Блокада шаңдауы һаман да хәтерҙә

27 ғинуарҙа Рәсәй халҡы Ленинградты фашист блокадаһынан ҡотҡарыуҙың 70 йыллығын билдәләне. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы янындағы ҡаланы 900 кѳн буйы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу ѳсѳн кѳрәшә. Блокадаланыусылар 872 кѳн буйына аслыҡ, һыуыҡты кисереп, ғәрәсәтле бомбалар шартлауы аҫтында геройҙарса тыуған ҡалаһын һаҡлай. Ҡаланы ҡамау 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана, ә 1944 йылдың 27 ғинуарында уны тулыһынса азат итәләр. Ленинградты ҡотҡарыу совет һалдаттарының һәм Ленинград халҡының ни тиклем патриот һәм ҡаһарман йѳрәкле булыуына асыҡ дәлил булып тора. Ҡаланы дошмандарҙан ҡотҡарыуҙың уникаль батырлыҡ булыуын Рәсәй тарихсылары ғына түгел, АҠШ һәм башҡа сит ил авторҙары ла билдәләй.

Ленинград блокадаһыда 640 меңдән ашыу кеше аслыҡтан, тиҫтәләгән кеше артиллерия атыштарында, бомбаға тотоуҙа һәм эвакуациялауҙа һәләк була.

Беҙҙең районда ла Ленинградты дошмандарҙан ҡотҡарыуҙа ҡатнашып иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны йәшәй. Блокада ғәрәсәтен үҙ күҙҙәре менән күреп, шул ваҡыттағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта Сосновка ауылында йәшәгән Масленникова Ольга Александровна ошо кѳндәрҙә икеләтә шатлыҡ кисерҙе. 50 йылға яҡын педагогик стажы булған Ольга Александровнаға 93 йәш тулды. Ҡала һәм райондың ветерандар советы рәйесе Нина Николаевна Сафонова һуғыш ветеранын Санкт-Петербург ҡалаһы хѳкүмәтенең ҡаланы фашистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығына арнап сығарған иҫтәлекле знагы менән наградлап, сәскәләр бүләк итте. Шулай уҡ Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Динислам улы Мусин да Ольга Масленниковаға ауылдаштары исеменән бүләк тапшырып, уға иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Эльза Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий