″Байрамды яңы ѳмѳттәр менән ҡаршылайбыҙ″

Урман хужалығы эшсәндәре һѳнәри байрамын ниндәй шарттарҙа һәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылауы тураһында Белорет урмансылығы буйынса территориаль бүлек начальнигы урынбаҫары Наил Үзбәк улы ӘХМӘТШИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Наил Үзбәк улы, белеүебеҙсә, һеҙ 2007 йылдан Белорет урмансылығында эшләйһегеҙ. Ошо йылдарҙа хужалыҡ ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе? - Яңы Урман кодексы ғә- мәлгә ингәс, Урман хужалығы министрлығында күҙәтеү һәм контроль бүлеге булдырылды. 2010 йылдағы урман янғын- дарынан һуң беҙҙең хеҙмәт Урман һәм янғын федераль күҙәтеү бүлеге итеп үҙгәртелде. 2015 йылдан урман хужалыҡтарында территориаль бүлек булдырылды һәм ҡайһы бер функциялар ҙа ҡушылды. Хәҙер Белорет урмансылығы урман ҡарау, ағас ултыртыу менән шѳғѳлләнә, ә беҙҙең территориаль бүлек урман менән ҡулланыусылар (фи- зик шәхестәр һәм ойошмалар) реестры иҫәбен алып ба- ра, Башҡортостан Республика- һының “Урман мѳнәсәбәттәре тураһында”ғы ҡануниәтенә ярашлы, халыҡҡа тѳҙѳлѳшкә, яғыулыҡҡа ағас бирә, аукци- ондар үткәрә, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә, ағас ҡырҡыусыларҙың килешеүҙе те- үәл үтәүен тикшерә. Бүленгән ағасты маҡсатлы файҙаланыуҙарын да контролдә тотабыҙ. Диләнкәне ҡабул итеү ҙә беҙҙең бурыс. Ағас ҡырҡҡандан һуң тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйған күп кенә кешеләргә административ документтар тѳҙѳлдѳ, штрафтар һалынды. Штраф ҙур ғына, шуға ла кешеләр диләнкәне тапшырыуға яуаплы ҡараһын ине. Урмандағы тәртип халыҡтың үҙе ѳсѳн кәрәк бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр урманға ҡулланыусы кеүек кенә ҡарай. Бигерәк тә ҡуртымсылар бѳгѳнгѳ кѳндә урман ѳсѳн яуаплылыҡты той- май, тик файҙаланыусы ғына булып ҡала. Беҙҙә 108 ҡуртымсы бар. Уларҙың 5-әүһе ағас ҡырҡыу буйынса, ә ҡалғандар рекреация файҙаланыуы (ял ойоштороу йү- нәлешендә эшләйҙәр) хоҡуғына эйә.

► Һеҙ ҡараған урмансылыҡта быйыл нисә янғын теркәлде? - Был миҙгелдә Белорет ур- мансылығы территорияһында 8 янғын булды, бѳтәһе лә ҡала эргәһендәге урмандарҙа. Ваҡытында һүндереп ѳлгѳрѳү сәбәпле, урманға ҙур зыян килтермәне. Бер янғын урманда ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән сыҡты. Магнитогорск ҡалаһынан ял итеүсе шешлек бешергән саҡта ут таралып китә, ул был урынды ташлап ҡаса. Машинаһының номеры буйынса уның кем икәнлеге асыҡлана. Әлеге ва- ҡытта уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Быйыл 2 сентябргә тиклем янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә булды. Хәҙер инде ағас сы- ғарыусыларға урманда ботаҡ яндырыу рѳхсәт ителә.

► Урман хужалығы эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр булды, талаптар ѳҫтәлдеме? - Юғары вольтлы электр ли- ниялары, газ торбалары үткән һаҡлау зоналары һиҙелерлек майҙанды биләй. Быйыл электр линиялары үткән биләмәләрҙе ағастан таҙартыуҙа яңы техника ҡуллана башланылар: ул ҡы- уаҡтарҙы шунда уҡ турап, ер менән бутап бара. Был иһә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Был ыңғай үҙгәреш, тип иҫәпләйем. Быйыл урман участкаларын үҙ теләктәре менән файҙаланыу осраҡтары артты, йәғни ди- ләнкәнән сығарылған ағасты икенсе участкаға сығарып һа- лалар. Бындай тәртип боҙоуҙар ѳсѳн быйылдан 20 мең һум штраф һалына. Хәҙер сабынлыҡтарҙы ла кадастр иҫәбенә ҡуйыу талап ителә. Сабынлыҡҡа һәм башҡа маҡсаттарҙа урман ерҙәрен ҡур- тымға алыуға килешеү тѳҙѳү ѳсѳн участканы кадастр иҫәбенә ҡуйырға, һуңынан килешеү тѳ- ҙѳргә кәрәк. Килешеү 5 йыл- дан 49 йылға тиклем тѳҙѳлә. Быйылдан килешеүе булмайынса бесән сапҡандарҙы яуаплылыҡҡа тарттыра башлаясаҡбыҙ, уларға штраф һалынасаҡ. Шуға ла урман биләмәһендә сабынлыҡтары бул- ғандар уны рәсми теркәп ҡуйһын.

► Территориаль бүлектә нисә кеше эшләй? - Бүлектә ете хеҙмәткәр иҫәп- ләнә. Белорет урмансылығы коллективы йәш, уртаса 35 йәш тура килә. Яңы етәксебеҙ Олег Тахир улы Муллоджанов быға тиклем Баймаҡ, Тирлән урмансылыҡтарында эшләгән. Инспекторҙарҙың бѳтәһенең дә 4-5 йыл стажы бар, профилле әҙерлек курстары үттеләр. Һәр бер урмансылыҡ биләмәһен бер инспектор хеҙмәтләндерә. Белорет урмансылығы биләмәһе буйынса тѳп белгес-эксперт Ансар Фәрит улы Хәсәнов, Абҙаҡ урмансылығы биләмәһе буйынса тѳп белгес-эксперт Азамат Фирғәт улы Шиһапов яҡшы эшләй. Уларға ҡараған урмансылыҡтарҙа хоҡуҡ, адми- нистратив хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа әҙ күҙәтелә, ағасты законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары ваҡытында асыҡланып бара, киләсәккә ышаныслы кадрҙар үҫеп килә. Еңел булмаған шарттарҙа эшләһәк тә, коллектив һәр саҡ яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Урман хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын күтәренке кәйеф, яңы ѳмѳттәр менән, яҡшы үҙгәрештәр кѳтѳп ҡаршылай. Форсаттан файҙаланып, вете- рандарыбыҙҙы һәм коллега- ларымды һѳнәри байрамдары менән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һау- лыҡ теләйем.

► Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Беҙ ҙә һеҙҙең ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ - байрамығыҙ менән!
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий