ҡыҙы Камаловаға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Ул балаларын үҫтереп кеше итеп кенә ҡалмай, беҙҙе, ейән-ейәсәрҙәрен дә, инә ҡоштай, ҡурсалап ҡына тора.
“Ѳләсәй, һин үҙеңде бәхетле тояһыңмы?” - тигән һорауға ул:
- “Ҡыҙым, йѳҙѳмдә бәхетем күренмәйме һуң?” - тип һорауға һорау менән яуап бирҙе.
Эйе, бәхет бәләкәй генә шатлыҡты ла оло иткән, аҙға ла ҡәнәғәтләнә белгәндәр йѳҙѳндә. Ѳләсәйем күпте талап итмәйенсә, беҙҙең бәләкәй генә уңыштарыбыҙға ҡыуанып, һәр атҡан таңға һоҡланып донъя кѳтә. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һис кенә лә тик ултырғанын күрмәҫһең.
Үҙ-үҙенә талапсан, уңған, тырыш ѳләсәйем 19 йәшендә генә Әзекәй мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Уны коллективы ла, уҡыусылар ҙа бик ярата. 30 йылдан ашыу бер мәктәптә директор урынбаҫары, һуңынан директор була. Ѳләсәйемде хатта ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Бында ла һынатмай ул. Беҙ уны аҡыллы, сабыр холоҡло, хәстәрлекле булғаны ѳсѳн яратабыҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ була. Улы менән ҡыҙына ла матур тәрбиә, белем бирә. Үтә лә йомарт минең ѳләсәйем. Һәр саҡ ѳҫтәлендә самауыры йырлап ултыра, ингән бер кешене сәй эсереп, күстәнәс биреп оҙата. Аш-һыуға, бәйләмгә лә оҫта минең ѳләсәйем, ә баҡсаһына һоҡланмаған кеше юҡ. Алсаҡ, ихлас, мѳләйем, изге йѳрәкле, матур күңелле ѳләсәйем йѳҙѳндә һәр саҡ бәхет балҡый. Ҡәҙерле ѳләсәй, киләсәктә лә шулай беҙҙең яҡты һәм йылы ҡояшыбыҙ булып балҡып ҡына бәхетле оҙон ғүмер кисерһәң ине.
Ейән-ейәнсәрҙәрең Айҙар, Ирек, Аделина исеменән - ейәнсәрең Эльвина Ғилметдинова,
Сермән мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.
Оставить комментарий