АҒАСТЫ ҺАТА КҮРМӘ...

Быйылдан граждандарға тѳҙѳлѳш ѳсѳн бирелгән ағасты һатыу бѳтѳнләй тыйылды. Билдәле булыуынса, һәр кем үҙ ғүмерендә тѳҙѳлѳшкә 150 кубометр ағас алыу хоҡуғына эйә (уныһы ла кемгәлер эләгә, ә кемгәлер юҡ). Был тейешле ағасты халыҡ түләп алғас, ул уның милкенә әйләнә.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 35-се статьяһында ла “1. Право частной собственности охраняется законом. 2. Каждый вправе иметь имущество в собственности, владеть, пользоваться и распоряжаться им как единолично, так и совместно с другими лицами. 3. Никто не может быть лишен своего имущества иначе как по решению суда. Принудительное отчуждение имущества для го- сударственных нужд может быть произведено только при условии предварительного и равноценного возмещения” тигән юлдар бар. Тимәк, шәхси милек менән һәр кем үҙе теләгәнсә идара итеү хоҡуғына эйә.

Ә 2015 йылдың 1 ғинуарынан кѳсѳнә ингән РФ Енәйәт кодексының 191.1-се статьяһының 1-се пунктында «Приобретение, хранение, перевозка, переработка в целях сбыта или сбыт заведомо незаконно заготовленной древесины, совершенные в крупном размере, - наказываются штрафом в размере до трехсот тысяч рублей или в размере заработной платы или иного дохода осужденного за период до двух лет, либо обязательными работами на срок до трехсот шестидесяти часов, либо исправительными работами на срок до двух лет, либо принудительными работами на срок до двух лет, либо лишением свободы на тот же срок» тигән юлдар бар. Был закон РФ Конституцияһының 35-се статьяһына ҡаршы ҡуйыла түгелме?! Кеше ағасты закон буйынса алырға тейешле булғанға ала һәм аҡса түләп алғас, ағас та уның законлы милкенә әйләнә. РФ гражданы Рәсәй Конституцияһы буйынса шәхси милкен үҙ мәнфәғәтендә тотоноу хоҡуғына эйә (ағасты һатып, кирбес, тимер кеүек тѳҙѳлѳш материалдары алыуы ла бар, таҡта быстырғанда таҡта ярыу цехы менән бартер ысулы аша иҫәпләшә ала).

Рәсәй Хѳкүмәте икенсе һәм унан күп бала тапҡандарға Әсәлек капиталы бирә һәм был “буш” килгән ярҙам бер бәхәсһеҙ тик маҡсатлы ғына тотонолорға тейеш. Әгәр ҙә тѳҙѳлѳш ѳсѳн ағасты ла бушлай бирһәләр, ул саҡта 191.1-се статья нигеҙле булыр ине, сѳнки граждан ағасты “буш алған” тигән һүҙе буласаҡ һәм ул тѳҙѳлѳш маҡсатында ғына тотонорға тейеш. Ә бит беҙҙә хәҙер янғында зыян күргәндәргә лә тѳҙѳлѳш ѳсѳн ағас бушлай бирелмәй. Тормош еңелдән түгел, ауыл ерендә йәшәгән халыҡҡа икеләтә ауыр, сѳнки эшһеҙлек кѳслѳ. Ошондай заманда йәшәргә тырышып ятҡандарға аяҡ салыу үҙе үк мәғәнәһеҙлеккә тиң. Ә беҙҙең депутаттар халыҡҡа ҡаршы эшләгән кеүек, былай ҙа тѳнѳн-кѳнгә саҡ ялғап, йәшәргә тырышып ятҡан халыҡты тағы ла бѳлдѳрәләр. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, ауылдарҙа эш юҡ, йәштәргә ғаилә ҡорорға, ѳй һалырға кәрәк.

Бер ҡарауға 150 кубометр ағас ѳй һалырға, мунса һәм һәм башҡа кәрәк- яраҡтарға етә, әммә бѳгѳнгѳ кѳндә кешеләр ағастан тыш кирбес һәм башҡа уңайлы, хәүефһеҙ тѳҙѳлѳш материалдарын ҡулланып тѳҙѳргә лә хоҡуҡлы. Был осраҡта, ағас алған граждан үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш, тигән талап ҡуйылыуы мѳһимдер. Ағасты һатып, башҡа тѳҙѳлѳш материалы аламы - уныһы уның шәхсән ҡарары һәм был ҡарарҙы ҡабул итеүҙә лә РФ гражданы ирекле булып ҡалырға тейеш. Яңыраҡ ҡалала йәшәгән һәм тѳҙѳлѳш ѳсѳн ере булған бер ҡатын урмансылыҡтың тупһаһын оҙаҡ тапағандан һуң 150 кубометр ағас алыуға иреште: уның 100 кубометры ҡарағай, 50 кубометры уҫаҡ-ҡайындан тора. Билет ѳсѳн 30 мең һум түләгән. Диләнкәнән ағас ебәргәндә үҙе барҙы.

“Күрше диләнкәнән эшләп йѳрѳгән кешеләрҙән күпмегә ағас сығарғандарын һорағайным, бер кубометрҙы 450 һумға, тиҙәр. Үҙеңдең техникаң булмаһа, ағас сығарырға транспортлы кешене ялларға тура килә. Тимәк, 150 кубометр ағасты сығарыу ѳсѳн 67500 һум кәрәк. Ташытыу ҙа ҡиммәт. Диләнкәнән ҡалаға бер рейс ѳсѳн 10 000 һумдан да кәм һорамайҙар. Ҙур йѳк машинаһына яҡынса 20 кубометр ағас һыя. Тимәк, 60 саҡрымдан 150 кубометр ағасты ташытып алыу ѳсѳн 7 рейс ѳсѳн түләйһең. Аҡса теле менән әйткәндә, 70 мең һумды сығарып һалырға тура киләсәк. Шулай итеп, шартлыса миңә 150 кубометр ағасты үҙләштереү ѳсѳн генә 167 500 һум аҡса талап ителә. Ә унан тыш бура буратыу, таҡта быстырыу кеүек эштәрҙе лә атҡарып сығырға кәрәк. Әгәр ҡулыңдан эш килмәһә, ярҙамлашыр ѳсѳн туғандарың булмаһа, бура бурау ѳсѳн дә кеше яллайһың. Ҙур бура ѳсѳн оҫталар 60 мең һумдан да кәм аҡса һорамай. Ике ҡатлы бура ѳсѳн 100 мең һумдан ашыу.

Тѳҙѳлѳшкә 150 кубометр бирелһә лә, уның 70-100 кубометры ғына ылыҫлы ағас була, ә ҡалғаны уҫаҡ, ҡайын. Шуға ла әллә ни артып ҡалырҙай ағас та юҡ бит. Мәҫәлән, Ѳфѳ ҡалаһы эргәһендә ере булған кеше тѳҙѳлѳш ѳсѳн ағас алып, тѳҙѳнәм тиһә, Белорет районынан бүленгән диләнкәне үҙләштереү уның ѳсѳн тормошҡа ашмаҫ хыял булып ҡаласаҡ - ағас сығарыу ѳсѳн был хәтлем аҡсаны ҡайҙан алаһың”, - тине ул. Ѳйҙѳ күтәртеү, эшләтеү, газ, электр утына тоташтырыу кеүек ҙур сығым талап иткән эштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Былар барыһы ла кѳндәлек тормошобоҙҙа килеп тыуған мәсьәләләр һәм унан нисек кенә ҡотолорға теләһәк тә, килеп сыҡмаясаҡ. Аҡсалы кеше былай ҙа ваҡланып тормай, аҡсаһын услап ырғытып, рәхәтләнеп тѳҙѳтә. Ә бит ябай халыҡ ирекһеҙҙең кѳнѳнән тѳҙѳлѳшкә ағас алып, әҙ генә булһа ла тишектәрен ямап, матди ярҙам күреү маҡсатын күҙ уңында тота. Шуға ла ошондай ҡиммәтселек заманында үҙ йүнен үҙе күрергә тырышҡандарға аяҡ салған закондар сығарыусыларҙы бер нисек тә аҡлап булмай. Ағас урлауҙы сикләү маҡсатында ҡабул ителде, тип аҡлана закон сығарыусылар. Ағасты урламаһындар ѳсѳн тейешле контроль урынлаштырылһа, урмандан артыҡ бер ботаҡты ла сығара алмаҫтар ине, ә ағас энә түгел бит кеҫәгә һалып, йәшертеп сығарырға. Республикала йәшәгән урындағы халыҡтың үҙ урманынан әҙ генә лә файҙа алыу хоҡуғы ла юҡмы ни? Былай ҙа урмандарыбыҙ аҡсалыларға ҡуртымға бирелеп бѳттѳ. Бирелмәй ҡалғандарын да ҡуртымға алырға ымһынып йѳрѳгәндәр барлығы мәғлүм.

Әле шул ҡуртымға бирелмәгән фондтан ябай халыҡҡа тѳҙѳлѳшкә ағас бүленә. Был урмандарҙан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, киләсәктә 150 кубометр түгел, 5 кубометр ҙа урманға хоҡуғыбыҙ ҡалмаясаҡ. Әле үк урмандарыбыҙ “Башлеспром”, “Селена” кеүек монополистар ҡулында. Улар ауылдарҙа пилорама тотҡан, ауылдаштарына эш биргән бәләкәй эшҡыуарҙарҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарып бѳтѳп бара. Беҙҙең районда ғына бик күптәр эшһеҙ ҡалды, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген туҡтатты. Яңы сыҡҡан закон ҡалғандарын да “быуасаҡ”. Ағас эшкәртеү ѳлкәһендә эшләгән ир- егеттәрҙең күптәре ситкә китергә баҙнат итмәй, эшһеҙлектән эскелеккә бирелеүе мѳмкин. Колхоз-совхоздар таралып бѳткәс, беҙҙең кеүек урманлы райондарҙа халыҡтың ошо ағас менән генә йәшәп килеүе бер кемгә лә сер түгел. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ағас ярҙамы менән аяҡҡа баҫты. РФ Енәйәт кодексының 191.1-се статьяһы тѳптән уйланылмаған, халыҡты бѳлдѳрә торған закон. Ағас урлауҙы кисектереү маҡсатында ҡабул ителде, тиҙәр. Минең уйлауымса, тикшереү органдарының эшен еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота ул, сѳнки хәҙер ябай халыҡ үҙенең ағасын һатыу хоҡуғынан мәхрүм, бының менән ағас әйләнешенең бер каналы ябылды. Хәҙер анһат, урланғанмы икәнен тикшереп тороу ҙа кәрәкмәйәсәк, “Һеҙ ағасты һатырға тейеш түгелһегеҙ!” тип енәйәт эше асалар. Был закон яңынан ҡаралырға тейеш.

Фекерҙәр:

Инсаф КАНАФИН, Шығай ауылы старостаһы:
-Ағас һатыуға бәйле ҡабул ителгән һуңғы закон ябай кешеләрҙе генә түгел, хатта урман хужалығы эшселәрен дә ғәжәпләндерә. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, граждандар хәҙер тѳҙѳлѳш, утын ѳсѳн алған ағасты һата алмай. Ә бит ауылдарҙа үҙ йорто булмаған йәштәр күп. Күптәр хәҙер ата-әсәһенең, йә олатай-ѳләсәйҙәренең пенсияһына кѳн күрә. Ауылдарҙа эш юҡ, урындағы етәкселәр эш урындары булдырыу, етештереүсе бәләкәй предприятиелар асыу тураһында уйламай ҙа. Ҡайһы берәүҙәр ситтән килгән эшҡыуарҙарға урман сығарыу ѳсѳн һуҡыр тингә ялланып эшләп йѳрѳй. Кешеләр ошо эш булғанға ла шат. Йылдар буйы ағас алмау сәбәпле, кеҫәһендә аҡса булмайынса, халыҡ нисек тѳҙѳнә алһын?! Ҡайһы бер ғаиләләр 50 кубометр ағас алыуға ирешһә, уның 30 проценты ғына ҡарағай була. Ә ҡалғаны ҡайын-уҫаҡ. Аҙ булһа ла аҡса эшләйем тип, тѳҙѳлѳшкә бүленгән ағастың ҡайын-уҫағын утын итеп һаталар. Ауылдарҙа күпселек пенсионерҙар йәшәй, уларҙың бѳтәһенә лә утын кәрәк. Ә РФ Енәйәт кодексындағы 191.1-се статья ағасты һатыуға, бүләк итеүгә лә сик ҡуя. Мәҫәлән, минең ике ҡыҙым ҡалала үҙ йорттарында йәшәй. Хәҙер мин улар ѳсѳн мунса бурай ҙа, утын да алып бара алмайым тигән һүҙ. Әгәр ҙә мин дәүләттән ағас һатып алғанмын икән, тимәк, ул минең шәхси милкем, шуға күрә теләйем икән таҡта итеп быстыра, бура бурай, остарынан баҡса йорто эшләй һәм һата алам, сѳнки ул минеке!!! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, мин үҙемә пальто алһам, һатыусылар: “Һин пальтоны һата, башҡаларға бүләк итә алмайһың”, - тип бойора алмай бит. Автомобилде һатып алғандан һуң, уны салондан сыҡҡас та һатып ебәрә алам, сѳнки ул минең милкем. Был баҙар ҡануны. Һатып алған ағас менән дә шул уҡ хәл булырға тейеш. Яңы закон минең конституцион хоҡуҡтарымды боҙа. Быуаттар тѳпкѳлѳнән кешеләр баҙар ҡануниәте буйынса йәшәгән: кемдер ит, кемдер иген, кемдер быйма һатҡан, бѳгѳн иһә әбейҙәр һыуыҡта шәкәрҙән иретеп эшләгән кәнфиттәрен һатып торорға ла мәжбүр. Был баҙар.

Ғаяз САФУАНОВ, Үткәл ауылы:
- Тѳҙѳлѳшкә бүленгән һәм һатып алған ағасты тик тѳҙѳлѳшкә генә ебәрергә тигән фекер дѳрѳҫ түгел. Улай тотоноп та булмай. Ѳйҙѳң бит башын ябырға ҡалай, мейес сығарырға кирбес кеүек тѳҙѳлѳш материалдары ла кәрәк. Хәҙерге заманда ѳй башын таҡтанан япмайҙар. Тѳҙѳлѳштән арттырғанды кеше үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға тейеш. Ғѳмүмән, ѳйҙѳ шлакоблоктан, кирбестән һаламы - кешенең шәхсән эше. Тейешле 150 кубометр ағасты бирһендәр ҙә: “Башҡа һоранып йѳрѳмә”, - тип, башҡаса бирмәһендәр. Һатһа ла, башҡа маҡсатта ҡулланһа ла - уның эше. Яңыраҡ мунсаны яңыртып, заманса итеп эшләп алайым, балалар ҡайтһа рәхәтләнер тип, 20 кубометр ағас һорап, Белорет урмансылығына мѳрәжәғәт иткәйнем, миңә: “Белорет урмансылығында ундай ағас юҡ, башҡа урмансылыҡтарға мѳрәжәғәт итегеҙ”, - тигән яуап килде. Ағас ѳҫтѳндә йәшәп, ағас ала алмайым, оят.
Рәшит НОҒОМАНОВ, Асы ауылы:
- Ҡайһы берәүҙәр билет алалар ҙа, 100 кубометр ағас урынына 200-ҙѳ ҡырҡалар. Рәсәйҙә яңы Урман кодексы ҡабул итеү һѳҙѳмтәһендә илдә 18 мең урмансыны ҡыҫҡарттылар, шуға ла беҙҙә контроль етешмәй. Әгәр тейешле күҙәтеү урынлаштырылһа, ағасты биреү һәм ҡырҡыу, үҙләштереү тулыһынса контролдә булһа, урлашыуҙарға ла сик ҡуйылыр ине. Мәҫәлән, 100 кубометр ағастан 80 кубометр самаһы таҡта сыға, әгәр ошонан да артығын һаталар икән, тимәк, ҡалған ағас урланған. Араҡы менән дә шул уҡ хәл. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә алкоголдең 40 проценты законһыҙ юл менән магазиндарға килә. Үҙем тѳҙѳлѳш ѳсѳн таҡта-брус кеүек бѳтә нәмәне лә һатып алдым. Бер кемгә лә инәлеп, ағас һорап йѳрѳмәнем. Ә шулай ҙа тѳҙѳлѳшкә бирелгән ағасты һатыуҙы тыйыу дѳрѳҫ, тип уйламайым. Был беҙҙең тормоштоң ысынбарлығына тура килмәй. Мәҫәлән, тѳҙѳлѳш бѳткәс, артып ҡалған таҡтаны серетеп һалып ҡуйғансы, һатыу отошло түгелме? Тѳҙѳлѳш материалдары ҡиммәт, кирбесен алам тиһәң дә ауырға тура килә.
Рәмилә Мусина.
Оставить комментарий