Рөстәм Хәмитов: «Нәҡ ғаиләлә туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә» 23-11-2017, 11:57 / Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов: «Нәҡ ғаиләлә туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата ихтирам, тәү сиратта, ғаиләлә тәрбиәләнә. Ошо хаҡта ул Әсә көнөнә арналған байрам сараһында белдерҙе. - Нәҡ ғаиләлә туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Өйҙә туған телдә һөйләшеү, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарау, гәзит һәм журналдар уҡыу, ғаилә менән концерт һәм спектаклдәргә йөрөү мөһим. Ул балаларға туған телде өйрәнергә ярҙам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күптеллелек – ул иң мөһиме. Ул донъяны аса. Күптелле балаларҙың мөмкинлектәре монотеллеләргә ҡарағанда ярайһы уҡ күберәк....
Медицина-генетика үҙәге 2018 йылдан эшләй башлай 23-11-2017, 11:56 / ---

Медицина-генетика үҙәге 2018 йылдан эшләй башлай

Медицина-генетика үҙәге 2018 йылдың ғинуарынан эшләй башлай. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Әсә көнөнә арналған байрам сараһында белдерҙе....
Батыр яуҙа һынала 21-11-2017, 16:13 / ---

Батыр яуҙа һынала

Маҡсатыңа, теләгеңә ирешәйем тиһәң, бер ҡасан да бер урында тапанырға ярамай. Был тормошта ғына түгел, спортта ла шулай. Тауҙың үренә менеүе ауыр булһа ла, һәр бер аҙым кешенең үҙ-үҙенә ҡарата ышанысын арттыра, дәрт һәм кѳс бирә. Яулаған уңышта туҡталмай, алға барыусы, кѳслѳ, ғәйрәтле һәм тырыш егеттәр - илебеҙ ғорурлығы. Самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, кикбоксинг буйынса мастерлыҡҡа кандидат Руслан Рим улы МОСТАФИН тап шундайҙарҙың береһе лә инде....
Батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! 21-11-2017, 16:11 / ---

Батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2017 йылдың 30 июне Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән һәм халҡыбыҙҙың оло ғорурлығы булған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына һәм һуғышҡа кереүенә 75 йыл тулды. Мин, Вәхитов Замир Мөхтәр улы, 1982 йылдан бирле Липецк өлкәһенең Тербуны районында йәшәйем һәм эшләйем. Башҡортостан, Мәскәү башҡорттары менән һәр саҡ аралашып торам, урындағы эҙәрмәндәр менән фронтта башын һалған яҡташтарымдың исемдәрен асыҡларға һәм мәңгеләштерергә тырышабыҙ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: ҡаты һуғыштар барған ерҙә йәшәүселәр бөгөн дә һуғыш ҡорбандарын бер минутҡа ла онотмай, һәр һалдаттың исемен...
Мөхәббәттән 21-11-2017, 16:09 / Тәртип һағында

Мөхәббәттән "башын юғалтҡан"

Полиция хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ уйынсыҡты фатир тәҙрәһенән күреп таба. Косоротов урамындағы сәскә салоны хужабикәһе полицияға мөрәжәғәт итеп, иртәнсаҡ тәҙрәнең ватыҡ, аҡса һәм йомшаҡ уйынсыҡтың юғалыуы тураһында белдерә. Килтерелгән зыян 10 мең һумдан ашып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо территорияла патрулдә йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәре бер фатир тәҙрәһендә ҡыҙыл-һарғылт төҫтәге ҙур йомшаҡ уйынсыҡты күреп ҡала. Магазиндан тап ошондай уйынсыҡ юғалған була. Асыҡланыуынса, уны ошо фатирҙа йәшәгән ҡыҙға егете бүләк иткән икән. Шикле кешене табыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, мөхәббәттән башын...
Йүгерек атҡа ял теймәй 21-11-2017, 16:07 / ---

Йүгерек атҡа ял теймәй

Һәр кешенең үткән юлы, яҙмышы башҡаларҙыҡына оҡшаш булмағандай, тормошҡа ла ҡараштар тѳрлѳсә. Кемдер ағым ыңғайына ғына ағырға күнекһә, бәғзе берәүҙәр тормошто, кешеләрҙең йәшәү рәүешен яҡшыртырға, башҡалар ѳсѳн дә нимәлер эшләргә тырыша. Шығай ауылында йәшәгән Фәниә Түлебаеваның ғүмер юлына байҡау яһап, бына тап шундай кешеләр халыҡтың ихтирамына, рәхмәтенә лайыҡ, тип әйтергә була....
Эре тораҡ пункттарыбыҙҙа юлдарҙың сифаты икенсе буласаҡ 20-11-2017, 14:47 / Иҡтисад

Эре тораҡ пункттарыбыҙҙа юлдарҙың сифаты икенсе буласаҡ

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проектын тормошҡа ашырыу алдағы йылдарҙа республикала юлдарҙың сифаты менән бәйле хәлде ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе....
«Кооперация – изге, ҡыҙыҡлы эш» 20-11-2017, 14:45 / Иҡтисад

«Кооперация – изге, ҡыҙыҡлы эш»

Кооперацияны үҫтереү йылдам хеҙмәт етештереүсәнлеге шарттарында ауыл халҡын эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында әйтте....
Рөстәм Хәмитов Төркиәнең  Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе  менән осрашты 17-11-2017, 11:29 / Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

15 ноябрҙә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты. Өфөлә ул «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XIII махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнаша. Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. «Төркиә – күптәнге һәм мөһим партнёрыбыҙ. Беҙҙең баҙарҙа Төркиә капиталы ҡатнашылығында предприятиелар эшләй. Илегеҙ компаниялары республикала бик күп объект төҙөнө. Артабан да бындай эш дауам итер тип ышанабыҙ»,...
Тәүге рельслы автобус маршрутҡа сыҡты 17-11-2017, 11:26 / Иҡтисад

Тәүге рельслы автобус маршрутҡа сыҡты

Бөгөн, 17 ноябрҙә, тәүге “Урал легендаһы” рельслы автобусына рәсми старт бирелде. Өфө-Белорет-Өфө йүнәлешендәге юғары тиҙлекле туристик поезы пассажирҙар менән үҙенең тәүге рейсына сыҡты. Тәүҙә тимер юл транспорты яңы маршрут буйынса 9 ноябрҙә юлға сыҡты һәм ул һынауҙы уңышлы үтте. Юғары тиҙлекле поезд мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып республика баҫмалары, телевидение журналистары, блогерҙар, Рәсәй тимер юлы һәм Туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре һынап ҡараны....