«Ҡәйнә теле»ндә эш ҡайнай

Ѳфѳ - Инйәр - Белорет автомобиль юлында ла ҙур үҙгәрештәр бара.
Елмәрҙәк тауындағы ҡырҡа боролошто халыҡта “Ҡәйнә теле” тип тә йѳрѳтәләр. Республикала транспорт күп йѳрѳгән һәм иң хәүефле юлдың был участкаһында әлеге ваҡытта киң масштаблы ремонт эштәре бара.
Тѳҙѳлѳштѳ “Башкиравтодор” предприятиеһы атҡара, кәрәк саҡта филиалдарынан да бригадаларҙы һәм техниканы йәлеп итәләр. Юлсылар юлды киңәйтеү менән генә сикләнмәй, ә һѳҙәклеген, нормативҡа ярашлы, 80 промиллегә еткерәләр. Йѳк транспортының ошо урында үтеүен еңелләштерәсәк, сѳнки ҙур йѳк автотранспорты ҡышын трассаның был участкаһын менгәндә лә, тѳшкәндә лә ҙур ауырлыҡтар кисерә.
Ремонт эштәрендә “Ҡәйнә теле” участкаһында беренсе тапҡыр георәшәткә ҡулланыла. Ул юл полотноһы конструкцияһын нығытасаҡ. Бейеклектең ҡапыл үҙгәреүен тѳҙәтеү маҡсатында, юлсылар ер ҡатламын 3,5 метрға тиклем алғандар. Бының менән ер аҫты һыуҙарына яҡынайғандар. Ә георәшәткә асфальто-бетон ҡатламының шыуыуына юл ҡуймаясаҡ һәм сифатты ла яҡшырта.
Оставить комментарий