Тәбиғәткә ярҙамға ашығабыҙ

Йәш натуралистар станцияһы педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре, «ЭКА» хәрәкәте активистары, металлургия колледжының башланғыс һѳнәри белем биреү тѳркѳмѳ студенттары Бельский күпере районында Ағиҙел йылғаһының һул ярын һәм шул тирәләге шишмә буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса бергәләп экологик рейд үткәрҙе.

Шулай уҡ улар Набережная урамы буйлап йылғаға тѳшкән урында ағастар ултыртты. «Бельский» йылғаһы 3 йыл буйы «Экоэҙләнеү» берекмәһе тәрбиәләнеүселәре ҡарамағында. «Белорет районы шишмәләренең тере тауышы» экопроектына ярашлы йыл да уҙғарылған тикшеренеүҙәр һѳҙѳмтәһе йылғаның сифаты насарая барыуын күрһәтә. Был, әлбиттә, кешенең һыуҙы һәм тирә-яҡты бысратыуына бәйле.
Экологик ѳмәлә ҡатнашыусылар ҙур энтузиазм, оптимизм һәм хеҙмәт емештәренең бушҡа булмауына ышаныс һәм ѳмѳт менән таҙартты тирә-яҡты. Һѳҙѳмтәлә ҙур 35 тоҡ менән ҡаты кѳнкүреш ҡалдыҡтары йыйылды, йылға яры буйлап 50-нән ашыу үҫенте һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Бѳтә материалдар ҙа Йәш натуралистар станцияһының тәжрибә участкаһынан алынды. Набережная урамы буйында йәшәгән халыҡ һәм ял итеүселәр рейдта ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтенә битараф ҡалмаҫ һәм яңынан сүп-сар ташларға батырсылыҡ итмәҫ тип ышанғы килә. «Эскән ҡойоңа тѳкѳрмә» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән.
А. Әхмәҙина,
Йәш натуралистар станцияһының экологик яҡтыртыу бүлеге мѳдире.
Оставить комментарий