"Был һайлауҙа эшләүе ҡыҙығыраҡ"

- Хәйҙәр Арыҫлан улы, “йәйге” һайлау кампанияһы нисек үтә? Урындағы комиссиялар бөгөнгәсә ниндәй эш башҡарҙы? 
- Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булырға теләүселәр өсөн тауыш биреү буйынса кампания ике ай самаһы элек башланды. Ә беҙҙең, ойоштороусыларҙың, был тәңгәлдә эше әллә ҡасандан - 2012 йылдың көҙөнән үк - бара. Төп һөҙөмтә - участка комиссияларының төҙөлөүе. Яңы ҡануниәткә ярашлы, уларҙың барыһы ла 1 мартҡаса формалашты һәм 28 августан эшкә тотонасаҡ. Быйыл яҙ 3452 участка һайлау комиссияһы булдырылды. Бының өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, сөнки элек ауыл-ҡалаларҙа һайлауҙы ойоштороусыларға ике урында эшләргә, өҙгөләнергә тура килде. Был йәмәғәт башланғысында, йәғни түләүһеҙ башҡарылды. Хәҙер иһә һәр кемдең тәғәйен эше лә, хеҙмәт хаҡы ла бар. Бөгөнгә һайлау кампанияһының мөһим саралары үтте. Әйткәндәй, берҙәм республика округы һәм бер мандатлы округтар буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләк белдергән 12 партияның бөтәһенең дә кандидаттары исемлеге теркәлде. Тағы алты партия кандидаттарын бер мандатлы округ буйынса ғына күрһәтте. 
Бер мандатлы 55 округ буйынса 391 кандидат теркәлгәйне, ә 42 кандидатты иҫәпкә ҡуйыуҙан закон нигеҙендә баш тарттыҡ. Теркәү үткәндән һуң ике кеше үҙ теләге менән кандидатураһын алды. Шулай итеп, бөгөн бюллетендәрҙә - 389 кандидат. Уларҙың 17-һе - үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, ҡалғандары - сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре. 
Бөгөн һайлау бюллетендәрен баҫабыҙ. Тауыш биреү кө-нөндә үҙҙәренең һайлау участкаларына килә алмағандар өсөн ситтән тороп һайлау мөмкинлеге биргән 70 мең бланк баҫылды. Уларҙы 28 авгусҡа тиклем - территориаль һайлау комиссияларынан, ә 29 августан 7 сентябргәсә участка һайлау комиссияларынан барып алырға мөмкин.
- 8 сентябргә тиклем беҙҙе һайлау кампанияһының тағы ниндәй мөһим этаптары көтә? 
- Яҡын көндәрҙә комиссиялар һәм һайлаусылар өсөн иң мөһиме - тауыш биреүселәр исемлеге буйынса эшләү. Территориаль һайлау комиссияларында һәр участка буйынса исемлек төҙөлөп бөтөп килә. Тәүге нөсхәләр 28 августан да һуңламай тейешле участкалағы һайлау комиссияһына тапшырылырға тейеш. Шул көндән алып һайлау хоҡуғына эйә һәр граждан, ниндәйҙер сәбәп буйынса исемлеккә инмәгән булһа, үҙен тауыш биреүселәр иҫәбенә индереүҙе һорап, участка комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә хаҡлы. Ул шулай уҡ үҙе тураһындағы мәғлүмәттәрҙәге хата хаҡында хәбәр итә ала. 
Кандидаттарға килгәндә, бөгөндән улар үҙҙәрен партия исемлегенән һыҙып ташлай алмаясаҡ. Партияларға ла ошо көндән һуң исемлектәге кандидаттарынан баш тартырға ярамай.
- Һуңғы йылдар тарихында быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа 12 сәйәси партия һәм 1200-ҙән ашыу кандидат ҡатнаша. Был эште ни тиклем ауырлаштыра? Көсөргәнеш һиҙеләме, әллә барыһы ла ғәҙәттәгесәме? 
- Ғәҙәттәгесә эш, тип әйтһәм, бигүк дөрөҫ булмаҫ, сөнки партияларҙың артыуы һайлауҙы ойоштороусыларға мәшәҡәттәр өҫтәне. Был һайлауҙа эшләүе ҡыҙығыраҡ. Берҙәм тауыш биреү көнөндә әлеге Рәсәй тарихындағы иң киң ҡоласлы һайлау үтәсәк. Тауыш биреү илебеҙҙең Ингушетия, Ҡа-барҙы-Балҡар һәм Санкт-Петербургтан башҡа бөтә төбәктәрендә лә ойошторола. 
Дөйөм алғанда, республикала партияларҙың әүҙемлеге юғары. Беҙ быға шатланабыҙ ғына. Һайлау комиссиялары сәйәси партияларҙың һәм кандидаттарҙың һәр береһенә демократик ҡарашта, тауыш биреүҙә ҡатнашһындар өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Беҙҙең комиссияларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ. Улар консультация үткәрҙе, документтарҙың күсермәһен эшләп бирҙе. Беҙҙең маҡсат - һәр ҡатнашыусыға ҡарата законды теүәл үтәү. Кандидаттар араһында аҡыллы, тәрән фекерле кешеләр күп. Улар менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек алаһың.
- Дәғүәселек кимәле нисек?
- Һис шикһеҙ, юғары. Депутат мандатына дүрт округта 11-әр, өс округта - 10-ар, тағы өс округта - 9-ар, туғыҙ округта - 8-әр, 14 округта - 7-шәр, 13 округта - 6-шар, алты округта 5-әр кандидат дәғүәләшә. Бер мандатлы өс округта ғына “конкурс” түбәнерәк - бер урынға дүрт кеше. 
Әлеге һайлауға ҡыҙыҡһыныу ҙур һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булыу өсөн халыҡтың төрлө ҡатламдары көрәшә. Араларында хатта ваҡытлыса эшләмәгәндәр һәм хужабикәләр ҙә бар. Кандидаттар араһында - 407 ҡатын-ҡыҙ. Төрлө кимәлдәге власть органдарында эш-ләүселәр ҙә байтаҡ. Әле беҙҙең парламентҡа депутат булыу өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһының - өс, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 36 һәм урындағы Советтарҙың 75 депутаты дәғүәләшә.
- Тауыш биреү сентябрь башында үтә. Бик көсөргәнешле мәл: халыҡ уңыш йыя, пенсионерҙар баҡсанан ҡайтмай, уҡыу йылы башланған саҡ... Белеүебеҙсә, участка комиссиялары ағзаларының күбеһе - уҡытыусылар. Һайлауға әҙерлек уларҙың йәйге ялы осорона тура килә. Ошоға бәйле ауырлыҡтар юҡмы? Был һайлаусыларҙың әүҙемлегендә сағылыш тапмаҫмы? Ул көндө күсереү башланғысы менән сығыш яһарға уйламайһығыҙмы? 
- Ай яҡшы: көн оҙон, йылы, кешеләрҙең кәйефе лә шәп. Биналарҙы ут яғып йылытырға, юлдағы ҡарҙы көрәргә кә-рәкмәй. Уҡытыусылар зар-ланмай, сөнки әле улар бушыраҡ. Һайлау сентябрҙә тәүге тапҡыр үтә, шуға күрә әле кире йәки ыңғай эҙемтәләр тураһында әйтергә иртә.
Тауыш биреүселәрҙең әү-ҙемлегенә килгәндә, 2006 йылда федераль законға ярашлы, һайлаусыларҙың ҡатнашыу сиге бөтөрөлдө. Хәҙер төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге һайлау теләһә ниндәй хәлдә, хатта тауыш биреүселәр бик әҙ килгәндә лә ойошторолдо тип иҫәпләнә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың күберәк килеүе яҡлы. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең үҙ яҙмышыңды хәл итеү сараһы икәнен аңлатырға тырыша. 
Башҡортостан ҙур сәйәси сараға әҙерләнә: 8 сентябрҙә V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ. Тауыш биреү быйыл үҙгәртелгән ҡануниәт нигеҙендә ойошторола, шуға бәйле, электән килгән йола буйынса, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмә үткәрелде.
Һайлаусыларҙың килеү-килмәүе күп нәмәгә бәй-ле. Мәҫәлән, агитация ҡыҙыҡлымы, һайлаусыларҙы быға әүҙем йәлеп итәләрме икәненә һөҙөмтәләрҙе ҡарап та билдәләргә була. Бына әле Ишембай һәм Салауат ҡалаларына Лановой килеп китте, Нефтекамала - Маркова. Бик шәп реклама! Иң мөһиме - тауыш биреүсе мәғлүмәтле булырға тейеш. Был эшкә беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм урындағы комиссиялар ҙур иғтибар бүлә. 
Әлбиттә, төп таянысыбыҙ - өлкән быуын. Уларҙың күбеһе заманында үҙе депутат булған, яуаплы вазифа биләгән. Ғөмүмән, береһе лә һайлауға битараф ҡалмай. Ил яҙмышын уйлайҙар. Йәштәрҙең күбеһе иһә “беҙһеҙ ҙә хәл ителер” тигән ҡарашта. Шуныһын беләм: беҙҙе һайлауға йөрөмәгәндәр генә тәнҡитләй. Граждан була тороп, ил яҙмышына нисек битарафлыҡ күрһәтергә мөмкин? Был бит - һинең тыуған ерең, Ватаның! Уның киләсәген алдан ҡайғыртыуҙа ҡатнашмағас, аҙаҡ йоҙроҡ болғауҙан ни мәғәнә?
- Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр нисек тауыш бирәсәк? 
- Беҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу граждан бар. Күп кенә райондарҙа “Асыҡ мөхит” маҡсатлы программаһы эшләй, һайлаусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Әлеге тауыш биреүҙә һуҡырҙар өсөн махсуслашҡан биш участка эшләйәсәк: Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Белоретта берәр, Бәләбәйҙә икәү. 
900-ҙән ашыу участка пандус, рельстар, тотоноу өсөн ҡорамалдар менән йы-һазландырылған. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының “Һайлау участкаһына юл” пилот программаһына ярашлы, Башҡортостанда 1906 һайлаусы-инвалидтың паспорты төҙөлгән. Ошоноң кеүек тағы 28 мең паспорт эшләү талап ителә. Унда инвалидтың категорияһы күрһәтелә, һайлау участкаһына тиклемге юл, унда осраясаҡ ҡаршылыҡтар ҙа теркәлгән.
- Элекке һайлауҙарҙа үткәрелгән кеүек “ҡыҙыу линия” ойоштороласаҡмы? 
- Эйе, ундай элемтә 1 июлдән үк эшләй. Был турала мәғлүмәт республика гәзиттәрендә һәм беҙҙең рәсми сайтта баҫылды. Күп каналлы 8-800-347-54-54 телефоны буйынса һайлаусы үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала. “Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡытын иҫе-геҙгә төшөрәйек: 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем эш көндәрендә - көндөҙгө 4-тән 6-ға тиклем, 2-7 сентябрҙә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, 8 сентябрҙә - иртәнге 8-ҙән киске 8-гәсә. 
Тауыш биреүселәрҙе нимә борсоуын, уларҙың ниндәй кимәлдә мәғлүмәтле булыуын белгебеҙ килә.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Оставить комментарий