Бер кѳндә ѳс янғын

13 июлдә районда ѳс янғын булды. Тѳнгѳ сәғәт бер тулала янғын часына Арский ташы ауылының Үҙәк урамында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ урынға сыға, Сосновка ауыл хакимиәтенең ирекле янғын командаһы ла барып етә. Янғын һѳҙѳмтәһендә 8х4 метр майҙанлы йорт, 250 квадрат метр майҙанда кәртә-ҡаралтылар зыян күрә.

Хужа 500 мең һумлыҡ матди зыян күргән, янғын һүндереүселәр 2 млн. һумлыҡ мѳлкәтте ҡотҡарып ҡалыуға ирешә. Утты һүндереүгә Сосновка ауыл хакимиәтенән 1 техника һәм 2 кеше, 44-се янғын часынан 2 техника һәм 6 кеше йәлеп ителә. Күп тә үтмәй, тѳнгѳ сәғәт икенсе яртыла ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге Овчаренко урамын- дағы 3-сѳ йорт эргәһендәге һарайҙар яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ урынға сыға. Кѳслѳ ел янғындың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә, һѳҙѳмтәлә, 1000 квадрат метр майҙандағы һарайҙар яна. Кешеләр уттан 100 мең һум тирәһе зыян күрә, 10 млн. һумлыҡ милек ҡотҡарып ҡалына. Янғын һүндереүгә 44- се янғын часынан 2 техника һәм 15 кеше, “БМК” йәмғиәтенең янғын отрядынан 1 техника һәм 1 кеше, “Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте” учреждениеһының Абҙаҡ ауылындағы янғынға ҡаршы хеҙмәтенең айырым посынан - 1 техника һәм 1 кеше, Белорет ПХС- ынан 2 техника һәм 2 кеше йәлеп ителә. Күп тә үтмәй, тѳнгѳ ике сәғәт 50 минутта Аҙнағол ауылында һарай яныуы тураһында хәбәр итәләр.

Шунда уҡ урындағы янғын дружинаһы егеттәре ярҙамға килә. Белореттан янғын машинаһы килгәнсе, улар уттың таралыуына юл ҡуймай. Янғын һѳҙѳмтәһендә һарай яна, хужа 60 мең һумлыҡ матди зыян күрә, яҡынса 500 мең һумлыҡ мѳлкәт ҡотҡарыла. Шулай итеп, был янғынды һүндереүҙә Сермән ауыл хакимиәте янындағы янғын дружинаһынан бер мотопомпа һәм ике кеше, 44-се янғын һүндереү часынан 1 техника һәм 2 кеше ҡатнаша. Дѳйѳм алғанда, үткән ял кѳндәрендә Башҡортостанда 21 янғын теркәлгән. Утты һүндереүгә 136 хеҙмәткәр һәм 49 берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мейес яҡҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле биш янғын сыҡҡан.

Ағас мунсаларҙың яныуына бәйле янғын осраҡтары күп, шул иҫәптән, 12 июлдә Белорет районы Тирлән ауылында ағас мунса зыян күргән. Белорет районы биләмәһендә 2015 йылдың беренсе ярты йыллығында 56 янғын теркәлгән. Уларҙа 5 кешенең ғүмере ѳҙѳлгән, 2 кеше тән йәрәхәттәре алған. Быйыл ҡалала янғындар осрағы кәмеүе күҙәтелә: былтыр 41 янғын булһа, быйыл - 24. Беренсе ярты йыллыҡта Үрге Әүжән, Тирлән, Ҡағы, Нура, Сермән, Тимер юл ауыл хакимиәттәрендә - 1, Инйәрҙә - 6, Ишлелә, Ломовкала һәм Шығайҙа - 2, Абҙаҡта - 4, Сосновкала һәм Үҙәндә 3 янғын осрағы теркәлгән.

Быйыл Инйәр, Әзекәй, Ломовка, Ишле, Үҙән ауыл хакимиәттәрендә янғындар һаны артҡан. Абҙаҡ, Нура, Сермән, Үрге Әүжән, Тимер юл, Тирлән ауыл хакимиәттәрендә янғындар кәмеүе күҙәтелә. Күп осраҡта шәхси секторҙа ут сыға - 73,2 процент тәшкил итә. Йәғни, торлаҡ йорттар - 17, ҡаралты-ҡура - 21, баҡса йорттары - 3. Шулай уҡ тәүге 6 айҙа 3 автомобиль янған. Күберәген янғын мейес һәм торбаларҙың, электр ҡорамал- дарының тѳҙѳк булмауынан сыға. Биш ут тѳртѳүгә бәйле янғын сыҡҡан. Янғын бер кемде лә аямай. Һаҡһыҙлыҡ, хәүефһеҙлек ҡағи- ҙәләрен үтәмәү һеҙҙең һәм күршеләрегеҙҙең йорт-мѳлкәтен, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Шуға ла уттың, электр ҡорамалдарының ҙур хәүеф сығанағы булыуы тураһында оноторға ярамай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут менән шаярмағыҙ.
Рәмилә ХѲСНУЛЛИНА.
Оставить комментарий