Бѳтәһенә лә ѳлгѳрә

Һәр ауылдың абруйлы һәм хѳрмәтле кешеләре була. Абҙаҡта йәшәүсе Рәфҡәт Закир улы Нәжмитдинов ана шундайҙарҙан. Ауылдаштары юҡҡа ғына уны староста итеп һайлап ҡуймаған. 26 йыл буйы ауыл Советы рәйесе булып эшләүе лә абҙаҡтарҙың ышанысы һәм хѳрмәте тураһында һѳйләй. Һѳнәре буйынса тѳҙѳүсе Рәфҡәт Закир улы ысын мәғәнәһендә бәхетен үҙ ҡулдары менән «ҡоя».
Армиянан ҡайтып тѳҙѳлѳштә эшләп йѳрѳгән уңған егетте яңы асылған мал һимертеү совхозы бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы йүнәлештә 8 йыл эшләү осоронда ул үҙен һәйбәт ойоштороусы, кешелекле, хәстәрлекле етәксе итеп күрһәтә. Ауыл хужалығында эшләп ѳйрәнмәгән кешеләрҙе яңы йүнәлешкә бороу еңелдән булмай. Үҙенә лә күп нәмәгә ѳйрәнергә тура килә. Һуңынан уны ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Кешенең шатлығын да, ҡайғыһын да үҙенеке итеп ҡабул иткән етәксене олоһо ла, кесеһе лә хѳрмәт итә.
Тырыш кеше ниндәй генә заманда ла юғалып ҡалмай. 1996 йылдан уңышлы эшләп килгән эшҡыуар ҙа ул Рәфҡәт Закир улы. Ѳлгѳлѳ йорт хужаһы, атай, олатай хәҙер инде мәрхүмә булып ҡалған тормош иптәше, уҡытыусы Ғәлиә Мәүлит ҡыҙы менән үҙҙәре кеүек тәрбиәле, тырыш ѳс ул үҫтереп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Рәфҡәт Закир улы әле лә мал тотоп, баҡса үҫтереп, гѳрләтеп йәшәй. Уның баҡсаһынан хатта ҡайһы бер хужабикәләр кѳнләшерлек.
- Быйыл 20 тѳр сәскә ул-тырттым, кешесә йәшәйем, тиһәң, тырышаһың инде, - ти Рәфҡәт Закир улы. - Эшемә килгәндә, мин бит бер үҙем тартмайым йѳктѳ. Ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, йәштәр эше буйынса белгестәр, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп эшләйбеҙ. Ауылдың патриоттары ла ныҡ ярҙам итә. Мәҫәлән, Мәжит Бүләкбай улы Зарипов, Сәлим Салауат улы Хазыров, Сәғит Мәһәҙей улы Мәғәсүмов, Рифат Нуретдин улы, Нурфат Нуретдин улы Йомағужиндар. Мәжит Зарипов үҙ аҡсаһына мәсеткә һыу үткәрҙе һәм кәртәләгәндә ағас менән ярҙам итте. Бергәләп ауылды тѳҙѳкләндереү эштәрен алып барабыҙ. Ауыл уртаһында хоккей майҙансығын булдырыу кесеһенә лә, олоһона ла ҙур шатлыҡ булды. Балалар атай-әсәйҙәре менән конькиҙа шыуырға киләләр. Спортты яратҡан ғаиләләр күп беҙҙә.
Бер Абҙаҡ халҡы менән генә эшләмәйбеҙ. Беҙҙең хакимиәткә ҡараған Уралтау ауылы старостаһы Фуат Ғабдулхан улы Мортазин, Мѳхәмәт ауылы старостаһы Рафаил Рафиҡ улы Хәлитов, Ҡаҫмаҡтынан Салауат Ғәлимйән улы Мѳхәмәҙиев, Яңы Абҙаҡтан Роза Ғәләүетдин ҡыҙы Ғаррапова тѳрлѳ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, Ғәббәс Нурулла улы Хамматов етәкселегендәге аҡһаҡалдар ҡоро иң ҙур терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ булып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәтижә Бәхтей ҡыҙы Ғайсина, йәштәр эше буйынса белгес Мәҙинә Абдулла ҡыҙы Шоҡобаева менән бергәләп, медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡа белгестәрҙе алып ѳлкән кешеләрҙең ѳйҙәренә лә барабыҙ. Халыҡ ышанысын аҡларға тырышабыҙ, - ти ауыл старостаһы.
Рәфҡәт Закир улы Нәж-митдинов тураһында беҙ тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеттек. Тормошобоҙҙо тап ошондай кешеләр биҙәп тора ла инде.
З. Сѳләймәнова.
Н. Шәрипова
фотоһы.
Оставить комментарий