Ҡоштарым - ҡошсоҡтарым 30-05-2013, 16:39 / Алмаш

Ҡоштарым - ҡошсоҡтарым

Мин ҡоштарҙы бик яратам. Уларҙың һайрауҙарын тыңлайым, сырҡылдашып уйнау-ҙарын күҙәтәм. Ҡошсоҡтарҙы хәстәрләп, һыуыҡ ҡыш көндәрендә тағараҡтар эшләп эләм....
Туҡан тимер юлы тураһында 30-05-2013, 16:38 / Алмаш

Туҡан тимер юлы тураһында

Бер аҙ ҙурайып, ҡул аҫтына инә башлағас, атайым мине Мәйгәште яғына бесәнгә алып барҙы. Сабынлыҡта шаярып йөрөгәндә бер ҡалҡыулыҡты күреп ҡалдым. Был ҡалҡыу ер әллә ҡайҙарға һуҙылып киткән. Өҫтөндә арҡыры таҡталар теҙеп һалынған, тик улар хәҙер серегән. Уның араһында еләктәр, сәскәләр үҫә, төрлө бөжәктәр йәшәй. Ошоға оҡшаш урынды ауылда ла күргәнем бар ине. Әммә ҡыҙыһынғаным булмағайны. Был хаҡта атайымдан һораным. Ул миңә элек был ерҙән тар колеялы тимер юлы үтеүе тураһында һөйләне....
Шәхестәрҙе  балалар баҡсаһынан  әҙерләйҙәр 30-05-2013, 16:29 / Алмаш

Шәхестәрҙе балалар баҡсаһынан әҙерләйҙәр

25-се башҡорт балалар баҡсаһында балаларҙы тѳрлѳ яҡлап үҫтереүгә бик күп кѳс һалына, саралар үткәрелә, түңәрәктәр эшләй.. Ѳлкәндәр һәм мәктәпкә тиклемге әҙерлек тѳркѳмѳндә Ғ.Р. Орел, Ә.Р. Мәзитова - “Ҡыҙыҡлы математика”, И.С. Сәйәхова, В.Б. Моратова - “Китап уҡы”, Т.Н. Бүләкбаева - “Тасуири һѳйләү”, Л.С. Ниғмәтуллина - “Мәрйендәр”, уртансы һәм кескәйҙәр тѳркѳмдәрендә Г.И. Атйетәрова, Г.В. Әпҡәдирова “Тылсымлы ҡулдар” түңәрәктәрен етәкләй. Эш һѳҙѳмтәләрен “Асыҡ ишектәр” кѳнѳндә ата-әсәләргә күрһәтәбеҙ....
Тѳлкѳ - тәрбиәсе 9-04-2013, 16:23 / Алмаш

Тѳлкѳ - тәрбиәсе

Бер ваҡыт Тѳлкѳ ауыл эргәһенән үтеп барһа, һап-һары себештәрен эйәртеп, сиҙәмдә тибенеп йѳрѳгән Тауыҡҡа тап булған. - Һауғынамы, Тауыҡбикә, апайым! - тигән Тѳлкѳ юхаланып. - Ҡайһылай ҙа йомшаҡтар, һарыҡайҙар, матурҙар!...
Байрамдар күңелле үтә 9-04-2013, 16:22 / Алмаш

Байрамдар күңелле үтә

Туҡан мәктәбендә байрам саралары күңелле үтә. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап тантаналы линейкаға уҡыусылар ихлас әҙерләнде. Ватан, атайҙар, ағайҙар, батырҙар тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Линейканы VIII класс уҡыусылары Бурдова Дарья һәм Авдеев Антон алып барҙы....
Бар беҙҙең класта бик уңған ҡыҙ… 9-04-2013, 16:20 / Алмаш

Бар беҙҙең класта бик уңған ҡыҙ…

Беҙҙең класта бик уңған бер ҡыҙ уҡый. Уның исеме - Әнилә. Һәр яҡлап та килгән ѳлгѳр ҡыҙ тик «5» билдәләренә генә уҡый. Ул класташтарына ѳлгѳ булып тора, иптәштәренә ярҙамсыл. Мәктәптән тыш, Әнилә ҡурай серҙәренә тѳшѳнә. Ҡурай класы уҡытыусыһы Дамир Басир улы Хәсәнов та Әниләне маҡтап ҡына телгә ала....
Лицейҙар һынатманы 9-04-2013, 16:18 / Алмаш

Лицейҙар һынатманы

Яҙғы каникул ваҡытында лицей-интернаттың шахмат буйынса тренеры Мешков Сергей Андреевич 4 уҡыусынан торған команданы Ѳфѳгә, республика балалар шахмат турнирына алып барҙы....
Сәскә ат, Башҡортостан! 6-02-2013, 14:29 / Алмаш

Сәскә ат, Башҡортостан!

Башҡортостан… Икһеҙ-сикһеҙ яландары, бейек-бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, зәңгәр һыулы күлдәре һәм йылғалары менән дан ҡаҙанған ил. Уның матурлығына һоҡланып, күпме шиғырҙар яҙылған, йырҙар йырланған. Башҡортостан баҫыуҙарында диңгеҙ кеүек тулҡынланып иген ѳлгѳрә, ер ҡуйынынан әллә күпме байлыҡтар сығарыла. Бѳтә донъяға билдәле башҡорт балы үҙе ни тора! Иркен яландарҙа сабып йѳрѳгән йылҡы малы шифалы ҡымыҙ бирә. Башҡортостанда ҙур һәм матур ҡалалар, ауылдар бик күп. Уның эшсән халҡы тыуған ерен, илен һәм халҡын данлап, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәй. Мин башҡорт булыуым менән ғорурланам һәм...
Илем, телем менән мин бәхетле 6-02-2013, 14:27 / Алмаш

Илем, телем менән мин бәхетле

Әсәм теле- сәсән теле,- Унан башҡа инең халҡым юҡ. Йѳрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ! Рәми Ғарипов....
“Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт” 6-02-2013, 14:24 / Алмаш

“Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт”

«Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт” тип аталды ғинуар аҙағында Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған нәфис һүҙ оҫталары конкурсы. Унда ҡаланың 1-се, 3-сѳ, 8-се, 10-сы, 13-сѳ, 16-сы, 18-се, 20-се, 21-се мәктәптәренән, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан, 14-се, 17-се гимназияларҙан, лицей-интернаттан, Абҙаҡ, Аҙналы, Тимер юл, Йѳйәк, Инйәрҙең 1-се, 2-се, 3-сѳ мәктәптәренән, Исмаҡай, Ишле, Отнурок, Сермән, Ҡағы, Ломовка, Сосновка, Тирлән, Үткәл, Рысыҡай, Мәхмүт мәктәптәренән 342 уҡыусы ҡатнашты....