Ҡѳрьән тыңлаусыларҙың 97 проценты стрестан ҡотола АҠШ-тың Флорида штатының Панама ҡалаһындағы “Аҡбар” клиникаһында уҙғарылған тикшеренеүҙәрҙә кеше сәләмәтлегенә Ҡѳрьән уҡыу һәм тыңлауҙың бик файҙалы йоғонто яһауы асыҡланған.

12 сентябрҙә ҡаланың үҙәк китапханаһында Урал аръяғы ижадсыларының «Ҡуңыр буға» берләшмәһе йәмәғәт ойошмаһының күсмә семинары булып уҙҙы.
Ойошма рәйесе Мәүлит Ямалетдиновтың отчеты тыңланды, Белореттан Әнисә Аҫылғужинаның хикәйәләр һәм нәҫерҙәр, Әбйәлилдән Мәрйәм Сәлмәнованың балалар ѳсѳн шиғырҙар йыйынтыҡтары тикшерелде, башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Семинарҙа Учалы, Әбйәлил ижадсылары менән бергә Белореттан Фәриха Вәлиуллина, Мѳхәррәм Сәлимов, Мәнзүрә Абдуллина, Мәүлит Кәримов, Әнисә Аҫылғужина ҡатнашты. Әйткәндәй, Әнисә Аҫылғужинаның нәҫерҙәре һәм хикәйәләре ҡәләмдәштәре тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Эшлекле анализдан һуң фекер алышҡас, йыйынтыҡты Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына тәҡдим итергә тигән ҡарарға килделәр.
Семинарҙа шулай уҡ «Урал батыр» эпосын һѳйләүселәр араһында урыҫ балалары ѳсѳн зона конкурсы ойошторорға, тигән тәҡдимдәр ҙә булды.
Йәнле аралашыу, фекер алышҡандан һуң семинарҙың ҡарар проекты ҡабул ителде.
Һуңынан яҙыусылар китап уҡыусылар менән осрашты. Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң шиғырҙар, йырҙар бүләк итте. Осрашыу бигерәк тә педагогия колледжы студенттары ѳсѳн файҙалы һәм фәһемле булды.
«Ҡуңыр буға» ижадсылары ҡунаҡсыл үҙәк китапхана директоры Рәшит Ғосман улы Мѳхәмәҙиевкә һәм уның хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп таралышты.
Зѳлфирә Сѳләймәнова.
Оставить комментарий