Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Май , 15:33

Мөмкинлектәр сикһеҙ түгел

2024 йыл - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде һәм бындай категорияға ҡарағандарға иғтибарҙы арттырыу маҡсат итеп ҡуйылды.

Мөмкинлектәр сикһеҙ түгел
Мөмкинлектәр сикһеҙ түгел

Ҡаланың Тюленин урамы, 14-се йортта урынлашҡан йорттарҙың береһендә cәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәр өсөн уларҙың әсәйҙәре ял үҙәге булдырырға ҡарар итә. Әсәйҙәр идеяһын шәхси үҫеш буйынса тренинг курстарында ҡатнашыусылар хуплап ҡабул иткән. Тап улар ял үҙәге өсөн ҡулайлы бүлмә табышҡан иткән һәм был эште бойомға ашырырға ярҙам итергә әҙерҙәр.

- Бер ай элек миңә инвалид бала ҡараған ике әсәй мөрәжәғәт итеп, “Ирис” ғаилә клубымды асыу тарихы менән ҡыҙыҡһынды һәм балалары өсөн ошондай уҡ үҙәк асырға теләүҙәрен белдерҙеләр. Ул саҡта мин тренинг курстарында уҡып йөрөй инем. Үҙебеҙҙең ҙур командабыҙға был хаҡта хәбәр иткәс, бергәләп был идеяны нисек тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләй башланыҡ. Үҙәк өсөн тәүге аҙым яһалды тип әйтергә була, киләсәктә ул сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҙур мөмкинлектәр бирер тип ышанам, - ти Ынйы Залавина.

Шәхси үҫеш буйынса тренинг курстары ойштороусы Айгөл Вәлиева әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 70 квадрат метрҙан ашыу бүлмәгә ремонт эшләү, жалюзи, линолеум, өҫтәл-ултырғыстар, спорт ҡорамалдары кеүек әйберҙәр һатып алыу өсөн “Изгелек ҡыл” акцияһы иғлан ителгән. Хәйриә акцияһына ҡушылырға теләгәндәр  8-905-180-46-49 телефон һандары аша Сбербанк картаһына (Тәнзилә Әсҡәт ҡыҙы Х. исемендә) “Изгелек” һүҙен күрһәтеп, аҡса күсерә ала. “Инвалид бала тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең үтенесен район-ҡала халҡы ишетер һәм ярҙам итер тип ышанам, сөнки беҙҙә кеше зарына битараф булмаған халыҡ йәшәй. Киләсәктә беҙ һәм беҙҙең лидерҙар командаһы ярҙамы менән үҙәк үҙ ишектәрен асыр тип ышанам,” - ти ул.

- Был үҙәк тиҫтерҙәре менән аралашырға теләгән балалар өсөн генә түгел, әсәйҙәр өсөн дә ҙур ярҙам буласаҡ. Беҙгә, инвалид бала ҡараусыларға, тәүлек әйләнәһенә, көн-төн улар менән булырға кәрәк. Ҡайһы саҡта бик ауыр ваҡыттар була, хатта теш яматырға, йәиһә табипҡа күренергә барыу бик мәшәҡәтле. Әгәр үҙәк булһа, ошондай мәлдәрҙә бер нисә сәғәткә булһа ла баланы ҡалдырып торорға мөмкинлек буласаҡ. Уларҙы ата-әсәләр менән алмашлап ҡарарға, ирекмәндәр һәм белгестәрҙе йәлеп итеп һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар үткәрергә йыйынабыҙ. Ата-әсәләр үҙҙәренең мәшәҡәттәре менән булған арала улар физик культура менән шөғөлләнер, яңы һөнәрҙәр үҙләштерер, социумға яраҡлашыр тип уйлайбыҙ, - ти Наталья Гуненкова.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: