Ноутбук еңел табышҡа әйләнгән

Белоретта йәштәр та-рафынан ойошторолған мәжлес ноутбук урлау менән тамамланған.
Өс егет күңеллерәк булһын өсөн табынға ҡыҙҙарҙы ла саҡыра. Төнгә ҡарай ҡыҙҙар ҡайтырға йыйына. Әммә егеттәр былар менән хушлашырға теләмәй. Хатта береһе фатир ишеген эстән бикләп, асҡысын алыҫҡараҡ йәшереп тә ҡуя. Иртә менән асҡыстың бөтөнләй юҡҡа сығыуы асыҡлана. Фатирҙан сығыу өсөн асҡыстың дубликаты булған туғандарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Урамға сыҡҡас, фатир хужаһы үҙ эше менән китеп бара. Әммә “ҡунаҡтар” ғына ҡайтырға теләмәй, урамда тора бирә. Уларҙың береһенең кеҫәһенән юғалған асҡыс килеп сыға. Былар оҙаҡ уйлап тормай, фатирға кире инеп, ноутбукты урлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала “дуҫтарҙы” ҡулға алды һәм урланған әйберҙе хужаһына кире ҡайтарып бирҙе.

***
Хоҡуҡ һаҡсылары ноутбук урлауҙа ғәйепләнеүсе 23 йәшлек Әбйәлил районы кешеһен ҡулға алған. Магнитогорск ҡалаһынан ял итергә килеүсе йәштәр “Абҙаҡ” ял йортонда урынлаша. Күңел асыуҙың иң ҡыҙған мәлендә быларға йәш егет килеп ҡушыла. Таңға ҡарай иҫерек ял итеүселәр йоҡларға таралышҡас, егет быларҙың ноутбуктарын онотоп китеүҙәрен күреп ҡала. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡиммәтле ноутбукты алып ҡайтып та китә. Ял итеүселәр төшкә ҡарай уянып, ноутбуктары юғалыуын белеп ҡалып, урындағы участка уполномоченныйына мөрәжәғәт итәләр. Үҙенең участкаһындағы һәр бер кешене яҡшы белгән полицияның участка уполномоченныйы Рифат Муллағәләмовҡа бур-ҙың эҙенә төшөүе әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Был ваҡытҡа ҡиммәтле ноутбук хужаһы әйберен кире ҡайтарып биреүҙәренә һәм ундағы кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тергеҙеүенә өмөтөн өҙгән була. Шуға ла, ноутбукты ҡулына тапшырғас, полиция хеҙмәткәренең һөҙөмтәле эш эшләүенә һоҡланыуын йәшерә алмай.
Был факттар буйынса енәйәт эш ҡуҙғатылған.
Гүзәл
Байбулатова.
Оставить комментарий