Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә

Кешегә ғүмер бер генә бирелә һәм һәр кеше уны үҙ булмышы, үҙ намыҫы, үҙ тәрбиәһе ҡушҡанса уҙа. Бәхетте лә кемдер эшләгән эшендә, кемдер ғаиләһендә: тормош иптәшендә, балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә күрә.
Маныштыла йәшәүсе атайым, Миһранов Нурулла Мѳхѳтдин улы, минеңсә, эшенән дә, хәҙер инде мәрхүмә булып ҡалған һѳйѳклѳ тормош иптәшенән дә, уның ѳсѳн ѳҙѳлѳп торған балаларынан да, һағынып, яратып ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәренән дә уңды. Шулай булырға тейеш тә, сѳнки атайымдың тырышлығына, башлаған эшен аҙағына еткерә белеүенә, намыҫлы, туған йәнле булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Тѳп һѳнәре - уҡытыусы эшенән тыш, атайым улдарын йорт, ир-ат эшенә ѳйрәтеүҙе лә үҙ бурысы итеп һананы. Үҙ ғүмерендә бик күп бура бураған кеше ул. Армиянан ғына ҡайтҡан егет яңғыҙы мунса бурап күтәрә. Ә бит ѳләсәйемдең 3 ҡыҙы араһында ул бер бѳртѳк малай булып үҫкән, 1 йәштә генә атайһыҙ ҡала. Ѳйләнгәс тә үҙ кѳсѳ менән ҙур итеп ѳй һалып, ғаиләһен ҡыуандыра. Ѳлкән улына ла икәүләп кенә ѳй бурайҙар. Ҡалған ѳс улына ла ѳй һалып бирҙе. Утынға тип алған ағастан да бынамын тигән бура бурарға оҫта атайым. Кем ярҙам итте, тип һораһаң: «Арҡан дуҫ»,- тип шаяртырға ярата. Ҡаһарманда беҙ ѳй һалған осорҙа, атайым ваҡыт табып, балтаһын тотоп, алыҫ араны яҡын итеп, килеп етә ине. Барыһы ѳсѳн дә атайыма ҙур рәхмәт әйткем килә.
Заман менән бергә атлаған атайым үҙенең уңғанлығы, тырышлығы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән районыбыҙҙың абруйлы һәм хѳрмәтле кешеләренең береһенә әүерелде. «Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы ветераны» исемен лайыҡлы йѳрѳтә. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Уның кеүек атайҙар күберәк булһа ине.
Миләүшә Моратшина
(Миһранова).
Ѳфѳ.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий