Ҡѳрьән уҡыу сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай

Изге Ҡѳрьән Кәримдә Аллаһ: “Эйе, Аллаһты иҫкә алғас ҡына йѳрәктәр тыныслана”, - тигән. Зекер әйтеү - Аллаһҡа яҡынайыу нигеҙе. Беҙҙе барлыҡҡа килтергән Хоҙайҙы хәтергә тѳшѳрѳү менән генә рухи һәм физик сәләмәтлекте ҡаҡшатҡан ауырыуҙарҙан ҡотола алабыҙ.

Ғәрәп ѳндәрен дѳрѳҫ әйтһәң, күп ауырыуҙарҙан ҡотолорһоң
Быны бѳгѳнгѳ кѳндә Нидерланд психологы, профессор Ван дер Ховен да раҫлаған. Ул тәжрибәләр ярҙамында Ҡѳрьән уҡыу һәм Аллаһ һүҙен йыш ҡабатлауҙың кеше ѳсѳн бик файҙалы булыуын асыҡлаған.
Иң ғәжәпләндергәне шул: Ван дер Ховен үҙе мосолман түгел. Психолог Ислам дине һәм Ҡѳрьән менән тик фәнни күҙлектән генә сығып ҡыҙыҡһына. Ул ѳс йыл буйы бик күп пациенттар менән тикшеренеүҙәр үткәрә. Билдәле бер ваҡыт эсендә тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙы, ғәрәп фонетикаһы нормаларына ярашлы, “Аллаһ” һүҙен әйтергә ѳйрәтәләр. Был иҫ киткес һѳҙѳмтә бирә. Эс бошоу, нервылар ҡаҡшауы, кәйефһеҙлектән ыҙалаусыларға был һүҙ шунда уҡ ыңғай тәьҫир итә.
“Әл-Ватан”, “Ҡатариар-райя” гәзиттәрендә психологтың түбәндәге һүҙҙәре баҫылып сыға. “Ҡѳрьәнде йыш уҡыған һәм ғәрәп ѳндәрен дѳрѳҫ әйткән мосолмандар психик һәм нервы ауырыуҙарынан һаҡлана. Ғәрәпсә әйтелгән «Аллаһ» һүҙе уларҙы бик күп бәләләрҙән яҡлай”.
«Аллаһ» һүҙендәге һәр хәреф йән ауырыуы, күңел тынысһыҙлығы кисергән ауырыуҙы дауалауҙа мѳһим роль уйнай, тигән фекерҙә ғалим. «Аллаһ» һүҙендәге тәүге «Әлиф» һуҙынҡыһы - тын алыуҙы контролдә тота, респиратор системаһының эшмәкәрлегенә ярҙам итә. “Л” тартынҡыһын әйтеү - һулыш алғанда тын юлдарына ят есемдең инеүен тотҡарлай. Ә “Һ” үпкә менән йѳрәктең эшмәкәрлеген яҡшырта, был, үҙ сиратында, йѳрәк тибешен контролдә тота.

«Аллаһ» һүҙен әйткәндә аң Хоҙай хаҡында иҫкәртә
Бѳйѳк Шәйехтәр әйтеүенсә, ғәрәп хәрефтәренең һәр береһенең артында матди донъя менән бѳйѳк аң араһындағы бәйләнеш тора. «Аллаһ» һүҙен әйткәндә аң тѳпкѳлѳндә кешегә Бѳйѳк Хоҙай тураһында иҫкәртеүсе уттар ҡабына икән. Һәм кешенең булмышын түбәндәге мәғлүмәт биләп ала. Һәр нәмәне барлыҡҡа килтереүсе Хоҙай Тәғәлә, бѳйѳк зат кешегә йән биреп, уға тыумыштан илаһи белем, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәүгә ынтылыу кѳсѳ бирә. Улар кешенең тәненә, аңына, йәненә ҡуша үрелгән.
Дѳйѳм алғанда, ғәрәп хәрефтәренең ҡайһыһын ғына әйтһәң дә, билдәле бер йүнәлештә таралған вибрация барлыҡҡа килә. Ул оҙайлы тәьҫир итә һәм тәнгә, аҡылға, йәнгә йоғонто яһай. Мәҫәлән, “айн” йәки ”ғайн” ѳндәре башҡа телдәрҙә юҡ. Тимәк, кешегә тейешле тәьҫир итһен ѳсѳн, был ѳндәрҙе дѳрѳҫ итеп ғәрәпсә әйтергә ѳйрәнергә кәрәк. Зекер әйткәндәге һәм Ҡѳрьән аяттарындағы һуҙынҡы, тартынҡы ѳндәрҙең аралашып килеүе, дѳрѳҫ әйтелгәндә, Аллаһ тураһында мәғлүмәт алып килә һәм уны уҡыған кешенең тәне буйлап тарата.
Мәҫәлән, оҙон һуҙынҡы “а-а-а” - физик сәләмәтлек ѳсѳн генә түгел, рухи һаулыҡ ѳсѳн дә файҙалы булған орган - йѳрәк эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай. Ә оҙон һуҙынҡы: “и-и-и” биҙҙәр шешеүгә ҡаршы дауа тиһәң дә була. Ғалимдар шундай һѳҙѳмтәгә килгән: “и-и-и” ѳнѳ йәшәү кѳсѳн активлаштыра. Фән тарафынан әле был турала тикшереүҙәр дауам итә. Ҡѳрьәндең бѳйѳклѳгѳнѳң үҙенә тартыу кѳсѳ серҙәренең береһе бына ҡайҙа икән...

Ҡѳрьән тыңлаусыларҙың
97 проценты стрестан ҡотола
АҠШ-тың Флорида штатының Панама ҡалаһындағы “Аҡбар” клиникаһында уҙғарылған тикшеренеүҙәрҙә кеше сәләмәтлегенә Ҡѳрьән уҡыу һәм тыңлауҙың бик файҙалы йоғонто яһауы асыҡланған.
Тәжрибәне Америкала йәшәүсе мосолман ғалимы Әхмәд-әл-Кадий үткәргән. Ул кешегә Ҡѳрьәндең ыңғай тәьҫир итеүен иҫбатларға тейеш була. Изге китаптың кѳсѳн заманса ҡоролмалар ярҙамында иҫәпләп теркәйҙәр. Тәжрибә ѳсѳн мосолман булмаған, ғәрәп телен белмәгән тѳрлѳ йәштәге ирҙәр, ҡатындар һайлана, йәғни тик-шереү Ҡѳрьәнде һәм Изге китап яҙылған телде белмәгән кешеләр менән үткәрелә. Үҙ теләктәре менән тикшереүҙә ҡатнашыусылар Ҡѳрьәндең һәм уның инглиз теленә тәржемә ителгән йѳкмәткеһен тыңлаған. Изге китапты тѳрлѳ тауыш уҡыған, сѳнки бер юлы уның ѳндәренең тәьҫирен дә тикшереп ҡарарға булғандар. Тәжрибә бер йыл буйы дауам итә. Һѳҙѳмтә бик ҡыҙыҡлы була. Ҡѳрьән тыңлаусыларҙың 97 проценты стрестан ҡотолған. Быны кеше организмындағы үҙгәрештәрҙе теркәп барыусы махсус ҡоролма ярҙамында асыҡлағандар. Күпселек осраҡта электрондарҙың тирегә, йѳрәк эшмәкәрлегенә, тән температураһына йоғонтоһон теркәгәндәр. Бер юлы башҡа органдарҙың эшмәкәрлеге үҙгәреүен дә тикшергәндәр. Сүрә уҡыуҙы тыңлау нервы системаһына ыңғай йоғонто яһауы күҙәтелгән. Ҡѳрьән ярҙамында ҡайһы бер сирҙәрҙе, шул иҫәптән йѳрәк ауырыуҙарын дауалап булыуы асыҡланған. Дѳйѳм алғанда, был тикшеренеүҙәр Изге китаптағы ҡайһы бер урындар айырым энергетикаға бай булыуын да иҫбатлаған. Был энергетика кешегә һәм уның организмына тышҡы йоғонтоларға ҡаршы торорға кѳс бирә. Ҡѳрьәндең тап ана шул билдәле аяттарын уҡығанда был хәл күҙәтелгән. Ләкин шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ҡѳрьәндең күп күләмле мәғәнәһен ғәрәп телен Ҡѳрьән уҡыу сәләмәтлеккә   ыңғай йоғонто яһайкамил белгән кеше лә ҡабул итә алмаҫҡа мѳмкин. Һәр аяттың бик күп тѳрлѳ яҡтары күҙгә күренмәгән кимәлдә (күҙәнәк, атом, субатом кимәлендә) тәьҫир итә. Бѳгѳнгѳ кѳн технологиялары, теоретик фән ярҙамында ла әлегә был тәьҫир итеү процесын теркәргә мѳмкинлек юҡ.
Нурия
Шәрипова
әҙерләне.
Оставить комментарий