Ишекте бикләһәң, тәҙрәнән йөрөйҙәр

Суррогат араҡы етештереүҙән кемдәр файҙа күрә?
Рәсәй халҡының иң эскесе ил буларҡ даны таралыуы берәүгә лә сер түгел. Араҡы эсеү буйынса илебеҙ элеккесә, донъяла алдынғылар рәтендә. Эскелек йәмғиәттең бөтә ҡатламында ла киң таралған. Хатта, ҡатындар күберәк эсәме, ирҙәрме, ололармы, әллә йәштәрме икәнен айырым ғына атап әйтеүе лә ҡыйын. Береһен әйтһәң, икенсеһе «үпкәләр» төҫлө. Рәсәй халҡы йылына 2 млрд. литр хәмер эсә. Илдәге һәр кешегә ҡарттарҙы һәм сабыйҙарҙы ла индереп йылына 12,5 литр иҫерткес эсемлек тура килә. Ошо йәһәттән, «Һаулыҡ» милли проектына ярашлы 2020 йылға тиклем алкоголь ҡулланыуҙы 55%-ҡа кәметеү ҡаралған. Алкоголгә акциздарҙан ҡаҙнабыҙ 250 млн. һумға байый. Әммә дәүләт тарафынан эскелеккә ҡаршы көрәшкә бүленгән аҡса бик аҙ. Шуға ҡарамаҫтан, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хәленән килгәнсә заман афате менән көрәшә. Илдә эскелеккә ҡаршы төрлө хәрәкәттәр йәйелдерелде, ойошмалар барлыҡҡа килде, яңы закондар сығарылды һәм акциялар ойошторола. Шулай уҡ алкоголде рекламалау ҙа закон менән тыйылды.
Бөгөн етди социаль проблемаға әйләнгән эскелектән дәүләтебеҙ нисек арынырға белмәй. Дөрөҫ, спиртлы эсемлектәрҙән бер ил дә баш тартмаған. Айырма бары тик шунда ғына: ҡайҙалыр күберәк, ҡайҙалыр әҙерәк эсәләр. Шулай ҙа, айныҡ тормош яҡлылар төшөнкөлөккә бирелмәй һәм бөтә ресурстарҙы ла эшкә ҡушҡанда һиҙелерлек уңыштарға ирешеп була тип һанай. Улар ҡасандыр ил Президенты В.В. Путиндың: «Бөтә ҡыҙҙарҙы ла үбеп сығып булмай, әммә шуға ынтылырға кәрәк», - тигән шаяртыуына ярашлы, «Барыһын да айныҡтырып бөтөп булмай, шулай ҙа быға ынтылыу мөһим», - тип эш итергә тырыша. Тормошобоҙҙо йәшел йылан баҫып алыуында кеше факторын ғына ғәйепләп тә булмай. Зәңгәр экрандар, төрлө журнал-гәзиттәр аша сит илдең ялтырауыҡлы тормошон яҡтыртыу, йәмғиәт элитаһы булырҙай билдәле кешеләрҙең һәр ерҙә лә затлы, спиртлы эсемлектәр менән “гламурлы” тормошҡа эйәреп ҡыланыуы, спиртлы эсемлектәрҙе көнө-төнө рекламалау үҙ эшен эшләмәй ҡалманы. Бөгөн йәмғиәтебеҙ үҙе үк ошо аҙымды булдырыуға нигеҙ биргән хатаһын төҙәтеү өсөн төрлө юлдар эҙләй.
һуңғы 10 йылда араҡы эсеүселәрҙең һаны кәмеһә лә, һыра, шарапты үҙ итеүселәр, киреһенсә, арта төшкән. Был замандаштарыбыҙҙың «культуралы» эсеүгә күсергә тырышыу һөҙөмтәһемелер, әллә инде башҡа сәбәптәр бармы - билдәһеҙ ҡала. 2012 йылда һыраның статусы үҙгәреп, алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индерелеүе сәбәпле, көнөнә әллә нисә литрлап һыра эсеүсенең культура кимәлен генә күҙ алдына килтереүе ҡыйыныраҡ.
Шулай ҙа халыҡтың аҙ булһа ла уянырға, сәләмәт йәшәү рәүешенә эйәрергә тырышыуы ҡыуандыра. 2013 йылда идә алкоголь ҡулланыу 10 % -ҡа, ә уны етештереү 19,5 % -ҡа кәмегән, имеш. Бының һөҙөмтәһе - дәүләттең төрлө саралар күрергә тырышыуында ғына түгел, тиеүселәр ҙә бар. Ишекте бикләһәң, тәҙрәне ишек итеүселәр күп булғанда, проценттар кәмеүе менән генәме ни? Баҡһаң, илдә законһыҙ продукция етештереүселәр ҙә күбәйгән һәм һатыуға законһыҙ спиртлы эсемлектәр сығарыу яҡынса 15 %-ҡа уҡ артҡан икән.
Етештерелгән суррогат продукция иҫәпкә алынмағас, Рәсәй әҙерәк эсә башлаған тип әйтергә тел дә эйләнмәй, әлбиттә. Үткән йылда Росстатттың рәсми статистикаһына индерелмәгән 800 млн. литр суррогат алкоголь эселгән. Үткән йылдарҙағы Яңы йыл байрамдарында халыҡтың күпме эскәненә күҙ һалһаң, сәс үрә торорлоҡ һандар күҙ алдына баҫа. Баҡһаң, нәҡ ошо оҙайлы байрамдарҙа ғына яҡынса 250 млн. шешә араҡы, 100 млн. шешә һыра, 140 млн. шешә шампан шарабы, 80 млн. шешә көмөшкә эсәләр икән. Был шешәләрҙе теҙеп һалһаң, экваторҙы 17 тапҡыр урап сығырға булыр, ине.
Илдә законһыҙ етештерелгән продуциялар араһында иң күбе - ялған араҡы. Был осраҡта продукцияға аҙыҡ-түлек спирты урынына күпкә осһоҙ булған метил спиртын ҡушалар. эсемлектең зыяны тағы ла аяныслыраҡ. Метил спирты менән ағыуланып үлеүселәр ҙә бик күп. Бөйөрҙәр, бауыр эштән сыға, һуҡырайыу ихтималлығы ҙур.
Ҡиммәтле алкоголле продукция файҙалыраҡ та, сифатлыраҡ та була, тип маҡтарға яраталар. Был осраҡта шуны хәтерҙә тотоу мөһим: Бѳтә спиртлы эсемлектәрҙә лә бер һүҙһеҙ этил спирты була. Тик ул ҡайһы бер эсемлеккә күберәк, икенсеһенә иһә әҙерәк ҡатыштырылған була, бөтә айырма бары шунда ғына. Бахмурҙан ауырыу бына ошо спирттан ағыуланыуҙан килә лә инде.
Ялған араҡыларҙы бары тик ҡараңғы подвалдарҙа, гараждарҙа ғына эшләйҙәр, тип уйларға ярамай. Күп осраҡта спиртлы эсемлектәр сығарыусы заводттар үҙҙәре лә шундай боҙоҡ юлға бара. Һатыуға сифатһыҙ продукция эләгеүенә лә етештереүселәрҙең производство технология ҡағиҙәһен боҙоуы, фильтрҙарҙы ваҡытында алмаштырмауы сәбәпсе була.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә бер һауыт араҡының яҡынса хаҡы 170 һум. Сифатлы араҡы 200-205 һумдан да кәм тормай тигәндәрен иҫәпкә алһаң, күп кенә магазиндар ялған продукция менән тулғанмы икән, тип аптырауға ҡалаһың. Роспотребнадзор башлығы Геннадий Онищенко араҡының хаҡын 300 һумдан да кәм итмәҫкә тигән тәҡдим индерә. Уның әйтеүенсә, юғары хаҡ күптәрҙе араҡы һатып алыуҙан тыясаҡ һәм был үҙе үк эскелеккә ҡаршы көрәш булып торасаҡ. Шулай ҙа, Алкоголде көйләү проекты ҡарарына ярашлы, 1 авгусҡа тиклем 0,5 лиртлы араҡының хаҡын 199 һумға, ә 1 августан һуң 220 һумға тиклем күтәрергә тип хәл ителгән. Ошо урында бер көләмәс иҫкә төшә. «Атай, араҡыға хаҡ күтәрелгән, хәҙер әҙерәк эсә башларһың инде. Юҡ, улым, был яғына һин эҙерәк ашай башлаясаҡһың,» - тигән ти атай кеше. Көнөбөҙ ошо көләмәстәге кеүек булып китмәһә ярай ине лә, тигән хәүеф тә бар бында, сөнки эскән кешене еңел генә туҡтатып булмауын күптәр яҡшы аңлай. Хаҡ күтәреп, хәмер менән мауығыусыларҙың былай ҙа етешмәй йәшәгән ғаиләһенә етди зыян килеүен дә оноторға ярамай.
