Иллюзиямы, әллә мәғлүмәт сығанағымы?

Интернет - ул компьютер селтәрҙәренең үҙ-ара бәй-ләнеше, мәғлүмәт-һанау ресурстары аша мәғлүмәт биреүсе глобаль донъя системаһы. Бындай системаны уйлап сығарыу 1957 йылда уҡ башлана. Советтар Союзы ерҙең яһалма спутнигын осорғас та, АҠШ-тың оборона министрлығы беҙҙең илдән ҡурҡыуға ҡала һәм һуғыш сыға ҡалһа, Америка ѳсѳн ышаныслы мәғлүмәт биреү системаһы уйлап сығарырға кәрәк тип хәл итә. Шулай итеп, АҠШ-тың тикшереү проекттарының алдынғы агентствоһы ARPANET компьютер селтәрен булдырырға тәҡдим итә. 1969 йылда ошо проектҡа ярашлы был селтәр дүрт фәнни учреждениены берләштерә. Яйлап ARPANET селтәре үҫә, камиллаша тѳшә, уны тѳрлѳ фән ѳлкәһендә эшләгән ғалимдар файҙалана башлай. 1969 йылдың 1 сентябрендә Лос-Анджелестың Калифорния университетында ARPANET- тың тәүге серверы булдырыла. (Сервер - икенсе төрлө әйткәндә, төрлө мәғлүмәттәргә эйә булыусы файлдарҙы һаҡлау урыны. Бер компьютерҙың икенсе компьютерҙарға мәғлүмәт биреүе, хеҙмәт күрһәтеүе).
1971 йылда электрон почта ебәреү программаһы булдырыла һәм бик тиҙ арала популярлыҡ яулай.
1973 йылда ARPANET селтәренә трансантлантик телефон кабеле (йәғни Атлантик океан тѳбѳнән телефон сигналдары һәм мәғлүмәттәр ебәреү ѳсѳн үткәрелгән кабель) аша Бѳйѳк Британия һәм Норвегияның күп кенә ойошмалары ҡушыла. Тора-бара селтәр халыҡ-ара селтәргә әйләнә. Ләкин, ARPANET селтәре икенсе техник стандарттар буйынса тѳҙѳлгән селтәрҙәр менән бәйләнеш булдырып, еңел генә эшләп китә алмай. 1984 йылда был селтәрҙең етди конкуренты барлыҡҡа килә: АҠШ-тың милли фәнни фонды NSFNet (инглиз теленән ҡыҫҡартып алынған: National Science Foudation Network) тип аталған университет ара киң селтәргә нигеҙ һала. Ул бик күп ваҡ ҡына селтәрҙәрҙән тѳҙѳлә һәм ARPANET-ҡа ҡарағанда ла киңерәк мәғлүмәт таратыу мѳмкинлегенә эйә була. Ярты йыл эсендә был селтәргә 10 меңдән ашыу компьютер ҡушыла.
1988 йылда Интернеттта реаль ваҡытта аралашыу мѳмкинлеген уйлап табалар.
1991 йылда иһә Бѳтә донъя ауы барлыҡҡа килеп, ҙур популярлыҡ яулай һәм Интернетта мәғлүмәт менән төп тәьмин итеүсе була.
1997 йылда Интернетта бѳтәһе 10 млн. компьютер иҫәпләнә.
1998 йылда Рим папаһы Иоанн Павел II 30 сентябрҙе бѳтә донъя Интернет кѳнѳ тип иғлан итергә тигән ҡарар сығара.
Дөрөҫ, бѳ-гѳнгѳ заманды Интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Интернет менән компьютер селтәрҙәре аша ғына түгел, ә спутник бәйләнеш, радиосигнал, ка-белле телевидение, телефон, кәрәҙле бәйләнеш һәм хатта һыу үткәргес торбалар аша ла файҙаланып була. Уның файҙаһы күберәкме әллә инде зыянымы икәнен асыҡ ҡына билдәләп тә булмай. Интернт аша һәр кем үҙе эҙләгәнен таба. Яҡшыны эҙләгән яҡшыға, яманды өмөт иткәне яманға юлыға, сөнки Интерент күп яҡлы һәм төрлө. Эҙләгәнеңде табыу өсөн бик күп юлдар, һуҡмаҡтар бар. Тик унда: «уңға китһәң, уңырһың, һулға тартһаң, туңырһың» тигән кеүек йүнәлештәр юҡ, кәрәккән юлыңлы үҙең һайлайһың. Унда кемдер кәрәкле мәғлүмәт, икенсе бере үҙ яртыһын эҙләй. Баштары эшләгәндәре Интернет аша кеҫәһен ҡалынайта, белемен камиллаштыра, ә ѳсѳнсѳләре иһә, селтәрҙә күңел аса, яратҡан шѳғѳлдәре менән булыша.
Шулай ҙа, ваҡыт самаһын онотмай, дөрөҫ файҙалана белгәндә, Интернет селтәренең файҙаһын күп күрергә була. Мәғлүмәт менән алышыу, ниндәйҙер хәбәр ебәреү ѳсѳн дә ҡағыҙ, ҡара әрәм итеп, яҙышып ултырырға ла кәрәкмәй. Бының өсөн бер тѳймәгә баҫыу ҙа етә. Кәрәкле хәбәр бер нисә секунд эсендә бѳтә донъяны урап сығасаҡ. Американың танылған бер тауар ташыу фирмаһы билдәләүенсә, клиенттар менән онлайн системаға тоташыу һѳҙѳмтәһендә ул 2 млрд. бит ҡағыҙҙы экономиялай алған. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, заман технологияһының күпме урманды ҡотҡарып ҡалыуын да яҡшы самаларға була. Ғөмүмән, бѳгѳн Интернеттың тормошобоҙҙан юғалыуын күҙ алдына ла килтереп булмай. Был осраҡта нисәмә миллион кешенең эшһеҙ ҡалыуын, күпме компанияларҙың бѳлгѳнлѳккә тѳшѳүен самалауы ла ҡыйын.
Интернет - белемеңде байытыусы, белмәгәнеңде ѳйрәтеүсе бай мәғлүмәт сығанағы. Ләкин бында ла хәүефле урындар етерлек. Бындағы хәүеф сығанағы реаль донъяныҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай, тиһәк тә хата булмаясаҡ. Тормошобоҙҙа осраған хулигандар, мутлашыусылар, кеше алдап байырға теләүселәр бында ла бихисап. Бары тик уларҙың исемдәре генә башҡа төрлө атала. Мәҫәлән, Интернеттың танылған хулигандары - гриферҙар, улар һәр яҡлап та белемле, хәбәрҙар. Ғәҙәттә, бындай хулигандар башҡаларҙы, бигерәк тә Интернетҡа башлап теркәлгәндәрҙе, йәғни «сәйнүктәрҙе» мыҫҡыллай. Улар команда буйынса уйнарға ҡамасаулай, цензураһыҙ лексика ҡуллана, башҡа гриферҙар мерән берләшеп, берәҙәк бандалар булдыра. Улар тѳрлѳсә алдап хәбәрҙәр ебәрә, һеҙҙен социаль селтәрҙәге битегеҙҙе блокадалай, һеҙ булып башҡаларға хаттар яҙа, компьютер системаһын эшлектән сығарыу ѳсѳн тѳрлѳ вирустар ебәрә һ.б. Гриферҙар килтергән зыяндан күп кенә компаниялар үҙ клиенттарынан ҡолаҡ ҡаға. Бигерәк тә тѳрлѳ уйындар уйлап сығарыусылар уларҙан яфа күрә һәм гриферҙарҙан ҡотолоуҙың тѳр-лѳ юлдарын эҙләй.
Троллерҙар, йәки ки-бербуллялар. Улар селтәрҙә ысын мәғәнәһендәге «виртуаль террор» ойоштора һәм бының өсөн аныҡ ҡорбандар һайлай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, троллинг менән психик тайпылыштары бул-ған кешеләр, күбеһенсә йәштәр, йә иһә үҫмерҙәр булыша. Троллерҙар никты ла (Интернеттағы ҡушамат) үҙҙәренең ҡылыҡтарына хас булған йәмһеҙ һүҙҙәрҙән һайлай. Уларҙың маҡсаты - кемделер фекер алышыуға йәлеп итеп, төрлө кәмһетеүҙәр менән уны нервы ҡаҡшауына еткереү һәм шунан ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу.
Интернет менән файҙа-ланыусыларҙың фишерҙар тураһында ла ишеткәне барҙыр.
Фишинг - инглиз һүҙенән - балыҡ тотоу тигәнде аңлата. Фишерҙар - Интернетта мутлашыусылар. Улар тѳрлѳ алдыҡ юлдар менән Интернет селтәрендә ултырыусынан мәғлүмәт алырға тырыша. Паролдәрҙе урлай, кредит карталарының, банк иҫәп-тәренең номерҙарын һәм конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе белергә тырыша. Фишерҙарҙың һѳжүме йылдан-йыл хәйләкәрерәк була бара. Улар социаль инженерияның барлыҡ алымдарын да киң файҙаланып, клиенттарҙы ҡурҡытырға, уларҙан кәрәкле мәғлүмәтте әйттереү ѳсѳн тѳрлѳ мәкерле сәбәптәр уйлап табырға тырыша. Ғәҙәттә, фишерҙар ебәргән хәбәрҙәр янауға ҡоролған була, мәҫәлән, әйтелгәнде үтәмәгәндә карталағы иҫәптәрҙең, сайттарығыҙҙың, социаль селтәрҙәге биттәрегеҙҙең ябылыуы һ.б. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар үҙҙәренең мәғлүмәт талап итеүен мәкерле фишерҙар менән көрәшеү, уларҙан ҡотолоу өсөн кәрәк тип аңлата һәм күрһәтелгән һылтанма аша үтеп, паролегеҙҙе, логинығыҙҙы яҙырға ҡуша.
Фишинг сайттар оҙаҡ эшләй алмай, сѳнки уларҙы фишингка ҡаршы ҡуйылған фильтрҙар тиҙ арала тотоп, юҡҡа сығара. Уларҙың эшмәкәрлеге иң күп тигәндә 5 кѳн самаһы дауам итә. Мутлашыусыларға яңынан-яңы сайттар асып торорға ғына ҡала.
Э. Мѳхәмәҙиева әҙерләне.
Оставить комментарий