Бөтә яңылыҡтар

Тырыш халыҡ - көмбәләр

Көмбә ауылында егерменән ашыу өй бар, унда татыу, эшсән, егәрле халыҡ йәшәй.

Тырыш халыҡ - көмбәләр
Тырыш халыҡ - көмбәләр

Уларҙың һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итеп, ихтирамлы булып, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла терәк-таяныс булыуҙары, барлыҡ байрамдарҙы бергәләп үткәреүҙәре һоҡландыра.

Ауыл активистары Нәзирә Алсынбаева һәм Рәсилә Мәғәсүмова ойошторған Ураҙа байрамын да бик матур итеп билдәләнеләр. Һыу буйындағы өҫтәл эргәһенә йыйылып, бутҡа бешереп, самауырлы сәй табыны ҡорҙолар, доғалар ҡылдылар, хәл-әхүәлдәрен белештеләр, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, матур  йырҙар йырлап, күңелдәрен астылар.

Көмбәләр, мәҙәниәт усағы, мәктәп кеүек социаль объекттар юҡ, тип тормай, Яңы йыл байрамдарында урамдарына шыршы ултыртып, биҙәп, бөтә ауыл менән бергә ҡаршылайҙар, һәр байрам сараһын үҙҙәре ойошторалар. Улар таҡмаҡ сығарырға шул тиклем әүәҫ: береһе башлаһа, икенсеһе дауам итергә әҙер генә тора. Бик күп данлыҡлы шәхестәр сыҡҡан ауылда шундай талантлы кешеләр йәшәүе ғәжәп түгел.

Йәй көнө ауыл урамдары балалар тауышына күмелә, хәҙер бында улар өсөн майҙансыҡ та бар. Май байрамдары алдынан өмәләр үткәреп, һыу буйҙарын, ауылды, зыяратты таҙарталар.

Ғөмүмән алғанда, ауыл халҡы матур йорттар һалып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт, мал-тыуар үрсетеп, тырышып, дәртләнеп донъя көтә. Уларҙың ҡайнатырға самауырҙары, бешерергә ҡаҙандары әҙер тора.

Рәшиҙә БАЙРАМҒӘЛИНА.
Манышты ауылы.

Автор:
Читайте нас: