Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Апрель , 10:29

Иғтибар үҙәгендә - йәйәүлеләр

Башҡортостанда “Йәйәүле”иҫкәртеү сараһы үтте.

Иғтибар үҙәгендә - йәйәүлеләр
Иғтибар үҙәгендә - йәйәүлеләр

Шуға бәйле юл хәрәкәтендә йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау, йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү маҡсатында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең дәүләт автоинспекторҙары киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡала урамдары буйлап рейдҡа сыҡты.

Рейд барышында ЮХХДИ дәүләт автоинспекторы, полицияның өлкән лейтенанты, Рәфис Фәнис улы Ҡазин һәм район буйынса полиция бүлегенең участка вәкиле, полицияның өлкән лейтенанты Рәлиф Рәфис улы Зыянбирҙин светофорҙың
тыйыу сигналдарын һанға һуҡмаған йәки билдәһеҙ урында юл аша сыҡҡан йәйәүлеләргә иғтибар итте. Һөҙөмтәлә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 4 граждан Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.29- сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға 500 һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк (әгәр 20 көн эсендә түләһәләр - 250 һум).

Ошондай уҡ ҡағиҙәне һанға һуҡмаған егермеләгән кешегә инспекторҙар иҫкәртеү яһаны. Юл тәртибен һаҡлаусылар менән аралашыу барышында был граждандар ҡайҙалыр бик ашығыуҙарына, был урында йәйәүлеләр үткәүеле булмауына, шулай уҡ улар сыҡҡан ваҡытта юлда транспорт булмауына һылтанды.  Ҡағиҙә боҙоусылар айырыуса Косоротов урамындағы “Толпар” һәм “Красное и Белое” магазиндары арауығында йыш күҙәтелде.

- Фотовидеофиксация камералары ҡуйылыуы юлдағы хәүефһеҙлекте һиҙелерлек көсәйтте. Мәҫәлән, ҡаланың 8-се мәктәбе эргәһендә йыл һайын йәйәүлеләр ҡатнашлығында авария теркәлә ине. Уның һәр икенсеһе үлем осрағы менән тамамланды. Йәйәүлеләр үткәүеленә яһалма ҡаршылыҡ һалынып, тиҙлектең сәғәтенә 20 километр булыуын иҫкәрткән билдә ҡуйылғандан һуң, бындай осраҡтар теркәлгәне юҡ.

Ата-әсәләрҙе балаларына скутерҙар, питбайктар, квадроциклдар һәм мотоциклдар, водитель таныҡлығы булмайынса автомобилдәр һатып алмаҫҡа саҡырабыҙ. Бының бик күңелһеҙ хәл менән тамамланыуы ихтимал. Уҙған аҙнала ғына  автотранспорт йөрөтөү хоҡуғына эйә булмаған үҫмер юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла был осраҡ ҡаралды һәм материал ҡарар сығарыу өсөн мировой судҡа тапшырыуға әҙерләнә. Ошо уҡ көндө Сермән ауылында мотоцикл быға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырылған йәш кеше туҡтатылды. Ул 8 ай хөкөм ҡарарын үтәгәндән һуң, ҡайтанан административ хоҡуҡ боҙоп, рулгә ултырған булып сыҡты.

Бер осор ҡаланың Металлургия колледжы эргәһендә “Туҡтау тыйыла” билдәһе аҫтында автомобилдәрен ҡалдырған водителдәргә бер көн эсендә 62 ҡарар сығарған инем. Уларға ҡағиҙәне боҙған өсөн мең ярым һум штраф һалынды. Һөҙөмтәлә - иртәгәһенә “Туҡтау тыйыла” билдәһе урынынан юҡҡа сыҡты. Водителдәр был ерҙә юлдың тар булыуына һәм автомобилдәрҙең юл хәрәкәтенә ҡамасаулауына ҡарамай, транспорттарын ҡалдырыуҙы дауам итә.

Район-ҡалала әле бик күп светофорҙар, иҫкәртеүсе юл билдәләре, юл хәрәкәтен ойоштороуҙың башҡа техник саралары талап ителә. Ә уларҙың хаҡы бер нисә мең һумға ғына барып баҫмай.

Быйылғы йылда ғына республикала йәйәүлеләрҙе бәрҙереүгә бәйле 208 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был ваҡиғаларҙа 17 кеше һәләк булған һәм 200 кеше яраланған. Уҙған йылда район буйынса юл-транспорт ваҡиғаларында 25 кеше һәләк булды, был бик насар статистика.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юлда иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, - тине Рәфис Фәнис улы.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла юл аша бары тик йәйәүлеләр үткәүеле аша сығыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә, шул уҡ ваҡытта юл торошон күҙәтергә, транспорт сараларының туҡтауына инанырға, шулай уҡ юлда саҡта гаджеттарға иғтибарҙы йүнәлтмәҫкә саҡыра. Автоинспекторҙар ата-әсәләргә балалар алдында юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа кәңәш итә, сөнки улар һуңынан өлкәндәрҙең ҡылығын ҡабатлай, ә был юл фажиғәһенә килтереүе ихтимал.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: