Яңы йыл кәңәштәренә ҡолаҡ һал

Яңы йыл байрамын һәр ҡайһыбыҙ ярата. Бѳтә кеше Яңы йылдан ыңғай үҙгәрештәр, ҡыуаныс-шатлыҡтар кѳтә. Беҙ, ғәҙәттә, был байрамды мул итеп әҙерләнгән ғаилә табыны янында туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Икенсе, ѳсѳнсѳ кѳнгә лә байрамды дауам итеп, ҡунаҡҡа йѳрѳшәбеҙ. Әммә кѳндәлек һый-хѳрмәт, иҫерткес эсемлектәр, кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Беренсенән, күп кеше ныҡ арыта, икенсенән, калорийлы ризыҡтарҙан ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙола, ѳсѳнсѳнән, спиртлы эсемлектәр организмды ағыулай. Шуға күрә сәләмәтлеккә артыҡ зыян килтермәҫ ѳсѳн профилактика сараһын алдан күреү яҡшы булыр. Һеҙгә бер-нисә Яңы йыл кәңәше тәҡдим итәбеҙ.

Иң мѳһиме шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был һеҙҙең ғүмерегеҙҙә һуңғы табын түгел, шуға күрә артыҡ ҡомһоҙланып ашап-эсеүҙән тыйылығыҙ. Ғѳмүмән, байрам алдынан уҡ аш һеңдереү системаһын әҙерләй башларға кәрәк. Мәҫәлән, ашар алдынан 2 сәғәт элек һары мәтрүшкә (зверобой), ромашка, шиңмәҫгѳл (бессмертник), меңъяпраҡ (тысячелистник) тѳнәтмәләрен эсегеҙ. Яңы йыл байрамы алдынан диетаға ултырмағыҙ, сѳнки үт ҡыуыҡсаһы ҡапыл ғына әүҙем эшләп китә алмай. Шунлыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге туҡтауы ихтимал. 31 декабрь кѳнѳ буйы ас йѳрѳмәгеҙ. Ә йәшелсә салаты кеүек еңел ризыҡтар ҡапҡылап алығыҙ. Ѳҫтәлгә ултырырҙан ике сәғәт алда активлаштырылған күмер һәм аш һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе дарыу (мезим, фестал) ашағыҙ. Байрам мәлендә ѳҫтәлдәге бѳтә ризыҡты ла тәмләп ҡарағығыҙ килер, шуға күрә һәр береһенән әҙләп кенә ауыҙ итегеҙ. Бындай ҡылығығыҙ менән хужабикәнең бешеренеү оҫталығын һанлаһағыҙ, икенсенән, үҙегеҙҙе этикет яғынан тәрбиәле итеп күрһәтерһегеҙ. Ѳҫтәл артында “тамыр йәймәгеҙ”.
Байрам ваҡытында бейеп-йырларға, уйындарҙа ҡатнашырға тырышығыҙ. Әлбиттә, уйындар ваҡытында тѳрлѳ хәлдәр булыуы ихтимал. Бенгаль утынан, шартлатҡыстарҙан тәнгә йәрәхәт алыусылар ҙа була. Был осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү кәрәк. Тәндең бешкән урынына май һѳртѳү ярҙам итмәй, ә шунда уҡ ҡар йәки боҙ һалырға тырышығыҙ, ул ауыртыуҙы баҫыр һәм янған ер боҙолоп китмәҫкә булышлыҡ итер.

Эйе, Яңы йылды ҡаршылағанда шампан-шараптар күп була. Уларҙы асҡанда ла бик һаҡ булырға кәрәк. Шампанды асҡан мәлдә бѳкѳһѳ осоп китеп кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәһен ѳсѳн уның башын таҫтамал менән урап һаҡ ҡына асығыҙ. Яңы йылды ҡаршылағас, шыршы янына сығырға, йә тышта тау шыуырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Араҡы, шарап эскәндән һуң, тышҡа сыҡҡанда кейенеп сығығыҙ, сѳнки һыуыҡты һиҙмәй, ѳшѳп, һыуыҡ тейҙереүегеҙ мѳмкин.
Әгәр ҙә беҙҙең кәңәштәрҙе тотмаһағыҙ, 2014 йылдың иртәһе һеҙгә күңел болғаныу, ҡоҫтороу һымаҡ сюрприздар килтереүе ихтимал. Тимәк һеҙ салат, йәки алкогеллолдән ағыуланғанһығыҙ. Был осраҡта тиҙ генә ҡайнаған 2-3 литр һыуҙы эре йотомдар менән эсергә лә, тамаҡ тѳбѳнә ике бармаҡты тығып, кѳсләп ҡоҫорға. Ағыуланғанда организм шыйыҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә күберәк һыу һәм бер сәй ҡалағы хлорофилды бер стакан һыуға иҙеп эсегеҙ.

Әгәр ҙә хәлегеҙ бик насар булһа, хлорофилдың дозаһын 2-3 аш ҡалағына тиклем арттырырға була. Әйткәндәй, ул бахмурҙан да бик яҡшы ярҙам итә. Байрамдың икенсе кѳнѳнә уң яҡ ҡабырғағыҙ сәнсә икән, был табындың эҙемтәһе, йәғни киҫкен дискинезияның булыуы мѳмкин. Нимә һуң ул? Әгәр ҙә организмды алкоголле эсемлек һәм майлы ризыҡ менән саманан тыш “тултырһаң”, үт юлдарының эшмәкәрлеге боҙола (нарушается двигательная способность желчных путей). Был мәлдә кешенең күңеле болғана, ҡабырға аҫты ауырта, ҡапыл ғына арый, аппетиты юғала. Ауыртыуҙы баҫыу ѳсѳн но-шпа ҡабул итергә, ә инде ярты сәғәттән үт ҡыуҙырыусы дарыу йәки гѳлйемеш, бѳтнѳк сәйе эсергә.
Яңы йыл байрамдарынан һуң, ашҡаҙанығыҙға ѳс кѳн “ял” ойоштороп алығыҙ. Был кѳндәрҙә әсе, майлы ризыҡтарҙан, алкоголле эсемлектәрҙән һәм кофенан баш тартығыҙ. Йәшелсә, емеш, эремсек кеүек еңел аҙыҡтар менән туҡланығыҙ.

Яңы йыл байрамынан һуң нисек итеп формаға ҡайтырға?
Байрамды артыҡ оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле булыр. 1 ғинуар йоҡо туйҙырып торғас, еңелсә һурпа эсеп алығыҙ. Ѳҫ-башығыҙҙы, тѳҫ-ҡиәфәтегеҙҙе рәткә килтергәс, туған-тыумасаларығыҙҙы, таныш-белештәрегеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлағыҙ, бүләктәрегеҙҙе бирегеҙ. Унан балаларығыҙ менән саф һауала саңғы шыуып, сәләмәт ял итеү ҡамасауламаҫ. Кискә мунса яғып тѳшѳгѳҙ. Ә инде 2 ғинуарҙан ғәҙәттәге тормош ритмына ҡайтып, каникулды нисек итеп файҙалы үткәреү сараһын күрегеҙ. Файҙалы эш менән әүҙем ял итеүҙе бергә алып барырға тырышығыҙ.

Эсемлектәрҙе бер-береһе менән бутарға ярамай
Нисек кенә сәйер һымаҡ тойолһа ла иҫерткес эсемлектәрҙе бер-береһе менән бутарға ярамай. Күптәрҙең алкоголле эсемлектәрҙе эскәндә түбән градуслыһынан башларға, тип әйткәндәрен ишеткәне барҙыр. Әммә был һүҙҙәр ни бары имеш-мимеш кенә. Тѳрлѳ эсемлектәрҙе бутап эскәндә кире эффект уның градусы арҡаһында түгел, ә составындағы матдәләр йоғонтоһонан була. Эсемлектәрҙең етештереү технологиялары тѳрлѳ һәм фәҡәт улар кеше организмында реакцияға инеп, кире тәьҫир итә. Мәҫәлән, бер ҡасан да араҡы менән шампанды, араҡы менән һыраны, конъяк менән вискиҙы бутарға ярамай.
Шулай уҡ, спиртлы эсемлектәр менән һуттарҙы һәм газлы эсемлектәрҙе ҡушмағыҙ кәрәкмәй, сѳнки һуттағы матдәләр алкоголдең организмға һеңеүен тотҡарлай, йәғни һеҙ артығын эскәнегеҙҙе һуң аңлайһығыҙ һәм айығыу процесы ла оҙаҡҡа һуҙыла. Ә инде алкоголь менән газлы эсемлекте эсеү ашҡаҙан язваһына килтерә. Ни тиһәң дә, иң яҡшы сара – алкоголле эсемлектәрҙән баш тартыу.

Нисек итеп бахмурҙан ҡотолорға?
* Ағыуланған ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Шәкәрле сәй ҙә бик файҙалы булыр, сѳнки был мәлдә организм глюкозаға ҡытлыҡ кисерә.
* Бахмур ваҡытында киң ҡулланылған ҡыяр тоҙламаһын, киреһенсә, эсергә ярамай, сѳнки тоҙ организмдан шыйыҡсаны сығарырға булышлыҡ итәсәк.
* Әгәр башығыҙ сатнап бара икән, һалҡын компресс һалығыҙ.
* Алкоголдән ағыуланған саҡта тамаҡҡа аш бармай. Әммә бѳтѳнләй хәл бѳтѳп китмәһен ѳсѳн әҙләп йәшелсә салаты һәм емеш-еләк ашағыҙ.
* Ҡатыҡ эсеү бик файҙалы, ул ашҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеген яйға һала.
* Активлаштырылған күмер ашарға мѳмкин. Ул эсәктәге ағыулы матдәләрҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Беҙҙең кәңәш: кәйефем һәр саҡ яҡшы, һаулығым ныҡ булһын тиһәгеҙ бѳтѳнләй эсмәгеҙ.
Нурия Шәрипова әҙерләне.
Оставить комментарий