Бесән әҙерләү ҙә ауырлашты…

Бесән сабырлыҡ кешене ауыл буйлап та табып булмай. Хатта аҡсаға ла эшләргә теләмәйҙәр. Бер-береңә ярҙам итеү, күңелле ѳмәләр күптән инде онотолған. Кеше генә түгел, тәбиғәт тә икенсе яҡҡа үҙгәрҙе бит. Аңламаҫһың, кеше тәбиғәткә яраҡлашамы, әллә тәбиғәт кешегәме? Бигерәк тә быйылғы йәй ауырға тура килде. Сосораҡтар йәй башында уҡ бесән әҙерләп ѳлгѳрһә, йәй уртаһында тѳшкәндәргә ѳҙлѳкһѳҙ яуған ямғырҙар ҡамасауланы. Сентябргә ѳмѳтләнеүселәрҙең дә ниәте аҡланманы. Мал аҙығы наҡыҫ булғас, күпләп мал тотоуҙың файҙаһы ла булмаясаҡ. Тимәк, мал һаны кәмейәсәк. Ошо турала халыҡ фекерен дә белештек.
«Игенсе» йәмғиәте етәксеһе Ильяс Хафизов:
- Быйыл икеләтә ҡыйынға тура килде. Кѳн аралаш яуған ямғырҙар бесәнде йыйып алырға мѳмкинлек бирмәй. Бѳгѳнгѳ кѳндә 70 тонна иген, ужым арышы, бойҙай алдыҡ. Бойҙайҙың уңдырышлығы гектарынан 28 центнер, арыштың 35 центнер тәшкил итте. Тағы ла 50 гектар майҙандан бѳртѳклѳләр, 30 гектар майҙандан силосҡа аҙыҡ культуралары йыйып алаһы бар. Иң ҙур проблема - эшсе ҡулдар етешмәй, хатта үҙемә комбайнға ултырырға тура килә. Һәйбәт эш хаҡы тәҡдим итеп тә ҡарайым, әммә эшкә килергә теләүсе юҡ. Баҫыуҙарҙы мал тапап йонсота. Был беҙҙең ғүмерлек проблемаға әйләнде, буғай. Игенде мал тапай һәм һинең бѳтә эшең юҡҡа сыға ла ҡуя.
Лидия Мағазова, Сермәндән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе:
- Быйыл бесән әҙерләү бик ауыр. Һаман да йыйып алып булмай. Сабаһы ерҙәр ҙә бар. Әҙерләнгәнен дә ташымағанбыҙ. Хәҙер бесән һатыусылар ҙа хаҡты арттырып ебәрҙе. Быға тиклем тѳргәген 1200-гә алырға булһа, хәҙер 1800 һумға күтәргәндәр. Эштәр былай барһа, мал һанын кәметергә тура киләсәк.
Әхтәм АғзАмов, ҡалала шәхси хужалыҡ алып барыусы:
- Әлбиттә, ҡыйын булды. Бесәнгә бер нисә тапҡыр барҙым да, ҡул һелтәнем, сѳнки йә яуып ебәрә, йә кипмәй. Бушҡа бензин әрәм итеү генә булды. Техника табып, бесәнде Архангел районынан барып алдым. Улай осһоҙораҡҡа тѳшә. Тәүҙә бесән әҙерләү менән шѳғѳлләнгән фермерҙы таптым. Хәҙер таныштар ҙа шунда йѳрѳй башланы, сѳнки ул бер ѳйҙә ике тапҡыр бесән сабып-йыйып ала. Беҙҙә быйыл хатта техникаһы булғандар ҙа бесән эшләй алманы. Шуға ла кеше малын һата башланы. Үҙем дә бер һыйыр һәм башмаҡтарҙы ғына ҡалдырҙым. Ѳйрәнелгәс, мал тотмай ҙа йәшәп булмай. Хәҙер бесәнде һатып алыу күпкә еңелгә тѳшә. Әлбиттә, һатып алырға ла аҡса кәрәк инде.
Әсҡәт Сәйетғәлин, шәхси хужалыҡ алып барыусы:
- Бесән әҙерләүе ҡыйын, ярҙам итеүсе юҡ. Һиңә бесән сапҡансы, тимер-томор тапшырып аҡса эшләйем, тип кенә ҡуялар. Әҙерәк эшләп ҡалдыҡ инде. Хәҙер уны ѳйгә килтереп, бушатып уҡ бирәләр. Беҙ һыйырҙы һаттыҡ, үгеҙҙе һуябыҙ, кәзә генә аҫрарға булдыҡ.
Ким Ғәйнетдинов, Инйәрҙә шәхси хужалыҡ алып барыусы:
- Бесән әҙерләргә кеше ялланыҡ. Быйыл һатып алырға тура килде. Ғѳмүмән, аҡсаң булһа, бесән проблемаһы юҡ инде. Әммә быйыл бер һыйыр ғына ҡалдырабыҙ.
Рафиға Ғәлиуллина, Инйәрҙә йәшәгән хужабикә:
- Елмерҙәккә барып бесән эшләй торғайныҡ, әммә йылдан-йыл юл насарая, техника онтала, бензин ҡиммәт. Шуға ла һатып алыу күпкә еңелерәккә тѳшә. Дүрт һыйырҙан икәүһен генә ҡалдырҙыҡ, таналар бар.
***
Ауыл хужалығы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, район-ҡала буйынса бѳтәһе 11500 тонна бесән әҙерләнгән, йәғни планға ҡарата 70%, 3000 тона сенаж һалынған, йәғни планға ҡарата 79%, 80 гектар майҙандан иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынған, йәғни планға ҡарата 90%. 490 тонна иген урып һуғылған.
Ауыл хужалығы бү-легендә тиҙ арала һалам һәм бесән һатып алыуға заявкалар ҡабул ителә. Һаламдың 1 тоннаһы 2200 һум, ә 300 килограмлыҡ бесән тѳргәгенең хаҡы 1500 һум. Хужалыҡ етәкселәренә тиҙ арала ауыл хужалығы бүлегенә мѳрәжәғәт итергә кәрәк, сѳнки мал аҙығына мохтаж булыусы райондар күп.
З. Сѳләймәнова.
Оставить комментарий