Эсемлекте һәр кем кеҫәһенең ҡалынлығына ҡарап ала. Илдәге эш хаҡының күпме булыуын иҫәпкә алһаҡ, ябай халыҡтың нимә эсеүен дә яҡшы самаларға була. Әлбиттә, уртаса эш хаҡы йәшәү минимумынан да түбән булғандар 4500 һумлыҡ вискилар, 6-шар меңлек коньяктарға күҙ ҙә һалып тормай. Ундайҙарға тыйыулы юлдар менән теләһә ҡайҙа етештерлегән ялған эсемлектәр менән генә мөрхәтһенергә тура килә.
Батша заманында ла эсеүҙән баш тартмағандар
Рәсәй спирт һәм араҡыны коммерция маҡсатында XVI быуат аҙағында уҡ етештерә башлай. Ә эскеселек, социаль күренеш булараҡ, һатыуға 30-40° градуслы эсемлек сығара башлағас, билдәле була. Петр I пландарын тормошҡа ашырыу өсөн бик күп аҡса талап ителә һәм ул спиртлы эсемлектәр һатыуҙан мөмкин тиклем күберәк килем алырға ниәтләй. XVIII быуатта спирт ҡыуыусыларҙың махсус һауытын тартып алырға тигән уйының ни тиклем дөрөҫ булмауын да яҡшы аңлай ул. Шунан сығып, батша шарап эшләүселәргә ирек бирә һәм уларҙың барыһына ла һалым түләргә ҡуша. Тора-бара бөтә вино етештереүсе заводтар ҙа шәхси ҡулдарға бирелә, сөнки дәүләт өсөн спиртлы эсемлектәр әҙерләүгә ҡарағанда уны һатыу килемлерәк була.
1914 йылда Хөкүмәт илдә спиртлы эсемлектәр әҙерләүҙе һәм һатыуҙы ваҡытлыса тыйған «ҡоро» закон индерә. Бының менән ул илдәге эскелекте тиҙ арала бөтөрөргә ниәтләй. Дөрөҫ , яңы закон сыҡҡандан һуң халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә күскән кеүек тойола. Шулай итеп, 1915 йылда илдә алкоголь ҡулланыу 99,9 процентҡа тиклем кәмей. Тик нәҡ шул ваҡытта Петроградта, составында спирт булған лак етештереү 600, политура – 1575 %- ҡа артыуы ла асыҡлана. Бынан тыш, дарыуханаларҙа спирты булған дарыуҙар ҙа күпләп һатыла башлаған. Ундағы сират иһә, шарап кибеттәренекенән бер ҙә кәм булмаған.
Исмаһам, эсергә яраҡлы, сифатлы булһын
Араҡыны берәүҙәр ҡуҙғытыусы йә тынысландырыусы сара булараҡ файҙалана, икенселәре шатлығын йә иһә ҡайғыһын шуның менән «йыуа». Шатлыҡ һәм ҡайғының йәнәш кенә йөрөүен иҫәпкә алһаҡ, эсерлек сәбәптәр ҙә күбәйә төшкәндәй. Эскән кешене көсләп кенә эскеһеҙ тормошҡа баҫтырып булмай. Был юлға ул мотлаҡ үҙе килергә тейеш. Шуға күрә лә ундайҙар, исмаһам, араҡының сифатына иғтибар бирһен ине. Үҙен хөрмәт иткән магазиндар бер ваҡытта ла һатыуға шикле алкоголле эсемлектәр сығармай. Шулай ҙа, ундайҙар менән дә осрашырға тура килә. Тәү сиратта шуны иҫтә тотоу кәрәк: сифатлы араҡы бер ваҡытта ла осһоҙ тормай. Акциз маркалағы штрих-код асыҡ, аңлайышлы баҫылған, эсемлек үтә күренмәле, насар еҫһеҙ була. Мутлашыусыларҙың эшен ҡатмарлаштырыу өсөн шешәлә ҡалҡып торған яҙыуҙар була, ярлыҡтағы төҫтәр бөтә магазиндарҙа ла бер иш булырға тейеш. Төҫтәрҙең күп булыуы ла ялған араҡы эшләүселәргә ауырлыҡтар тыуҙыра, сѳнки йәшерен юл менән төҫ тура килтереүе тағы ла ауырыраҡ. Спирт таҙараҡ булған һайын ағыуланыу, баш ауырыу осрағы кәмерәк. Шуға күрә Люкс, Экстра, иң яҡшыһы Альфа маркаларына өҫтөнлөк бирергә.
Алкоголдең сифатын белеү өсөн ҡайһы бер ҡалаларҙа смс-сервис эшләй. Улар акциз маркалағы һандар буйынса ниндәй эсемлек һәм нисә градуслыҡ икәнен күрһәткән яуап ебәрә. Әгәр ҙә яуап тура килмәй икән, тимәк алкоголдең шикле булыуына сәбәп бар. Ошондай хеҙмәт бынан бер-ике йыл элек Татарстан республикаһында эшләне. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн 5 һум аҡса тотолдо.
Код менән дауаланыу зыянлымы?
Был һүҙ артына бер ниндәй ҙә сер йәшерелмәгән. Бында алкоголгә ҡаршы ышандырыу көсө менән эш итәләр. Процедураның зыяны юҡ. Тик ҡайһы бер пациенттар ғына һәр саҡта ла аңда торған: «Эсһәң, үләң!»,- тигән ҡурҡыуҙы ауыр кисерә. Шуға күрә лә ундайҙар йыш ҡына күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүсән, һүлпән, ә ҡайһы осраҡта агрессив була һәм эргә-тирәләге сәләмәт, эскеһеҙ тормошҡа күнегә алмай ҡаңғыра. Дауаланыуҙан бер ниндәй ҙә зыян юҡ, ниндәйҙер зарар тураһындағы уйҙарға ғына батырға ярамай.
Кодлауға барыуҙан баш тартыусылар төрлө сәбәптәр таба. Ул мейегә, бауырға, потенцияға насар тәҫир итә тип ҡурҡалар. Әйтерһең дә, бер туҡтауһыҙ эскән алкоголдән мейе яҡшыраҡ эшләй ҙә, ирлек ҡеүәте ғәйрәтләнә төшә. Әлбиттә, өйрәнгән нәмәһенән ҡапыл ғына мәхрүм итеү һөҙөмтәһендә организм ҙур стресс кисерә. Аптырауға ҡалған эске органдар, нервы системаһы күпмелер ваҡыттан һуң ғына үҙ хәленә кире ҡайта.
Код менән дауалауҙың ике төрө бар
Психотерапевт юл менән кодлау башлыса кешелек сифатын юғалтып өлгөрмәгәндәр өсөн ҡулайлы. Дауалау алдынан алкоголдән оҙағыраҡ тыйылып тороу кәрәк, күберәк ваҡытты ала. Бындай дауалау, дарыуҙар ҡулланып кодлауға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.
Дарыуҙар менән кодлап дауалау ныҡ эскән, хәмерһеҙ бер көн дә тора алмағандар өсөн яҡшы. Бындай кодлау өсөн бер тәүлек эскенән тыйылып тороу кәрәк. Дауалау ваҡыты дарыуҙарҙың нисегерәк тәьҫир итеүенән һәм үҙеңә айнығыуға йүнәлеш биреүеңдән сығып билдәләнә. Пациентҡа алкоголь менән реакцияға инеп, ҡоҫҡо килеүҙе, баш ауырыуҙы, күкрәк ҡыҫыуын, тартышыуҙы барлыҡҡа килтереүсе дарыуҙар бирелә. Бындай реакцияның кешене үлемгә килтергән осраҡтары ла күп. Эсмәгән саҡта препараттарҙың организмға бер хәүефе лә юҡ.
Дауаланыу алдынан ике осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий