Халыҡ берҙәмлектең кѳсѳн яҡшы аңлай

Халыҡ берҙәмлектең кѳсѳн яҡшы аңлай
Һуңғы йылдарҙа ауыл хакимиәте биләмәләрендә халыҡҡа лайыҡлы тормош булдырыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Социаль проблемаларҙы хәл итергә тѳрлѳ дәүләт программалары, хакимиәттәргә Башҡортостан ҡаҙнаһынан квартал һайын бүленгән субсидия ла ҙур ярҙам булып тора.
Был йәһәттән хакимиәт башлыҡтарының халыҡ менән уртаҡ тел табып, уңышлы диалог булдыра белеүе лә маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Халыҡ мәнфәғәте күҙ уңынан ысҡынмағанлыҡтан, ауылдарҙа ҡулдан килгән тиклем ниндәйҙер үҫеш булдырыу бѳгѳн кѳнүҙәк мәсьәлә булып тора. Шул арҡала иң тѳпкѳл ауылдарҙа ла һәр ваҡыт дѳйѳм проблемалар күҙ уңында тотола, ҡайҙандыр ярҙам кѳтѳп ултырмай, уртаҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итеүҙең иң яҡшы алым булыуын бѳгѳн халыҡ та яҡшы аңлай. Яңыраҡ ҡына райондың сигендә урынлашҡан Исҡушты ауылындағы яңылыҡтар менән дә шатланып бүлештеләр. Фельдшер-акушер пунктының терапевы Заһиҙә Нәбиулла ҡыҙы Полякова урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйылыуы, ауыл халҡына йыл һайын да тиерлек диспансеризация үткәрелеп тороуына ҙур ҡәнәғәтлек белдерҙе:
- Быға тиклем ауырыған кешеләргә тѳнгѳ саҡыртыуҙар булғанда ҡараңғы урамдан йѳрѳүе хәүефле лә, ҡурҡыныс та ине, хәҙер иһә хакимиәт тырышлығы менән яҡтыртылған урамдан тѳндә лә тыныс атлап үтергә була. Район үҙәгенә йыраҡ булыу сәбәпле, халыҡҡа ҡала дауаханаһына ла йѳрѳүе еңел түгел, сѳнки, берҙән, юл алыҫ, икенсенән, ауылда башлыса ололар йәшәй, ә уларға айырым мѳнәсәбәт, тәрбиә кәрәк. Врачтарҙың үҙҙәре Исҡуштыға килеп медицина тикшереүе үткәреүе арҡаһында был мәсьәлә лә уңышлы хәл ителә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы ваҡыттарҙа кѳслѳ ҡар яуыу сәбәпле, урамдарға кѳрт ятты, Закир Таипов юлды «һә» тигәнсе таҙартып ҡуя. Уның үҙ эшен намыҫ менән башҡарыуын һоҡланып күҙәтәбеҙ. Хакимиәт башлығы Венер Ғариф улы Йосопов үҙе лә ауылға йыш килеп хәлде белешеп, халыҡ менән осрашып тора. Әлеге ваҡытта ФАП- ты модулле итеү мәсьәләһе ҡарала. Күптән кѳткән был хыял да тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ, - ти Заһиҙә Нәбиулла ҡыҙы.
Һуңғы ваҡытта Асы ауыл хакимиәтендә башҡарылған эштәр тураһында ҡыҙыҡһынып, Венер Ғариф улы менән дә әңгәмәләштек.
- Әле тулы ҡеүәткә урамдарҙы яҡтыртыу эше бара. Ябай лампаларҙың энергияны күп алыуы, уларҙың тиҙ сафтан сығыуы, ярты йыл һайын ремонт кәрәклеге ҙур сығымдар талап итә ине. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы ҡарары менән квартал һайын бүленгән субсидияны ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлттек һәм уға бѳтәһе 40 яҡтылыҡ - диодлы лампалар һатып алдыҡ. Әле дүрт ауылға бүлеп, уларҙың 20-һен ҡуйҙыҡ та инде. Был эшебеҙ сығымдарҙы ике тапҡырға кәметеүгә килтерәсәк. Асы ауылының электригы Фәнил Шәрипов лампаларҙы алыштырыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарап, эшен еренә еткереп башҡара. Уның менән хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә уйлайбыҙ. Яңыраҡ, республикала 2018 йылға “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы старт алды. Быйыл да был конкурста ҡатнашыу ѳсѳн заявка бирҙек. Конкурсты үтә алһаҡ, Асыла спорт майҙансығы эшләргә тигән ҡарар ҡабул иттек. Был йәһәттән дѳйѳм йыйылыш уҙғарып, инициатив тѳркѳм тѳҙѳнѳк тә инде.
Р.Р. Сѳнәғәтова, Й.А. Сәлимйәнова, Ф.М. Ноғаманова, Р.Л. Шәрәфетдинова был яуаплы эште үҙ ѳҫтѳнә алды. Сара барышында Асы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре концерт күрһәтте, муниципаль райондың финанс бүлеге начальнигы Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова программала ҡатнашыуҙың ыңғай яҡтарын телгә алып, ауыл халҡының әүҙемлеген хупланы һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Йыйылышта тѳрлѳ тәҡдимдәр яңғыраны, мәҫәлән, Асы ауылы депутаты Әлтәф Түлебаев мәктәптең тәҙрәләрен алыштырырға тәҡдим итһә, Асы шифаханаһының шәфҡәт туташы Фәриҙә Ноғаманова, йәштәрҙең ял ваҡытын дѳрѳҫ ойоштороуҙың мѳһимлеген билдәләп, был йәһәттән шарттар булдырыу ѳсѳн ауылда спорт майҙансығы тѳҙѳргә кәрәк, тине. Сәләмәт йәштәр - сәләмәт киләсәк, тигәнде күҙ уңында тотоп, ауыл халҡы берҙәм тауыш менән һуңғы тәҡдимде хупланы. Хыялыбыҙ тормошҡа ашһа, спорт майҙансығында мәктәп уҡыусылары ла шѳғѳлләнә, физкультура дәрестәре үткәрә аласаҡ. Ә ҡышҡыһын был майҙансыҡта хоккей коробкаһы эшләргә планлаштырабыҙ. Сама менән 750 мең һумлыҡ проекттың 540 меңен республика бирһә, ҡалғанын урындағы бюджет, халыҡ һәм бағыусылар менән бергәләп хәл итергә ниәтләгәнбеҙ. Аҡса йыйыуҙан тыш, халыҡ майҙансыҡ тѳҙѳүҙә ҡул кѳсѳ менән дә ярҙам итә ала.
- “Реаль эштәр” программаһы ла күп социаль проблемаларҙы хәл итә. Быйыл ошо программа ярҙамында Исҡушты ауылының зыяратын кәртәләү ѳсѳн смета тѳҙѳнѳк. Бының ѳсѳн сама менән 300 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ, - тип үҙҙәренең яңылыҡтары менән бүлеште Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосопов.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.

Оставить комментарий