Ғәли Хәмзин призына

22 ноябрҙә Әх-мәр ауылында Баш-ҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре-мияһы лауреаты Ғәли Хәмзин призына конкурс уҙғарыла.
Ул бер турҙа үтәсәк, ә еңеүселәр ѳс номинацияла - эстрада вокалы, эстрада-вокаль ансамбле һәм халыҡ вокалы буйынса билдәләнә. Сараны муниципаль ра-йондың мәҙәниәт ида-ралығы, Әзекәй ауыл хакимиәте ойоштора. Кон-курста райондың бѳтә мәҙәниәт учреждениелары, 16 йәштән һәм унан олораҡ һәүәҫкәр йырсылар ҡатнаша ала. Башҡарыласаҡ йырҙы һәр кем үҙе һайлай. Шулай ҙа Заһир Исмәғилев, Абдулла Хәлфетдинов һәм Ғәли Хәмзин ре-пертуарындағы йырҙарға ѳҫтѳнлѳк биреләсәк. Конкурсанттарҙы Рә-сәйҙең атҡаҙанған, Баш-ҡортостандың халыҡ артисы, милли оркестр етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге жюри ба-һалаясаҡ.
Ғәли Хәмзин Баш-ҡортостандың музыка сәнғәтен сит илдәрҙә яҡтыртыуға, уның ба-һаһын күтәреүгә ҙур ѳлѳш индергән шәхес. Ул АҠШ-тың Миннесот штатындағы Минеаполис ҡалаһының почетлы гражданины. Билдәле йырсының ижады менән донъяның башҡа илдәрендә лә яҡшы таныштар. Уның вокал оҫталығы, бәрхәт тауышы күптәрҙә башҡорт халҡының оҙон кѳйҙәренә һоҡланыу, ҡыҙыҡһыныу уятты. Нәҡ шуның ѳсѳн ул 1985 йылда халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бѳтә Рәсәй конкурсының тәүге премияһы лауреаты булды. Яҡташыбыҙ талантлы ойоштороусы ла ине, ул 25 йыл буйы “Йәдкәр” фольклор тѳркѳмѳнѳң етәксеһе булды. Бик күп халыҡ-ара, бѳтә союз конкурстары лауреаты һәм дипломанты.
Ғәли Хәмзин призына конкурс ике йылға бер тапҡыр ойоштороласаҡ.
Э. ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий