Уңыш, муллыҡ, матурлыҡ байрамы

Ҡаланың Йәш натуралистар станцияһында уҙған “Көҙгө уңыш” байрамы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналды.
Йылдан-йыл тәжрибә туплаған йәш натуралистар жюри ағзаларын белемле сәскәселәр, йәшелсәсе, игенсе, флористар, дизайнер, умартасылар булыуҙары менән һоҡландырҙы.
Ә инде тикшеренеү эштәрен яҡ- лағанда үҙҙәрен оҫта оратор һәм тикшеренеүсе итеп тә таныттылар. Ҡаланың 1-се, 21-се, 8-се, 18- се мәктәптәре, Яныбай Хамматов исемендәге баш ҡорт гимназияһы, 17-се гимназия, Тирлән, Сермән, Аҙналы, Ишле, Инйәрҙең 2-се һанлы мәктәптәренең, Йәш натуралистар стан- цияһының тәжрибә участ- каһының сәскә, йәшелсә- емеш һәм башҡа үҫен- теләр, умартасылыҡ про дукцияһы күргәҙмәһенән уҡытыусыларҙың да, уҡыу- сыларҙың да фантазияға бай, оҫта ҡуллы булыуҙары асыҡланды. Байрамды төр- лө викторина, уйындар менән күңелле итеп алып барған Йәш натуралистар станцияһы хеҙмәткәрҙәре Айгөл Әхмәҙина менән Ирина Насимованың приз- дарын көҙ тураһындағы йыр, шиғыр һөйләп, йәшелсә- емеш булған әкиәттәрҙе иҫкә төшөрөп алдылар. Ғөмүмән, был байрамда бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бына, ниһайәт, жюри ағзалары - Йәш натуралистар станцияһы директоры Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина, Абҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Рәзинә Рауил ҡыҙы Хѳсәйенова һәм 8-се мәктәптән Наталья Николаевна Жирнова еңеү- селәрҙе билдәләне. Шулай итеп, мәктәп коллективтары араһында Тирлән - I, Абҙаҡ - II, Инйәрҙең 2-се һанлы мәктәбе III урынға сыҡты. “Сәскәселек” буйынса Тирлән - I, Абҙаҡ - II, башҡорт гимназияһы менән 17-се гимназия III урынды бүлеште. “Баҫыусылыҡ”та Инйәрҙең 2-се һанлы мәктәбе I урын яулаһа, “Умартасылыҡ”та Абҙаҡ мәктәбенә етеүсе булманы. Әйткәндәй, Инйәрҙең 2-се һанлы мәктәбенән X класс уҡыусыһы Дилә Мө- хәмәтғәлина биология уҡы- тыусыһы Фәймә Йосоп ҡыҙы Әхмәтова (һүрәттә) әҙерләгән майҙың төрлө тән яраһынан, ашҡаҙан, шәкәр ауырыуынан яфаланғанда ярҙам итеүен дәлилләп һөйләне. “Шәхси ярҙамсы хужалыҡ” номинацияһында Тирлән мәктәбенән Ев- гений Котов - I, Абҙаҡтан Руслан Йомағужин ме- нән 21-се мәктәптән Аделина Шәйҙуллина - II, Аҙналынан Айҙар Фәй- зуллин III урынға сыҡты. Тикшеренеү эштәре бу- йынса 1-се мәктәптән На- дежда Шубина - I, Абҙаҡ мәктәбенән Лиана Хазырова - II, Люциә Билалова III урын яуланы. Уларға һәм башҡа номинанттарға мәғариф ида- ралығының, Йәш нату- ралистар станцияһының По- чет грамоталары һәм приздар тапшырылды. Нәсимә Шәриф ҡыҙы һәммәһен дә уңыш бай- рамы һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, киләсәктә йәш на- туралистарҙың билдәле фән эшмәкәрҙәре, тикшеренеү- селәр, биологтар, экологтар һәм башҡа һөнәр эйәләре булып китеүҙәрен теләне.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий