25 йыл почта тарата

Һуңғы йылдарҙа почтальон һѳнәренең бәҫе тѳшѳп, абруйы кәмеп киткәндәй булһа ла, үҙ һѳнәренә тоғро булған, эшен намыҫ менән башҡарған почтальоныбыҙ ҙа бар әле арабыҙҙа. Асы почта бүлегенең почтальоны Нәзиә Ишмырҙа ҡыҙы Шәмиғолова шундайҙарҙың береһе. Ғүмеренең 25 йылын ошо эшкә арнаған почтальон был һѳнәрҙең бар нескәлеген белеп бѳткән. Үҙенә ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын да яҡшы аңлай ул.

Үҙәнбаш ауылында тыуып үҫкән йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Белорет металлургия комбинатында башлай. Унда 4 йыл самаһы эшләп алғас, буласаҡ тормош иптәше Ринат Абдрахман улын осратып, Асы ауылына килен булып тѳшә. Эш булмау сәбәпле, башта ѳйҙә ултыра. Почтала эшләгән ҡәйнәһе Мосама Билал ҡыҙы пенсияға киткәс, уның урынына почта алыштырыусы булып эшкә урынлаша. Кѳнѳнә ике тапҡыр Ѳфѳ-Инйәр, Инйәр-Ѳфѳ поезына сығып, Асыға киткән почтаны ебәреп, үҙҙәренә тәғәйенен ҡаршы ала. 2001 йылда ауылдарына почта машинаһы йѳрѳй башлағас, эшен почтальон булып дауам итә һәм бѳгѳнгә тиклем ошо эшенә тоғро ҡала. Халыҡҡа яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, хат-хәбәрҙәр ташый торғас, үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләнә ул. Тырышлығы ѳсѳн Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының, Белорет почтамтының, муниципаль район Советының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәренә лайыҡ булған. Былтыр Ѳфѳләге “Йәйғор” шифаханаһына юллама менән бүләкләнгән. Быйыл Нажия Ишмырҙа ҡыҙы Белорет почтамты хеҙмәткәрҙәренең отчет йыйылышында “Урал”ға иң күп яҙҙырыусы почтальон булараҡ, “Урал” гәзите редакцияһының Рәхмәт хатына һәм бүләгенә лайыҡ булды.

Нәзиә Ишмырҙа ҡыҙының тормош иптәше Ринат Абдрахман улы йәш сағынан, инде бына 31 йыл, Инйәр депоһында ??? машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Улар 3 бала тәрбиәләп үҫтерә. Иң оло ҡыҙҙары Гѳлкәй Берештамаҡ ауылында үҙ ғаиләһен ҡорған. Улдары Дим дә кәләш алып, балалар үҫтерә. Ә иң кинйәләре Дилә быйыл Ѳфѳнѳң медицина колледжына уҡырға ингән.
Ауылыбыҙҙа Асы шифаханаһы асылғас, икенсе, аҡсалыраҡ эшкә күсеү мѳмкинлеге лә булды. Тик ѳйрәнгән эшемде ташлағым килмәй, бер ҡайҙа ла китмәй ошонда ҡалдым. Шуныһы күңелде ҡыра, эш хаҡы бәләкәй булғас, күптәр почтальон булырға теләмәй. Ошо арҡала, әгәр пенсияға китһәм, минең урыныма алмашҡа ҡалыр кеше лә юҡ. Ошо мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, почтальондар етешмәү проблемаһы ла үҙенән-үҙе сиселер ине, - ти бар ғүмерен почта таратыуға арнаған Нәзиә Ишмырҙа ҡыҙы.
Э. Мѳхәмәҙиева. Автор фотоһы.
Оставить комментарий