Йәшелләндереү айлығы бара

Яҙ етеү менән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн ҡыҙыу мәл - ағас ултыртыу осоро башлана. Быйыл “Белорет урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы контракт буйынса 256,8 гектар майҙанға ағас ултыртырға тейеш.

Ағас ултыртыу барышы менән урмансылыҡтың урманды ҡайтанан тергеҙеү инженеры Вәкил Эниев таныштырҙы:
- Ағас ултыртыуҙың ҡыҙыу осоро. Бѳгѳнгѳ кѳнгә 70 гектар майҙанға ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Абҙаҡ участка урман-сылығы - 22,5 гектар, Белорет ауыл участка урмансылығы - 44 гектар, Сосновка участка урмасылығы 3,5 гектар майҙанға ултыртты, йѳкләмәләрен үтәне. Хәҙер улар урмансылыҡтың башҡа участкаларына ярҙам итә. Шулай уҡ был эштә ауыл халҡы ла ярҙам итә. Уҡшуҡ яланындағы питомникта 40 килограмм ҡарағай орлоғо сәстек, киләһе йыл үҙебеҙҙең үҫентеләр буласаҡ. Ҡуртымсыларҙың ағас ултыртыу буйынса пландары айырым. Улар быйыл 621,9 гектарға ағас ултыртырға тейеш булһа, әле 105,2 гектарға ултыртҡандар. Планды үтәп ѳлгѳрмәһәләр, кѳҙ тамамлай ала.

“Белорет урмансылығы” хеҙмәт-кәрҙәре халыҡҡа ағас бүлеп, кабинеттарҙа ғына ултырмай, ә үҙҙәре лә - етәксенән алып техник эшсегә тиклем урманды тергеҙеүҙә ҡатнаша. Яңыраҡ Белорет ауыл урмансылығы участкаһындағы ағас ултыртыу эшендә беҙгә лә ҡатнашырға насип булды. Дѳрѳҫѳн генә әйткәндә, коллектив менән ағас ултыртыу бик файҙалы эш: беренсенән, тәбиғәтте тергеҙеүгә үҙ ѳлѳшѳңдѳ индерәһең; икенсенән, коллективта татыулыҡ кѳсәйә; ѳсѳнсѳнән, тәбиғәт ҡосағында ял итәһең.
- Коллектив менән ағас ултыртыуҙа ҡатнашыу яҡшы йолаға әйләнде. Кабинеттарҙан арынып, урман ҡосағында файҙалы эш менән шѳғѳлләнеп, күңелгә лә ләззәт алабыҙ, - ти урмансылыҡтың баш бухгалтеры Галина Ханипова.

Һуңғы йылдарҙа “Белорет урмансылығы” үҙенең биләмәһендә урынлашҡан ҡала һәм ауылдарҙы йәшелләндереү айлығында әүҙем ҡатнаша.
Урмансылыҡ ҡаланың 13-сѳ, 3-сѳ, 8-се, 20-се, 21-се, Ломовка мәктәптәренә, 14-се, 17-се, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияларына биләмәләрен йәшелләндерһендәр ѳсѳн шыршы, кедр үҫентеләре таратты.
15 майҙа Сосновка ауылында 200 тѳп шыршы һәм Рысыҡайға киткән юл буйында ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Унда ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы, медицина хеҙмәткәрҙәре, урындағы Королтай ойошмаһы ағзалары ҡатнашты, шулай уҡ “Белорет урмансылығы” ла ситтә ҡалманы.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий