Заводтың эше кѳйләй

Тотороҡло предприятиеның эше юғары баһалана. Машина эшләүсе хеҙмәт коллективтары араһындағы профсоюздарҙың социаль-иҡтисади ярышында 2012 йылғы эш һѳҙѳмтәләре буйынса БЗРП коллективы I урынды яулап, I дәрәжәләге диплом менән наградланды һәм “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы машина эшләүсе предприятиеһы” исеменә, ә генераль директоры Иван Иванович Радченко “Йыл директоры - 2013”, “Ассоциацияның йыл директоры” исемдәренә лайыҡ булды.
Предприятие бер урында тапанмай, яңынан-яңы производство ҡорамалдарын сафҡа индерә. 2012 йылдың декабрендә Рәсәйҙә һәм элекке союздаш илдәрҙә аналогы булмаған бәләкәй табаҡлы рессорҙың параболик табаҡтарын тигеҙләү ѳсѳн автоматлаштырылған стан сафҡа индерелгән. Бәләкәй табаҡлы рессор сифатлы, уңайлы, оҙаҡ хеҙмәт итә, тимер әҙерәк китә. БЗРП тарафынан үҙләштерелгән бәләкәй табаҡлы рессорҙы етештереү технологияһы инновациялы, юғары етештереүсәнлекле һәм энергияны күп сарыф итмәй. Станда бер оператор ҡатнашлығында прокатлауҙың бѳтѳн техник циклын (йылытыу, бушатыу, әҙерләнгәнде биреү, прокатлау, күсереү, ҡабырғалы тѳҙәйтеү, тупланғыстарҙа һалыу) автоматик рәүештә үтәү ҡаралған. Был етештерелгән продукцияның сифатын кеше йоғонтоһонан азат итә һәм юғары сифатлы тауар сығарыу мѳмкинлеге тыуҙыра.
Быйыл Италияла етештерелгән НА-100 шымартыу станогы сафҡа индерелгән. Сит ил ҡорамалы етештереүсәнлекте арттырған - бер юлы 12 пружина алына. Пружинаның ике яғы ла эшкәртелә, әҙерәк ваҡыт сарыф ителә, 100 процентлы сифат менән продукция сығара, ҡул эшен дә кәметеүгә булышлыҡ итә.
Радик Хәниф улы Харрасов Белорет рессор һәм пружиналар заводына 2012 йылда эшкә килә. Ѳс ай ѳйрәнсек булып йѳрѳгәндән һуң III разрядҡа имтихан биреп, механик-йыйыу эштәре слесары булып китә. Инде ѳсѳнсѳ йыл Радик һынатмай, алдынғылар рәтендә бара.
- Яҡшы егет, ярҙамсыл, эшен урын-еренә еткереп башҡара, планды арттырып үтәй. Миндә эшкә ѳйрәнде, уҡыусым менән ғорурланам, - ти смена мастеры Шамил Шәйхетдин улы Ғәлиәкбәров.
Радик Харрасов сығышы менән Межгорье ҡалаһынан. IX класты тамамлағандан һуң Әбйәлил районындағы 93-сѳ һѳнәрселек училищеһына уҡырға бара. Тракторист, машинист, киң профилле водитель һѳнәрен алған егет хәрби хеҙмәткә алына. Ә инде армиянан ҡайтҡас, БЗРП-ға эшкә урынлаша.
- Эшем оҡшай, ҡәнәғәтмен, эш хаҡы ваҡытында түләнә, - ти Радик Хәниф улы.
БЗРП-ла шымартыусы булып эшләгән Русим Сабит улы Әүбәкиров предприятиеның машина эшләүселәр араһында үткәрелгән бәйгелә еңеп, “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ булған. Бынан бер нисә йыл элек тә ул ошондай уңышҡа ирешкән.
Русим Сабит улы Сермән мәктәбен тамамлағандан һуң Бѳрйән һѳнәрселек училищеһында уҡый. Армиянан ҡайтҡас, заводҡа эшкә килә.
Русим Әүбәкиров вагондар ѳсѳн пружиналарҙы шымарта. Тырыш эшсене хеҙмәттәштәре хѳрмәт итә, етәкселәре лә маҡтап телгә ала.
Р. Мусина.
Автор фотолары.
Оставить комментарий