Иҙел башында халыҡ кәсептәре тергеҙелә

Мәҙәниәт йылына арнап, Белорет муниципаль районы “Иҙел башы оҫталары” фестиваль-конкурсы иғлан итте. Сара район биләмәһендә йәшәгән халыҡтың традицияларын һаҡлау, уның милли-мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш, хѳрмәт тәрбиәләү, элекке халыҡ кәсептәрен һәм һѳнәрҙәрен популярлаштырыу йәһәтенән уҙғарыла. Уны райондың телекомпанияһы һәм мәҙәниәт идаралығы ойоштора. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иҫәбе һәм йәш айырмаһы сикләнмәгән. Конкурс талаптарына ярашлы, улар йола формаһында ниндәйҙер бер халыҡ кәсебен, милли аш-һыу әҙерләүҙе һәм йыр-бейеү йә иһә сәхнә күренеше күрһәтергә тейеш. Сығыштарҙың барыһы ла урындағы телевидение аша күрһәтелеп барасаҡ. Конкурс барышын Интернет бәйләнештәре аша ла күҙәтеү мѳмкинлеге бар. Еңеүселәр район һабантуйында билдәләнәсәк. Ауыл тураһында документаль фильм тѳшѳрѳү иһә тѳп бүләк буласаҡ.

Райондың Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Аҙналы һәм Әхмәр ауылдары конкурстың тәүге ҡатнашыусылары булды. Аҙналы ауылы халҡы кейеҙ баҫыу йолаһын сәхнәләштереп, бишбармаҡ бешереү серҙәрен ѳйрәтһә, Әхмәрҙәр иһә кис ултырыу йолаһын һәм айран, буҙа, бишбармаҡ әҙерләүҙе күрһәтте. Ауыл хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов ошондай матур сара әҙерләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, старосталарға, ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе һәм һәр ваҡытта ла ауыл тормошонда шулай ҡайнап йәшәргә саҡырҙы.
Ошондай сара Сосновка ауылы хакимиәте биләмәһендә лә үтте. Рысыҡай һәм Сосновка ауылы халҡы һандыҡҡа бирнә йыйыу йолаһын күрһәтте. “Хужабикә” түңәрәген алып барыусы Р. Ҡ. Йосопова махсус ҡулайлама ярҙамында ултырғыс ябыуҙары бәйләргә ѳйрәтте. Ошо ысул менән бәйләнгән ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторҙо улар. Бирнә әҙерләү байрамы йыр-бейеү, уйын-кѳлкѳ менән аралаштырылып барҙы. Әҙер бирнәләр матур, изге теләктәр теләнеп, һандыҡҡа һалынды. Матур кисә таҡмаҡ кѳйҙәренә бейеү менән тамамланды.
Э. Мѳхәмәҙиева.
Һүрәттә: Сосновка ауылында үткән саранан һу
Оставить комментарий