Маҡсатлы программалар ысынбарлыҡмы әллә хыял ғынамы?

Рәсәйҙә ауыл хужалығын үҫтереү һәр саҡ мѳһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, сѳнки дәүләтебеҙҙең хәүефһеҙлеге лә, үҙаллылығы ла туран-тура ошо тармаҡҡа бәйле тип һанала. Шуға ла Рәсәй Хѳкүмәте уға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә тырыша. Агросәнәғәт комплексын үҫтереү проектының мѳһим йүнәлештәренең береһе булып - малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ һәм башҡаларҙы үҫтереү тора.

Йыл башында Рәсәй Федерацияһының Премьер-министры Дмитрий Медведев 2008-2013 йылдарға ҡаралған ауыл хужалығын үҫтереү программаларын Рәсәйҙең заманса, иң уңышлы проекттарҙың береһе булыуын билдәләгәйне. Ул, 90-сы йылдарҙа бѳтѳнләй һүнеп ҡалған ауылдарҙың яңынан тергеҙелеүен дә ошо программаларҙың уңышлы эшләү емеше, тип һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды. Шуға күрә был башланғысты артабан да һѳҙѳмтәле дауам итеү, уны үҫтереү мѳһим, тине.

Быйыл элекке программаларға ѳҫтәп, 2013-2020 йылдарға иҫәпләнгән тағы ла бер яңы программа ҡабул ителде. Ул ауылдарҙы социаль яҡтан үҫтереүгә һәм инфраструктура тѳҙѳлѳшѳн финанслауға йүнәлтелгән. Программа буйынса дәүләт ауылдарға “тере” аҡса бирә һәм ауыл хужалығы тауары етештереүселәренән сифатлы продукция талап итә.
Башҡортостан етәкселеге лә ауыл хужалығын үҫтереүгә күп кѳс түгә һәм тѳрлѳ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтә тиергә була. Был тармаҡта эшләүсе эшҡыуарҙарға, предприятиеларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, сығымдарҙы финанслау ѳсѳн субсидиялар бүленә һәм тѳрлѳ маҡсатлы программалар ҡабул ителә.

Беҙҙең муниципаль районда “2013-2015 йылдарға Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам ”, эшләп килгән фермерҙар ѳсѳн “2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы буйынса крәҫтиән-фермер хужалығы нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаһы” һәм “500 ферма” программалары эшләй. Тәүге ике программала крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре лә ҡатнаша ала. Уның үҙенсәлеге шунда: мал, техника, ҡорамалдар һатып алыуға, ер участкаларына документтар әҙерләүгә 1,5 млн. һумға тиклем грант бирелә. Тик грантты алыу ѳсѳн үҙ иҫәбеңдә һораған сумманың 10 проценты булыуы шарт. Был программа буйынса муниципаль районда ике кеше эш башланы ла инде. Эш башлаған фермерҙарҙың бурысы – ѳҫтѳнлѳклѳ йүнәлеш буйынса тармаҡты үҫтереү, мал һанын ишәйтеү һәм ѳс кешегә түләүле эш урыны булдырыу. Шулай уҡ уларҙың ауыл хужалығы буйынса белеме һәм ошо тармаҡта 3 йыл стажы булыуы ла мѳһим.
Быйыл программала ҡатнашырға теләп тә эләкмәүселәр бар икән, улар, әгәр крәҫтиән-фермер хужалығын асыуға ике йыл үтмәһә, киләһе йылға грантҡа ѳмѳт итә ала.

Һүҙ ҙә юҡ, әлеге ваҡытта грант алыу ѳсѳн документтар әҙерләү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Нәҡ ошонан ҡурҡып, документ йыйыуға баҙнат итмәүселәр ҙә күп. Бизнес-планды дѳрѳҫ эшләү ҙә мѳһим талаптарҙың береһе, сѳнки уны Ауыл хужалығы министрлығында тѳрлѳ яҡлап тикшерәләр. Әммә теләгән ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, ниәт итеүселәр муниципаль райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙамы менән был эште лә уңышлы бойомға ашыра.

Ғаилә малсылыҡ фермаһы программаһы буйынса районда әлегә бер генә кеше эшләй. Был программа буйынса 10 млн. һумға тиклем грант алырға мѳмкин. Бының ѳсѳн хужалыҡ үҫешергә һәм кѳслѳ булырға тейеш.

Үткән йыл беҙҙең райондан ике кеше грант алһа, быйыл бындай бәхет бер кешегә эләкте. Республикала иһә яңы эш башлаған 45 фермер, ғаилә малсылығы буйынса 25 кеше грант алған. Ҡайһы бер райондан алтышар грант алыусылар ҙа бар.
Үрҙә әйтелгән программалар үҙ эсенә һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ һ.б. 12 тѳрлѳ йүнәлеште үҙ эсенә ала.

Быйыл йәй Урал производство-крәҫтиән хужалығының “ 500 ферма” программаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алыуын яҙып сыҡҡайныҡ. Тик статусты июндә үк алһалар ҙа, әлегә тиклем документтар әҙерләнеп бѳтмәү сәбәпле, аҡса күсмәгән. Документтарға ярашлы, күсәсәк 50 млн. һум аҡса, тәү сиратта, ферманы йыһазландыруға, ҡорамалдар алы уға тотоналасаҡ, тип күҙаллана.


Ғѳмүмән, ауыл хужалығы ѳлкәһендә ниндәйҙер субсидия, грант алыуға ѳлгәшкәндәр бигерәк тә ябай халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Тик күптәр бындай уңышҡа тырыштарҙың һәм тәүәккәлдәрҙең генә эләгеүен аңлап етмәй. Әлбиттә, бер кемгә лә анһат ҡына миллионлап аҡса тоттормайҙар. Һәр эштең дә нескәлектәре күп. Шулай ҙа, саҡ ҡына ҡыйыулыҡ һәм теләк булғанда, һәр кем ошо программаға эләгә ала. Шунлыҡтан матбуғат саралары, телевидение ла ошо хаҡта күберәк яҡтыртырға тырыша һәм кешеләрҙе ваҡытында дәүләт программаһы менән файҙаланып ҡалырға саҡыра. Был программаларҙың киләсәге нисек булыры әле асыҡ ҡына билдәле түгел. Республикала үтәсәк БРИКС, ШОС кеүек халыҡ-ара форумдарға әҙерлек һѳҙѳмтәһендә уларҙың бюджеты ҡыҫҡарыуы ла бар, тип фаразлайҙар.

Иҡтисад фәндәре докторы Миннирас Ишморатов иһә: “Ауыл хужалығын үҫтереүҙе шәхси хужалыҡтарҙан башлау дѳрѳҫ буласаҡ. Бының ѳсѳн мал тотҡан бѳтә шәхси хужалыҡтарға ла ярҙам күрһәтеү ѳсѳн республика программаһын булдырырға кәрәк, сѳнки 10 йылдан һуң мал тоторға теләгән бер кеше лә ҡалмаясаҡ, барыһы ла файҙаһына ҡарағанда сығымы күп, тип һанаясаҡ.”, - тип үҙ фекерен белдерә. Ныҡлабыраҡ уйлағанда был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ табырға була. Нимә генә тиһәк тә, мал ауыл халҡының ныҡлы ышанысы, ғаиләһен ҡарауҙың тѳп ысулы икәнен барыһы ла яҡшы белә. Шуға күрә, бәлки беҙгә лә был йәһәттән күрше Татарстан Республикаһынан ѳлгѳ алырға кәрәктер. Быйыл кѳҙ унда мал аҙығы һатып алыу ѳсѳн шәхси хужалыҡтағы һәр һыйырға республика бюджетынан 2 мең һум аҡса бүленде. Республика шәхси хужалыҡтарында бѳтәһе 120 мең баш һыйыр иҫәпләнә. Күршеләр һыйыр малын һаҡлауға ғына түгел, ә һѳттѳң һатып алыу хаҡын күтәреүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Үкенескә ҡаршы, һалымдарҙың саманан тыш артыуы сәбәпле, районда быға тиклем эшләп килгән ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙ эшен туҡтатырға мәжбүр булды. Бының сәбәбен килгән килемдең сығымдарҙы ҡапламауы менән дә аңлаталар. Ғѳмүмән, ауылда йәшәүселәрҙең хәҙер күбеһе тиерлек мал аҫрауҙы килемһеҙ, мәшәҡәтле шѳғѳл тип һанай. Бары тик һатып алмаҫ ѳсѳн генә үҙ һѳт-ҡаймағын, итен булдырырға теләүселәр бер-ике баш һыйыр тоторға тырыша. Тик уларҙың һаны ла йылдан-йыл кәмей бара. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙең күпләп ябылыуын иҫәпкә алһаң, малсылыҡ ауылды йәнләндерерҙәй, халыҡты эш менән тәьмин итерҙәй берҙән-бер шѳғѳл булып ҡала. Бында мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Ауылда күбеһенсә милләттәштәребеҙ кѳн күрә. Малсылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, һарыҡсылыҡ кеүек тармаҡтар ныҡлап үҫеш ала икән, тимәк, уларҙың да киләсәге яҡты, пландары ҙур буласаҡ. Был тармаҡтарҙың имиджын күтәреү күп кенә ир-егеттәрҙе оҙон аҡса артынан Себер тарафына китеүҙән дә туҡтатыр, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек магазин кәштәләрен ер аяғы ер башынан килтерелгән ит, йәшелсә-емеш менән тултырыуҙан да аралар ине.

Ауыл хужалығы буйынса эшҡыуарлыҡты, ауылдарҙы социаль яҡтан үҫтереүгә һәм инфраструктура тѳҙѳлѳшѳн финанслауға йүнәлтелгән программалар менән дѳрѳҫ файҙаланып, малсылыҡ эштәрен яйға һалыусылар күберәк булһа, ауылдарыбыҙ ҙа һүнмәҫ, йәштәребеҙ ҙә күберәк тыуған ерендә ҡалыр. Бының ѳсѳн эшкә һәләтле, киләсәге ѳсѳн битараф булмаған йәштәрҙең тәүәккәлерәк булып, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуы ла етә.
Эльза Мѳхәмәҙиева.
Оставить комментарий