«Бәхет» сертификаттары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырылды. Тантаналы сара барышында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов был шатлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләрҙе ҡотланы һәм районда республика программаһының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын билдәләне.

Йәш ғаиләләр өсөн федераль программала ҡатнашып торлаҡҡа сертификат алыу ҙур ярҙам. Улар Рәсәй, Башҡортостан һәм шулай уҡ район бюджетынан бүленгән аҡсаға үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Программа бойомға ашырылған осорҙа, мәҫәлән, һуңғы һигеҙ йыл эсендә, муниципаль район биләмәһендә 161 йәш ғаилә бәхетле таныҡлыҡҡа эйә булды. Үҙ бәхетен һынап ҡарарға теләүселәр бөгөн дә кәмемәй, әлеге ваҡытта 550 ғаилә дәүләт программаһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сиратта тора. Быйыл был маҡсаттан республика бюджетынан 9,5 млн һум аҡса бүленде.

Район, ҡалабыҙҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә быйыл да ошондай социаль ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ. Дәүләт ярҙамы менән тиҙ арала үҙ маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашыра алыуығыҙға ышанам.
Бөгөнгө шатлыҡлы көнөгөҙ менән ҡотлайым! Һатып алған йәки үҙегеҙ төҙөп сыҡҡан өйөгөҙ ҡотло, ғаилә нигеҙе ныҡлы булһын. Матур ғаилә булып, балаларығыҙҙы илебеҙ өсөн ышаныслы шәхестәр итеп үҫтереүегеҙ,- тине муниципаль район хакимиәте башлығы В. Г. Миронов.
Фәнил һәм Мәүсилә Ғәлиуллиндар «бәхетле» сертификатҡа эйә булғандарҙың береһе. Улар Ломовка ауылында йәшәй. Азалия һәм Рәис исемле балалар үҫтерә. Азалияға 10, Рәискә 8 йәш.

Бүленгән аҡса өй һатып алыу өсөн кредит юллауға тәүге взнос буласаҡ, ти улар
Эльзира һәм Флүр Ҡаһировтар Белоретта йәшәй. Урал һәм Вилиә исемле балалар үҫтерәләр. Таныштарынан ишетеп, дуҫтарынан күреп, программала ҡатнашырға документтар йыя башлайҙар һәм 2006 йылда сиратҡа торалар. Ете йыл эсендә ике ҡатлы өй һалып сығырға өлгөрәләр.
Йорт төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы алыуға өмөтөбөҙ өҙөлә лә башлағайны инде. Программа талаптары буйынса йәшебеҙ 35-тән үтмәҫкә тейеш булғас, эләкмәҫбеҙ тип уйлағайныҡ. Түҙгәнгә - түш тигәндәй, быйыл, ниһайәт, хыялыбыҙ көттөрөп кенә тормошҡа ашты. Бүленгән 594 мең 720 һум аҡсаны башлаған йортобоҙҙо төҙөп бөтөүгә тотонасаҡбыҙ. Подрядсылар менән һөйләшкәнбеҙ, ҡалған эштәрҙе дауам итергә генә ҡалды. Йәш ғаиләләргә торлаҡ – мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Ошо оло проблеманы хәл итеүҙә ярҙамлашҡан муниципаль район хакимиәтенә һәм торлаҡ секторы белгестәренә рәхмәт белдерәбеҙ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий