Йәшлектә йәшнәп йәшәргә

Йәшлек… Ошо һүҙҙә донъяның, тормоштоң, йәшәйештең бѳтә матурлығы, мәғәнәһе сағыла. Йәшлеге матур үткән кеше үҙен ғүмер буйы бәхетле тоя. Ғѳмүмән, йәштәр үҙҙәренең ниндәй ҙур бәхеткә эйә булыуын аңлаймы икән?
Рәсәй студенттары кѳнѳ уңайы менән беҙ хәҙерге йәштәрҙең тормошо менән танышыу маҡсатында Металлургтар стадионы катогына юлландыҡ, сѳнки каникул мәләндә беҙҙең геройҙарыбыҙҙы ошонда тап итергә мѳмкин ине.
Икеһе лә бер йортта, бер подъезда тыуып үҫкән Илнур Шакиров менән Дим Ишембәтов кескәйҙән бер балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, бер мәктәптә уҡыйҙар. Тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа уларҙы туғандар тип уйлай, сѳнки улар гел бергә һәм ата-әсәйҙәре лә аралашып йәшәй.
Балалар баҡсаһында уҡ үҙҙәрен тәрбиәле, сәмле, ныҡышмал итеп танытҡан малайҙар 8-се мәктәптә лә һәр саҡ алдынғылар рәтендә йѳрѳйҙәр. Бер генә спорт, мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Дѳрѳҫ, һәр саҡ маҡталып йѳрѳгән егеттәргә аяҡ салыусылар ҙа табыла, әммә эргәңдә тоғро дуҫ булғанда бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡамасау була алмай. Спорт ярыштарында, тѳрлѳ олимпиада һәм конкурстарҙа призлы урындар алып, мәктәпте уңышлы тамамлаған Илнур менән Дим бѳгѳнгѳ кѳндә бәхетле студенттар сафында. Илнур - Магнитогорск тау университетында, Дим Санкт-Петербург дәүләт урман-техник университетында белем ала.
Егеттәр, һеҙ ғүмерегеҙҙең иң матур миҙгелен кисергәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы?
Илнур: - Әлбиттә. Элек нисек тиҙерәк үҫергә, мәктәпте тамамларға хыялланһам, бѳгѳнгѳ кѳндә студент мәлдәренең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуын теләр инем, сѳнки эшләй башлағас, ҙур яуаплылыҡ ѳҫтәлә, ваҡыт та әҙ ҡаласаҡ. Хәйер, мин әле лә каникулдарҙа тик ятмайым – аҡса эшләргә тырышам. I курста уҡ үҙемә машина алдым. Бына хәҙер уны һәйбәтерәккә алыштырҙым. Ғѳмүмән, мин үҙемде бәхетлеләр рәтенә индерәм, сѳнки атай-әсәйем һәр саҡ ярҙам итеп тора. Минең дуҫтарым да һәйбәттәр. Дим Ишембәтов, Данил Шәйәхмәтов менән бергә үҫтек, шул тиклем кѳслѳ рухлы, маҡсатлы егеттәр. Кескәйҙән саңғыла, конькиҙа йѳрѳгәс, буш ваҡыт барлыҡҡа килеү менән конькиға, саңғыға баҫабыҙ. Морат тау саңғыһы базаһында булып ҡайттыҡ, бик оҡшаны. Беҙ бѳтәбеҙ ҙә «Салауат Юлаев» хоккей командаһы кѳйәрмәндәребеҙ. Беҙҙең тау университетының Белорнет филиалында студенттар ѳсѳн бѳтә уңайлыҡтар, мѳмкинлектәр булдырылған. Ял һайын бушлай Абҙаҡ спорт –һауыҡтырыу комплексына барып ял итергә мѳмкин. Теләйһең икән – спорт сараларында, теләйһең икән – күңел асыу сараларында, конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнаш.
Ғѳмүмән, мин үҙем дә, дуҫтарым да сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыбыҙ.

Дим: - Мин дә Илнурҙың һүҙҙәре менән килешәм. Ысынлап та, бәлиғ булған, дәрт-дарманың ташып торған мәлдә тормош шул тиклем матур күренә. Беҙгә һәйбәт тәрбиә биргән атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт әйтергә генә ҡала. Мәктәптә үк Санкт-Петербургта уҡырға хыяллана торғайным, хыялым тормошҡа ашыуға бик шатмын. Тѳрлѳ милләт кешеләре менән бик татыу йәшәйбеҙ, интернет аша бындағы дуҫтар менән дә аралашып торам. Санкт-Петербургтағы «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы ағзаһы булып киткәндән бирле тормошом тағы ла сағыуыраҡҡа әйләнде. Минең хәҙер буш ваҡытым юҡ тиерлек, сѳнки тѳрлѳ сараларҙа ҡатнашам, экскурсияларға йѳрѳйбѳҙ. Мәктәптә үк гитарала уйнарға ѳрәнә башлағайным, хәҙер бында ҡурайҙа уйнарға ѳйрәнәм. Бында ла тѳрлѳ уйындарҙа, спорт сараларында актив ҡатнашам. Ҡыҫҡаһы – студент тормошо шул тиклем оҡшай!
Һеҙ үҙегеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғас, эскән, тартҡан, хатта наркотиктар менән шаярғандарға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
Дим: - Ундайҙар бер яҡтан йәлләү, икенсе яҡтан ытырғаныу тойғоһо уята. Бер курсташымды һәр яҡлап та ҡурсалап ҡараныҡ, барыбер насар ҡылығынан арындыра алманыҡ. Бала кѳслѳ рухлы булып үҫһен ѳсѳн кескәйҙән спорт менән шѳғѳлләнергә тейеш, тип уйлайым. Бигерәк тә малайҙарҙың буш ваҡыты булырға тейеш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр үҙҙәре эскелек һаҙлығынан сыға алмай шул. Шул арҡала күпме бала бәхетһеҙлеккә дусар була. Дѳрѳҫ, ундай ғаиләләрҙән дә бына тигән кешеләр үҫеп сыға, әммә улар бик һирәк. Әҙәп, намыҫ, выждан тѳшѳнсәләре бары ғаиләлә һалыналыр, тип уйлайым, сѳнки бала ѳсѳн атай-әсәй һәр яҡлап та ѳлгѳ булып ҡала, ул һис һүҙһеҙ атай-әсәй артынан эйәрә.

Илнур: - Үҙебеҙ йәшәгән Октябрьский биҫтәһендә күп кенә имен булмаған ғаиләләрҙе беләм. Балаларҙың насар юлға баҫыу сәбәбен спорт мәктәбенең, спорт майҙансығының, балалар һәм йәштәр ѳсѳн күңел асыу урындарының булмауында күрәм. Күп балаларҙың ҡалаға барып шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге юҡ. Күптәре ѳйҙән ҡасып урамда йѳрѳргә мәжбүр. Хатта һәйбәт кенә уҡыған тәртипле класташым бер саҡ насар компанияға эләгеп китә яҙҙы. Ата-әсәһе икенсе мәктәпкә күсереп, саҡ-саҡ урам йоғонтоһонан йолоп алып ҡалды
.

Һеҙ ҙур түрә булып киттегеҙ һәм һеҙҙең Белоретҡа яңы һулыш ѳрѳү, үҙгәрештәр индереү мѳмкинлеге барлыҡҡа килде, ти. Ниҙәр эшләр инегеҙ?
Илнур: - Тирә-яҡтан студенттар килеп уҡырлыҡ престижлы юғары уҡыу йорто, һәр микрорайонға спорт-һауыҡтырыу комплексы булдырыр инем.
Дим: - Микрорайондарҙа һәр бала һәм үҫмер, хатта йәштәр һәм ѳлкәндәр үҙе яратҡан шѳғѳл менән мәшғүл булһын ѳсѳн мѳмкинлектәр тыуҙырыр инем. Һәр ғаилә - йәмғиәт кәрәҙе, тимәк, уларҙың һәр береһе йәмғиәткә файҙа килтерерлек итеп йәшәргә, эшләргә, ял итергә тейеш. Ә Хѳкүмәт, үҙ сиратында, бының ѳсѳн мѳмкинлектәр тыуҙырырға бурыслы. Бѳтә донъяға билдәле спортсылар тәрбиәләгән Белореттың престижын арттырыуға бѳтә кѳсѳмдѳ һалыр инем.
Үҙегеҙҙе Башҡортостандың патриоттары тип иҫәпләйһегеҙме?
Әлбиттә! Ҡайҙа ла ысын башҡорт булып ҡалырға тырышабыҙ. Үҙеңде Салауат Юлаев тоҡомо итеп тойоу күңелдә әйтеп бирә алмаҫлыҡ хистәр уята.
Белоретта тѳпләнер инегеҙме?
Лайыҡлы эш урыны һәм эш хаҡы булған осраҡта ниңә тѳпләнмәҫкә...
Ҙур рәхмәт һеҙгә. Бѳтә изге ниәттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
З.Сѳләймәнова әңгәмәләште.
Оставить комментарий