"Эко-Сити" - тѳбәк операторы

Башҡортостан халҡы көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн түләйәсәк.
2019 йылда коммуналь хеҙмәттәр исемлегенә тағы ла бер тариф өҫтәлә. Республикала конкурс һөҙөмтәһендә, ниһайәт, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн төбәк операторҙары һайланды. Әлеге ваҡытта тармаҡта 100-ләп эшҡыуар шөғөлләнә. Бынан тыш, республикала сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса проект та тормошҡа ашырыла. Йорт алдарында пластик шешәләр, терегөмөшлө һәм башҡа хәүефле ҡалдыҡтар йыйыу буйынса айырым контейнерҙар урынлаштырыла. Яҡын арала республикала 10 меңдән ашыу экобокс ҡуйыла.
Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең яңы системаһы ҡулланыла. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу һәм эшкәртеү менән айырым ойошма шөғөлләнә. Уларҙың бер нисәүһе менән килешеүҙәр төҙөлдө. Яңы нормалар 2019 йылдың ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.
Ауылдарға һәм ҡаланың шәхси йорттары урынлашҡан биҫтәләренә машина график буйынса аҙнаһына бер тапҡыр йөрөйәсәк. Хужалыҡтар ҡапҡалары алдына сүп-сарҙы сығарып ҡуямы-юҡмы, ә квитанцияны улар барыбер аласаҡ һәм түләргә тура киләсәк.
Алдан әйтеүебеҙсә, 2016 йылдың ноябрендә Башҡортостан Хөкүмәте көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең территориаль схемаһын раҫланы. Документҡа ярашлы, республика дүрт зонаға бүленде. Ә Межгорье айырым бер зона булып ҡаласаҡ. Өсөнсө, Стәрлетамаҡ зонаһына ингән район-ҡалабыҙҙа төбәк операторы вазифаһын үтәүгә “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тотондо. Төбәк операторы вәкәләтлегенә тотонған предприятиеның генераль директоры Семен Земсков муниципаль район хакимиәтендә булып, ҡалала көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, сортировкалау менән шөғөлләнеүсе предприятиелар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
- Беҙгә комплекслы система булдырырға кәрәк. 2019 йылдан сүп-сар район ауылдарынан һәм күрше райондарҙан автотранспорт менән Белорет полигонына ташыласаҡ, - тип башланы аралашыуҙы Семен Геннадиевич. - Ҡала полигонына Бөрйән, Әбйәлил райондарынан көнкүреш ҡалдыҡтарын килтерәсәктәр. Билдәле, төп эште ташыусы операторҙарға башҡарырға тура киләсәк. Ошо йылдың ноябренә тиклем зона халҡы өсөн билдәләнгән берҙәм тарифты Дәүләт комитетында иҫәпләргә һәм яҡларға кәрәк. Ә 2019 йылдың ғинуарынан иһә район халҡы был хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙҙары ала башлаясаҡ. Бының өсөн беҙгә ведомствоға ҡараған төбәктә квитанциялар ебәреү өсөн адреслы базалар йыйыу мотлаҡ. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре башлаясаҡбыҙ, ауылдарҙа дөйөм йыйылыштар үткәреү ҡаралған. Ауылдарға һәм ҡаланың шәхси йорттары урынлашҡан биҫтәләренә машина график буйынса аҙнаһына бер тапҡыр йөрөйәсәк. Хужалыҡтар ҡапҡалары алдына сүп-сарҙы сығарып ҡуямы-юҡмы, ә квитанцияны улар барыбер аласаҡ һәм түләргә тура киләсәк. Ауыл ситенә, ярамаған ерҙәргә сүп-сарҙы түгергә кәрәкмәй, беҙ киләбеҙ, алып китәсәкбеҙ. Ауыл халҡы менән дә, сүплектәрҙе ябыу һәм түләүселәр адресына сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу буйынса аңлатыу эштәре алып барыу бурысы тора. Ҡалдыҡтар йыйыу буйынса эшләп килгән полигондарҙың урынлашыуын, 80 саҡрымдан да артырға тейеш булмаған ташыу маршрутын, киренән тейәү пункттарын алдан тикшереп, анализланыҡ. Контейнерҙар паркын яңыртыу, ҡалала контейнерҙар майҙансығын төҙөкләндереү өсөн сығымдар китәсәк. Бындай эш Октябрьский ҡалаһында өлөшләтә башҡарылды ла инде. Унда айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән 900 контейнерҙың өс өлөшө яңыртылды.
Тарифтарға килгәндә... Квитанцияларҙа ниндәй сумма күрһәтеләсәк һуң? Тарифты формалаштырыуҙа күп факторҙар күҙ уңында тотола. Сығарыуға, сортировкалауға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар полигонына урынлаштырыуға, элекке сүплектәрҙе ябыуға киткән сығымдар иҫәпкә алына. Икенсел сеймалды тапшырыуҙан килгән килем дә мотлаҡ иҫәпләнә. Биш проценты штатты тотоуға ла китеүе ихтимал. Иң ҡатмарлы фактор - тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһо. Әлегә хаҡ тулыһынса билдәләнмәгән. Ул һәр кешегә 110-150 һум тирәһе буласаҡ. Хаҡты белеү өсөн халыҡҡа көҙгә тиклем көтөргә тура киләсәк. Ә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә килгәндә, ҡалдыҡтарҙы йыйыу түләүҙәрен “тотоу (содержание)” графаһынан капиталь ремонт фондына түләгән кеүек айырым түләүҙәргә күсереү күҙаллана. Икенсе варианттар булыуы ихтимал. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу ҙа законда ҡаралған. 2019-20 йылдарҙа структура ойоштороласаҡ. Күп фатирлы йорттар районы майҙансыҡтарында өс төр ҡалдыҡ өсөн өс контейнер урынлаштырыласаҡ. Майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу яуаплылығы төбәк операторына күсәсәк, ә майҙансыҡтарға инеү, биләмәне ҡарау, ҡарҙан таҙартыу үҙидаралыҡтар, идарасы компаниялар иңенә төшә. Икенсе йыл башынан төбәк операторына санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү яуаплылығы ла йөкмәтелә. Юридик шәхестәр, күп фатирлы, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр менән килешеүҙәр төҙөү өсөн урындарҙа төбәк операторы вәкилдәрен тәғәйенләү эше тора. Стәрлетамаҡта урынлашҡан үҙәк
диспетчер эшен яйға һалыу мөмкинлеге буласаҡ. Диспетчерҙар иңенә килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысы йөкмәтелә.
Түләмәүселәр менән эш нисек торасаҡ? Капиталь ремонт операторҙары тәжрибәһендә күренеүенсә, система эшенең тәүге йылында күрһәтелгән түләүҙәрҙең 60 процентын ғына йыйып булған. Төбәк операторҙары ла Административ кодекстың тейешле статьяларын ҡулланасаҡ. Әгәр ҙә ғаилә хеҙмәттәрҙе түләй алмаһа, субсидия юллау өсөн социаль яҡлау бүлектәренә мө- рәжәғәт итә ала. Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр кеүек буласаҡ. Башта ҡаршылашҡайнаҡ та, һуңынан риза булып, түләүҙәрҙе ваҡытында атҡара башланыҡ.
Ҡала һәм ауылда йәшәүселәрҙең күпселегенең йорт мәшәҡәттәренән тыш, гараж, баҡсала ла эштәре байтаҡ. Һәр ерҙә сүп-сар хасил була, контейнерҙар тула. Был осраҡта иһә муниципаль властарға эшләргә тура киләсәк. Күпселек халыҡ хеҙмәттәр күрһәтә һәм шәхси предприятиеларын теркәмәй. Уларҙы күрергә һәм мәжбүри түләтергә кәрәк. Иҫке мебель, электроника өсөн һәр контейнер майҙансығында урын буласаҡ. Ташыусы ҡайҙа һәм нисек сығарыуҙы үҙе хәл итәсәк. Әгәр ҙә төҙөлөш ҡалдыҡтары тураһында һүҙ барһа, ул ваҡытта өҫтәмә транспорт яллап, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына алып барырға тура киләсәк.
Сүп-сар барлыҡҡа килеү күләме лә анализланды. Әгәр беҙгә башҡа райондарҙан да сүп-сар килтерелһә, уларҙың күләме, ҙур ҡалаларҙыҡы менән сағыштырғанда, әллә ни ҙур түгел. Бөрйән һәм Әбйәлил райондары Белорет полигонын тултыра алмай. Был башлыса пластик һәм башҡа төр һауыттар. Органик ҡалдыҡтар ҙур урын алмаясаҡ. Полигонда ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү ойоштороласаҡ. Әлегә төп проблема - шәхси хужалыҡтарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу.
Ҡыҫҡаһы, 2019 йылдан яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү тәртибе үҙгәрә. Әле фатир хужаларының һәр береһенә дөйөм йорт майҙанынан сығып иҫәпләнһә, артабан һәр кешегә тура килгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары күләменә ҡарап билдәләнә.
Был үҙгәрештәр, әлбиттә, ауылда йәшәүселәр араһында оло бәхәс тыуҙырасаҡ. Уларға киләһе йылдан, утҡа, зәңгәр яғыулыҡҡа түләүҙәрҙән тыш, сүп-сар өсөн дә ай һайын түләргә тура киләсәк. Түләүҙәр йортта теркәлгән кеше башына ҡарап алынасаҡ. Таяҡтың да ике башы тигәндәй, ауыл халҡы сүп-сарын аҙна һайын түкмәй. Кәртә-ҡураһын алыштырғанда, буяу эштәре менән шөғөлләнгәндә, яҙлы-көҙлө көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылып китә, әлбиттә. Яңы хеҙмәт буйынса, машиналар ауылдарға аҙнаһына бер тапҡыр киләсәк. Халыҡ сүп-сарын махсус тоҡсайҙарға һалып, тәғәйен урынға алып барырға тейеш буласаҡ. Ауылдыҡылар сүп-сарын махсус урынға ҡуйҙы ла, ти, ә мал, шул уҡ эттәр уларҙы туҙҙырмаҫ, тимә. Киреһенсә, сүп-сарға батмаҫбыҙмы икән?! Икенсе яҡтан, түләүҙәрҙең ыңғай яғы ла бар бит. Ауылдарҙа әллә күпме йылдар өйөлгән сүплектәр булмаҫ ине. Әлеге ваҡытта ауыл сүплектәре ҡот осҡос хәлдә. Барыбер түләргә кәрәк бит тип, халыҡ та тәбиғәтте әллә ни бысратмаҫ тигән ышаныс бар. Уныһын ваҡыт күрһәтер...
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий