Һәр тѳйәктең үҙ тарихы 18-06-2014, 15:26 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Һәр тѳйәктең үҙ тарихы

“Кергеҙе тауы” Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Әзекәй ауылына барған юл эсендә “Кергеҙе тауы” ята. Был тауға “Кергеҙе” исеме тиккә генә бирелмәгән. Атайым Ғәлиулла Ишмѳхәмәт улы (1918 йылғы, хәҙер мәрхүм) һѳйләүе буйынса, ошо тауҙарҙа, ҡасандыр, башҡорттар менән ҡырғыҙҙар араһында ҡаты алыш булған. Һуңынан был урынды “Ҡырғыҙҙар-Киргизы-Кергеҙе” тип атап йѳрѳтә башлайҙар....
Ноҡат мәмерйәләре һәм ҡойолары 9-06-2014, 11:20 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Ноҡат мәмерйәләре һәм ҡойолары

2013 йылдың 16 декабрендә Башҡортостан телевидениеһы «Эҙәрмән» тапшырыуын күрһәтте. Булат Кәримов етәкселегендә «Эҙәрмән» хеҙмәткәрҙәре Ноҡат мәмерйәһе менән таныштырҙы, әммә унда ауыл тарихын белмәгән кешеләрҙе алып барғандар, сѳнки оло йәштәгеләр юҡ ине. Тапшырыуҙа мәмерйәгә килгәндәр үҙҙәренсә фараз итеп, хата ебәрҙе....
Ҡатайҙар ҡайҙан килгән? 19-03-2014, 09:25 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Ҡатайҙар ҡайҙан килгән?

Ҡатай ырыуынан тиһәң, кешеләрҙә һәр саҡ тиерлек һорау тыуа: ”Ә “ҡатай” менән “ҡытай” араһында бәйләнеш бармы?” - тигән. “Туранан-тура бәйләнеш бар”, - тип әйтер инем. Ҡатайҙар боронғо ҡәбиләләрҙең береһе. Үҙәк Азиянан, Ҡытай һәм Монголия яҡтарынан ҡатмарлы һәм оҙон юлдар үтеп килгән беҙҙең боронғо ата-бабаларыҙ - Кидандар....
Мәхмүт ауылы тарихы 23-01-2013, 16:12 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Мәхмүт ауылы тарихы

Ауыл тарихы 1773-75 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалына бәйле. Ихтилал баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә ихтилалда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ эҙәрлекләүҙәрҙән тау-таш, урманлы ерҙәргә ҡасып күсенә башлай. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдѳк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ кѳнѳ Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк бер урынға - йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп тѳйәкләнә. Хәҙер ул урын Иҫке Ҡышлау тип йѳрѳтѳлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы Иҙел башына юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Мәхмүт атаһы...