Хакимиәт башлыҡтарының семинары уҙҙы

Муниципаль район хакимиәтендә ауыл хакимиәте башлыҡтарының һәр йылда ла уҙғарылған сираттағы семинары булып үтте.
Традицияға әйләнгән сара ун йылдан ашыу уҙғарылып килә. Уның маҡсаты - урындағы үҙидаралыҡ ор- гандарының эшмәкәрлеген камиллаштырыу, ауыл ха- кимиәте башлыҡтарының һө- нәри оҫталығын арттырыу, ыңғай тәжрибә менән ур таҡлашыу.

Семинар барышында ха- кимиәттәрҙең эшенә, уларҙың уңыштарына, ҡаҙаныштары- на байҡау яһалды, көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителеше күҙәтелде. Шулай уҡ был көндә ауыл биләмәләренең социаль-иҡтисади мәсьәлә- ләре, уларҙың халыҡ ме- нән бәйләнеш булдырыу аспекттары, башҡа төрлө дәүләт структуралары, биз- нес менән хеҙмәттәшлеге һәм идара итеүҙең яңы формалары, ҡануниәттәге яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр ҙә тикшерелде. Семинарҙы муниципаль район Советы рәйесе Е. Я. Карепанов асты. Артабан Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса Хәрби комиссариат бүлеге начальнигы урынбаҫары С.В. Захаров “Үҙәк - 2015” күнегеүҙәрен үткәреүгә әҙер- лек менән таныштырҙы. Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы на- чальнигы Л.М. Полякова һалым йыйыу буйынса му- ниципаль берәмектәр ме- нән бәйләнеш тәртибе, адреслы мәғлүмәт сис- темаһын булдырыу, шәхси кабинет менән файҙаланыу тәртибе хаҡында һөйләне. Муниципаль райондың ми- леккә идара итеү комитеты рәйесе А.М. Фәхретдинов ер ҡануниәте буйынса ер участкалары биреү менән таныштырып, был йәһәттән хакимиәттәрҙә алып барыл- ған эш барышын телгә алды.

Муниципаль контроль һәм торлаҡ сәйәсәте бүлеге сек- торының мөдире И.И. Мө- хәмәтйәров ер участкаларын теркәү буйынса сығыш яһаны. Ошо уҡ бүлектең начальнигы Ю.Е. Пестова ташламаға эйә булған граждандарға бушлай ер биреү тәртибен аңлат- ты. Экология министрлы- ғының ҡалалағы терри- ториаль комитеты рәйесе И.А. Пенкина ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә ҡа- нуниәткә индерелгән яңы- лыҡтарҙы әйтеп, асыҡ- лыҡтар индерҙе. Сарала ҡат- нашыусылар сығыш яһау- сыларға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, дәғүәләрен еткерҙе. Семинарҙа ҡатнашыусылар көндөң икенсе яртыһында иҫтәлеккә фотоға төштө һәм ҡаланың “Уральскпружина”, “СтропКомплект” заводтары- на экскурсия яһаны. Һуңынан хакимиәт баш- лыҡтары ойошторолған са- раға йомғаҡ яһаны, үҙи- даралыҡ органдарының эш- мәкәрлеген үҫтереү, мѳһим социаль-иҡтисади мәсьәләләр буйынса үҙ-ара фекер алыш ты.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий