Ете ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ

22 сентябрҙә муниципаль район хакимиәтендә район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” федераль маҡсатлы программала ҡатнашҡан ете ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға танытмалар тапшырҙы. - Быйылдан “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһына үҙгәрештәр индерелде, хәҙер ѳс һәм унан да күп бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә торлаҡ алыуға социаль ярҙам күрһәтелә.
Был ғаиләләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һиҙелерлек ярҙам. Бѳгѳн һеҙҙең ғаиләләр ѳсѳн ҙур байрам һәм тормошоғоҙҙа ла ул яҡты ваҡиға булып иҫегеҙҙә ҡалыр, тип ышанам. Йортоғоҙға тыныслыҡ теләйем, - тине Владислав Геннадьевич. Быйыл “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” федераль маҡсатлы программаһы буйынса 11 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға иреште. Сертификат алғандар араһында дүрт балалы Әфләтуновтар ғаиләһе лә (һүрәттә) бар. Ирина Фоат ҡыҙы менән Руслан Рәшит улы икеһе лә табип булып эшләй. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Белоретҡа йүнәлтмә буйынса эшкә килгәндәр. Йәш белгестәргә фатир бирәләр. Ғаилә ишәйгәс, 2009 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында сиратҡа торғандар. Хәҙер бәхетле ғаилә тағы ла ҙурыраҡ майҙанлы фатир эҙләйәсәк, сѳнки тапшырылған сертификат шарттары буйынса уларҙың торлаҡтары 72 квадрат метрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Рәмилә МУСИНА. Автор фотоһы.
Оставить комментарий